Әлүков Ғиниәтулла Рәхмәтулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым кавалерия һәм 113-сө айырым артиллерия дивизионында хеҙмәт итә. Ветеринария хеҙмәтенең зап

Әлүков Ғиниәтулла Рәхмәтулла улы (рус. Алюков Гиниятулла Рахматуллович; 28 апрель 1903 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым кавалерия дивизионында, 113-сө айырым артиллерия дивизионында хеҙмәт итә. Ветеринария хеҙмәтенең запастағы өлкән лейтенанты[1].

Әлүков Ғиниәтулла Рәхмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 28 апрель 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (121 йәш)
Тыуған урыны Ергән, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғиниәтулла Рәхмәтулла улы Әлүков 1903 йылдың 28 апрелендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Ергән ауылында тыуған.

1937 йылдың апреленән хәрби хеҙмәттә була[2].

1941 йылдың 15 ноябрендә Өфө ҡала хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра[3].

Запастағы хәрби ветеринар фельдшер, өлкән лейтенант Әлүков Ғиниәтулла Рәхмәтулла улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым кавалерия дивизионында, 113-сө айырым артиллерия дивизионында хеҙмәт итә.

1943 йылдың февралендә Борисов бойороғо буйынса уҙғарылған һәләкәтле рейдта ҡатнаша.

Хәрби хеҙмәте 1948 йылдың 2 декабрендә тамамлана[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[3].

Әлүков Ғиниәтулла Рәхмәтулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Мәләүез районы Ергән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә