Хисмәт
Хисмәт (рус. Хисматово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл Советына ҡараған ауыл. 1950 йылда барлыҡҡа килгән, 1960-сы йылдарҙа ғәмәлдән сыҡҡан[1].
Хисмәт | |
Нигеҙләү датаһы | 1950 |
---|---|
Дәүләт |
СССР Башҡортостан Республикаhы Баймаҡ районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1960 |
Географик урыны
үҙгәртергәХисмәт ауылы Ишбирҙе ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҫта Йылайыр районы менән сиктәш урынлашҡан булған[1].
Тарихы
үҙгәртергәИшбирҙе ауыл Советы составындағы элекке ауыл. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем утар булараҡ билдәле булған. 1950 йылда райтоптың урман ҡырҡыу участкаһында барлыҡҡа килә. Бында Баймаҡ районындағы Йылым, Юлыҡ, Ғәҙелбай ауылдары кешеләре аҡсалата эш хаҡы алыу өсөн күсеп килә. Урман ресурстары бөткәндән һуң, участка ябыла. 1960-сы йылдарҙа ауыл тарҡала, халҡы төрлө яҡҡа күсенә[1].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә— Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы (2 май 1942 йыл) — педагог. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999). «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» (1976). 1975—1980 йылдарҙа Баймаҡ район советы исполкомы рәйесенең урынбаҫары. Хисмәт ауылында тыуған[2]
— Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улы— Аҡморон мәктәбе уҡытыусыһы (1926). Урман хужалығы эшсеһе (1930-cы йылдарҙа). Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Матбуғатта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 * Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8. 124 бит
- ↑ Ғәли Фәхретдинов. ЙЫЛЫМ АУЫЛЫ ТАРИХЫ БИТТӘРЕНӘН…(Йылым урман ҡарауылсылары бүлегенән өҙөк)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Ғәли Фәхретдинов. ЙЫЛЫМ АУЫЛЫ ТАРИХЫ БИТТӘРЕНӘН…(Йылым урман ҡарауылсылары бүлегенән өҙөк)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |