Силәбе трактор заводы
Силәбе трактор заводы (1941 йыл 6 октябренә тиклем— И. В. Сталин исемендәге Силәбе трактор заводы, 1958 йылдың 20 июненә тиклем — Силәбе ҡалаһындағы Танк сәнәғәәте халыҡ комиссариатының Киров заводы[1] (ЧКЗ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — 100-сө һанлы завод), 1971 йылдың 10 ноябренән 1992 йылдың 1 октябренә тиклем — «В. И. Ленин исемендәге Силәбе трактор заводы» производство берекмәһе) — тәгәрмәсле һәм сылбырлы тәгәрмәсле машиналар эшләү һәм юл-төҙөлөш техникаһы (бульдозер, трубоукладчик, фронталь погрузчиктар, мини-трактор), эске яныулы двигатель, машинаның запас частарын һәм башҡа юғары технологиялы машина төҙөлөшө продукцияһын етештереү буйынса предприятие. Халыҡ араһында киң таралған «Танкоград» исеме менән билдәле[2][3].
Силәбе трактор заводы | |
| |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Уранлашыуы | |
Тармаҡ | |
Продукция |
Трактордар, двигателдәр, запас частар |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
6 мең кеше |
Сайт | |
Силәбе трактор заводы Викимилектә | |
Наградалар: |
---|
Эшселәр һаны — 6 меңдән ашыу кеше. Предприятие биләгән поизводство майҙаны 1,2 миллион м2 тәшкил итә.
«Силәбе трактор заводы — Уралтрак» ЯСЙ — предприятие операторы (хужаһы).
Силәбе трактор заводы тарихы
үҙгәртергәҺуғышҡа тиклем
үҙгәртергәСССР Советтарының 5-се съезында 1928—1932 йылдарҙағы беренсе биш йыллыҡ планын үтәү сиктәрендә Силәбе ҡалаһында трактор заводы төҙөү күҙ уңында тотолған. 1929 йылдың 29 майында Халыҡ Комиссарҙары Советы Уралда трактор заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Заводтың етештереү ҡеүәте йылына 40 мең трактор кимәлендә планлаштырыла. Беренсе тракторҙың прототибы сифатында америка тракторы Caterpillar 60 һайлана. Завод төҙөлөшөнә АҠШ һәм башҡа илдәрҙең белгестәре йәлеп ителә. Заводты проектлауҙы Детройт ҡалаһынан (АҠШ) „Альберт Кан Инкорпорейтед“ фирмаһы тормошҡа ашыра[4], был фирма Сталинград трактор заводын проектлаған (ә унан алда, 1929—1933 йылдарҙағы Бөйөк депрессияға тиклем — Форд заводын һәм АҠШ-тың башҡа заводтарын проектлаған билдәле американ архитекторы Альберт Кан (1869—1942)[5]. Совет яғынан архитекторҙар Фисенко, Анатолий Степанович, В. Швецов һәм А. Величкин проектланы[6][7]. Төҙөлөштө 1929 йылда булдырылған „Тракторострой“ тресы тормошҡа ашырҙы[8]. Трест етәксеһе Ловин К. П. тарафынан 1930 йылдың мартында Детройтта „Силәбе тракторплэнт“ проект бюроһы ойошторола һәм 1930 йылдың 1 июненә „Гипромез“ Ленинград проект институтының эскиз проекты нигеҙендә заводтың генераль планы әҙерләнә[9][10]. Бюро 40 СССР белгесенән һәм 12 Америка Ҡушма Штаттар белгесенән торған. 1930 йылдың аҙағында төҙөлөш килеп сыҡҡан төрлө ауырлыҡтар арҡаһында хәүеф аҫтында ҡала, шуға бәйле ВКП (б) ҮК-ның „Силәбе трактор заводы төҙөлөшө барышы тураһында“ ҡарары ҡабул ителә, уның үтәлешен контролдә тотоу Шверник Николай Михайловичҡа йөкмәтелә[11].
1933 йылдың 15 майында йыйыу цехы ҡапҡаһынан беренсе сылбырл тәгәрмәсле „Сталинец-60“ тракторы (С-60) сыға. Әммә завод рәсми рәүештә 1933 йылдың 1 июнендә асыла. С-60 тракторҙары 72 ат көсөнә тигеҙ 4 тактлы 4 цилиндрлы карбюратор двигателдәре менән йыһазландырылған була, улар лигроин яғыулығында эшләгән һәм, ауырлығы 9,5 тонна тәшкил итһә лә, тракторҙың иң ҙур тартыу көсөргәнеше — 4,45 тонна булған.
1936 йыл. Предприятие тракторҙары ике бик ҙур экспедицияла ҡатнаша: „Ҡар походы“ — 50 градус һыуыҡта Яҡутстан буйлап ике мең саҡрым юл үтә һәм Төркөстан хәрби округында 4 мең метр бейеклектәге Памир үткәүеле аша артыла.
1937 йылдың майы. Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә С-65 тракторы юғары награда — „Гран-при“ дипломы менән билдәләнә.
1937 йылдың 20 июнендә 65 ат көсө ҡеүәтенә эйә дизель двигателле „Сталинец-65“ (С-65) тракторын сериялы сығарыу башлана. Силәбе трактор заводы илдә тәүгеләрҙән булып дизель өсөн яғыулыҡ аппаратураһы сығарыуҙы үҙләштерҙе. Силәбе трактор заводы совет трактор дизелдәре эшләү пионеры булды.
1939 йыл. Силәбе трактор заводы 105 ат көсө ҡеүәтенә эйә булған хәрби техника — „Сталинец-2“ (С-2) артиллерия йөк машинаһы (тягач) сығарыуҙы үҙләштергән.
1940 йыл. Трактор эшләүселәр Ленинградтағы Киров заводы конструкциялы ауыр КВ танкыларын һәм ауыр бомбардировщиктарҙың 12 плунжерлы „ТН-12“ яғыулыҡ насосын етештереүҙе үҙләштереү буйынса авиация двигателдәрен етештереүҙе үҙләштереү буйынса тәжрибә эштәрен алып барҙы. 1940 йылдың 31 декабрендә дәүләт комиссияһы беренсе Силәбе танкын ҡабул итә.
1940 йылдың 30 марты. Конвейерҙан 100000-се трактор төшөрөлә. Силәбелә сығарылған тракторҙарҙың дөйөм ҡеүәте 6 миллион ат көсөнә, йәғни ун Днепрогэсҡа тиң ине.
Завод Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, заводта тракторҙар, артиллерия ауыр тартҡыстарын һәм КВ-1 ауыр танкыларын сығарыу дауам ителә[12].
1941 йылдың октябрендә Силәбе трактор заводы Силәбегә өлөшләтә һәм тулыһынса эвакуацияланған ете предприятие менән берлектә танк эшләү комбинатын төҙөй, һуңғараҡ рәсми булмаған „Танкоград“ тип йөрөтөлә. Атап әйткәндә, бында Малышев исемендәге 75-се Харьков моторҙар заводы һәм Ленинград Киров заводы тулыһынса эвакуациялана, шуға бәйле 1941 йылдың 6 октябрендә завод „Силәбе ҡалаһындағы танк сәнәғәте халыҡ комиссариатының Киров заводы“ тип үҙгәртелә (100-сө завод)[13][14]. 1942 йылдың авгусынан Т-34 танкыларын, 1943 йылдың февралендә — үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларын, 1943 йылдың сентябрендә — ИС сериялы ауыр танкыларын етештереү башлана[12]. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә завод фронттың төп арсеналдарының береһенә әүерелә, һуғыш йылдарында 18 мең танк һәм үҙйөрөшлө ҡулайлама; 48,5 мең танк дизель-моторҙары; 17,7 миллион һуғыш боеприпастары әҙерләнмәләре етештерелә.
Предприятие 13 төр яңы танк һәм Үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларын (САУ) томатлаштырылған идара итеү системаһы, танк дизель-моторҙарының 6 тибын, атап әйткәндә, В-2 модификацияһын эшләгән. Донъя танк төҙөлөшөндә тәүге тапҡыр практикаһында ауыр танкыларҙы йыйыу конвейерға ҡуйыла.
Һуғыш ваҡытында заводҡа, Бөтә Союз ярышында еңеү яулағаны өсөн, 33 тапҡыр Оборона дәүләт комитетының Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла. Ике байраҡ коллективта мәңгелек һаҡлауға ҡалдырылды.
Һуғыштан һуң
үҙгәртергә1946 йылдың 5 ғинуарында беренсе „Сталинец-80“ тракторы йыйыла. 1956 йылда „Сталинец-100“ тракторы булдырыла.
1958 йылдың 20 июнендә завод исеме Силәбе трактор заводы тип үҙгәртелә.
1961 йылдың ғинуарында электромеханик трансмиссиялы ДЭТ-250 тракторын сериялы етештереү башлана.
1963 йылдың 9 октябрендә төп конвейерҙан 108 ат көсө ҡеүәте менән тәүге Т-100М сериялы тракторы сыға. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, төрлө климат шарттарында (һаҙлыҡ, ҡом, мәңгелек туңлыҡ һ. б.) эшләгәндә тракторҙарҙың ышаныслылығын һәм сыҙамлылығын арттырыу өсөн база моделен модификациялауҙы сериялы етештереү ҡулланыла. 1964 йылда Силәбе трактор заводы Т-100М тракторының 22 вариантын сығарған. Был трактор, уның бөтә модификацияларын да индереп, предприятие тарихында иң күп етештерелгәне: бөтәһе 412145 дана сығарылған.
60-сы йылдар аҙағында ғәмәлдәге Т-100М сәнәғәт тракторҙарын етештереү шарттарында Т-130 тракторҙарын сығара башлау өсөн уны тулыһынса реконструкциялау һәм ҡайтанан техник ҡоралландырыу башлана. 1970 йылдың 26 майында Силәбе трактор заводын төҙөү һәм реконструкциялау Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшө тип иғлан ителә.
1971 йылдың 10 ноябрендә СССР-ҙың трактор һәм ауыл хужалығы машиналары эшләү тармағында тәүге „В. И. Ленин исемендәге Силәбе трактор заводы“ производство берекмәһе ойошторола.
1982 йылдың 6 авгусында Эльбрустың төньяҡ битләүендә, Бөйөк Ватан һуғышының бейек тау фронты үткән ике километрлыҡ бейеклектә, обелиск ҡуйылған, уның нигеҙендә хәрби ауыр йөк тартҡыс (тягач) сифатында ҡулланылған ҡыйратылған иҫке С-60 тракторының өлөштәре тора.
1983 йылдың 31 майында завод Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән[15].
1983 йылдың 1 июнендә, Силәбе трактор заводының алтын юбилейына, завод алдындағы майҙанда тәүге С-60 тракторы — тәүге совет сылбыр тәгәрмәсле машина ҡуйыла, һәм Силәбелә илебеҙҙә етештерелгән шартлатып тормайынса айырыуса туң һәм ҡая тоҡомдарын эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән, донъялағы иң ҡеүәтле 820 ат көсөнә эйә Т-800 тракторы йыйыла.
1984 йылдың 3 ноябрендә завод ЧТЗ (Т-130М) маркалы миллионынсы трактор етештергән[16].
1988 йылдың мартында трактор эшләүселәр яңыртылған дизель двигателе менән йыһазландырылған Т-170 тракторын етештереүгә тотондо. Атабан завод тракторҙар сығарыу буйынса иң юғары етештереүсәнлеккә өлгәште: конвейерға 31,5 мең машина ҡуйылды.
1989 йылдың ғинуарында ДЭТ-250М2 тракторы сығарыла башлай.
1990 йылдың сентябрендә, донъяла иң ҙур һәм етештереүсәнлеге менән айырылып торғанлыҡтан, Т-800 маркалы йомшартҡыс бульдозер Гиннестың Рекордтар китабына индерелде[17].
1990 йылдың 30 декабрендә тәүге гидромеханик трансмиссиялы сериялы Т10 тракторҙары сығарылды.
Завод 1991 йылдан һуң
үҙгәртергә1992 йылдың 30 апрелендә — Рәсәй Хөкүмәтенең 835-се „В. И. Ленин исемендәге Силәбе трактор заводы“ етештереү берекмәһен хосусилаштырыу (приватизация) тураһында» бойороғо.
1992 йылдың 1 октябрендә — «В. И. Ленин исемендәге Силәбе трактор заводы» етештереү берекмәһе акционерҙарҙың дөйөм йыйылышы ҡабул иткән күрһәтмә (распоряжение) нигеҙендә «УРАЛТРАК» акционерҙар йәмғиәте («УРАЛТРАК» ААЙ) тип үҙгәртелә.
1996 йылдың 27 апреле — «Уралтрак» акционерҙар йәмғиәте акционерҙарҙың дөйөм йыйылышы нигеҙендә «Силәбе трактор заводы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә.
1998 йыл — банкротлыҡ, үҙгәртеп ҡороу, яңы предприятие: «ЧТЗ-Уралтрак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (ООО) барлыҡҡа килә.
1999 йылдың ноябре — В-92 С2 танк дизелен сериялы етештереү үҙләштерелә.
2000 йылдың 25 сентябре «УРАЛСТРОЙ — 2000» халыҡ-ара күргәҙмәһендә (Өфө ҡалаһы) Силәбе трактор заводының продукцияһы беренсе дәрәжәләге алтын Кубок менән билдәләнә.
2002 йылдың 1 июне — Т10 тракторын сериялы етештереү.
2002 йылдың 20 июле — Т3 модулле конструкциялы тракторҙың һынау өлгөһө етештерелә.
2002 йылдың 25 июле — Пермдә «ЧТЗ-Уралтрак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ЯСЙ-енең тәүге төбәк сауҙа үҙәге (РТЦ) асылды.
2002 йылдың октябре — Ярославль мотор заводының двигателе менән, ДЭТ-320 тракторының тәжрибә өлгөһө йыйылған.
2002 йылдың 18 декабре — Берҙәм энергетика селтәрҙәренең сертификация үҙәгендә (Германия) Б-10.02 бульдозерының сифат сертификаты (Өлгөнө һынау тураһында таныҡлыҡ) алынды.
2003 йылдың 1 июле — Т10М тракторын һәм уның нигеҙендә ҡоролған агрегаттарын сығарыуҙы үҙләштереү.
2008 йылда 12,364 миллиард һумлыҡ продукция (2007 йылға ҡарағанда 16,2 %-ҡа күберәк) етештерҙе:
- 162 торба һалыусы,
- 1 944 йомшартыусы бульдозер аппарат,
- 71 ДЭТ-250 һәм ДЭТ-320 ауыр тракторҙары,
- запас частар — барлығы 2 миллиард 853,766 миллион һумлыҡ (28,7 % үҫеш).
2008 йылда продукция экспорты күләме 1,916,4 млрд һум (үҫеш 0,2 %) тәшкил итте. Запас частар экспорты — 417,83 миллион һум (үҫеш 5,9 %)[18].
Силәбе трактор заводы Уралвагонзавод соствында
үҙгәртергә2011 йылдың мартында Уралвагонзавод ғилми-етештереү корпорацияһы Силәбе трактор заводы акцияларының 63,3%-н һатып ала. Элек булған акцияларҙы иҫәпкә алып, Уралвагонзавод НПК-һы Силәбе трактор заводы акцияларының 80%-н биләй башланы. Башҡалары — УВЗ менән Силәбе трактор заводы акцияларын тапшырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыусы Силәбе өлкәһе хөкүмәтендә.
Уралвагонзавод менән Силәбе трактор заводы араһындағы килешеү «Урал һәм Себерҙең йыл йомғаҡтары-2011» йыл һайын бирелгән төбәк-ара премияһының «Йыл килешеүе» номинацияһында еңде[19].
Уралвагонзавод составында Силәбе трактор заводы граждандар, атап әйткәндә, юл-төҙөлөш техникаһы етештереү буйынса, төп предприятиеларҙың береһе булырға тейеш. Трактор заводы базаһында ауыр машиналар эшләү дивизионы төҙөләсәк[20].
2011 йылда Силәбе трактор заводы бер нисә экспорт контракты үтәгән. Тракторҙар элекке СССР-ҙың бөтә республикаларына тиерлек, шулай уҡ Вьетнамға оҙатылды. Ғинуар-август айҙарында ғына экспорт үҙенең натураль сағылышында 36 %-ҡа артҡан[21].
Ҡараҡом сүллегендәге һуғарыу каналдарының үҙәндәрен таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән Б-10М бульдозерҙары менән Төркмәнстан Һыу хужалығы һәм мелиорация министрлығын тәьмин итеү иң ҙур экспорт контракты булды.
Рәсәйҙә Силәбе трактор заводы Рәсәй урман хужалығының төбәк янғын-химия станцияларын комплектлау өсөн 300 берәмек махсуслаштырылған инженер техникаһы менән тәьмин итеү буйынса ҙур контракт үтәне; бер нисә нефть һәм газ корпорацияһына машиналар оҙатылды.
Контракттарҙың күплеге Силәбе трактор заводына һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабул итеүҙе тергеҙергә мөмкинлек бирҙе[22].
2021 йылда Силәбе трактор заводы үҙенең биләмәһендә дөйөм майҙаны 211,9 гектар тәшкил иткән индустриаль парк төҙөй башланы, уның резиденттары етештереү проекттарын үҫтереү өсөн льготалы шарттар алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ[23].
Силәбе трактор заводы бөгөн
үҙгәртергәСиләбе трактор заводы (ЧТЗ) ҡулланыусыға тәҡдим итә:
- Т10М, ДЭТ-250М2 тракторҙары һәм улар базаһындағы инженер машиналары;
- 12,5 һәм 20 тонна ауырлыҡтағы торбаларҙы күтәреү мөмкинлегенә эйә торба һалғыстар;
- Б-10M бульдозерҙары;
- виброкатоктар, тейәгестәр һәм 24 тонна ауырлыҡты күтәрә алырлыҡ тәгәрмәс базаһы модуленә ҡоролған бульдозерҙар;
- ҡеүәттәре 12-нән алып 1200 ат көсөнә тиң дизель двигателдәр;
- ҡеүәте 100 кВт энергия менән тәьмин итерлек автономлы дизель электростанциялар (дизель-генератор ҡоролмалар;
- һыу өҫтөнән нефть продукттарын йыйыу ҡулайламалары өсөн дизель-гидравлик станциялар;
- ЧТЗ тракторҙарына запас частар;
- халыҡ ҡулланыу тауарҙары, шул иҫәптән: «Уралец» универсаль тәгәрмәсле һәм тәгәрмәс-сылбыр тәгәрмәсле мини-тракторы (12 ат көсө);
- Т-02.03.2 коммуналь машинаһы һ. б. тауарҙар.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәСиләбе трактор заводы 80 йыл эшләү дәүерендә 1 268 000-дән ашыу трактор эшләгән. Улар 350 кубометрға яҡын грунт күсергән. Айҙың бөтөн йөҙөн өс ярым сантиметр ҡалынлығындағы тупраҡ менән ҡапларға мөмкин булыр ине. Ә Силәбе трактор заводы техникаһы тарафынан тейәлгән тупраҡты ташыу өсөн 135,5 миллион километр оҙонлоғондағы тимер юл составы кәрәк булыр ине. Ә Силәбе трактор заводы машиналары Ер шары буйлап 90 миллиард километр самаһы, йәғни Ерҙән Ҡояшҡа тиклемге араны 600 тапҡыр үткәнгә тиң[24].
2017 йылдан Силәбе трактор заводында көс структуралары заказы буйынса тракторҙарҙың броня модификациялы партиялары ла (бронетракторҙар) сығарыла [25][26][27].
Заводтың төп үтеү урынындағы мемориаль (иҫтәлекле) таҡталар:
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1983)
- I дәрәжә Кутузов ордены (1945)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- Тәжрибә заводы (1944) һәм дизелдәр буйынса конструкторлыҡ бюроһы (1945) Ленин ордены менән билдәләнгән.
- 12 трактор төҙөүсе Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған.
- 2003 йылдың 25 авгусы — «ЧТЗ — Уралтрак» ЯСЙ-енә Вьетнам дәүләтенең Дуҫлыҡ ордены тапшырылды[28].
- 2010 йылдың декабрендә Силәбе трактор заводы продукцияһы — уртаса сылбырлы тәгәрмәсле Т-13 тракторы һәм ауыр тәгәрмәсле ПК-65 фронталь тейәгесе «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы[29].
- 2011 йылда Силәбе трактор заводы яңылығы - Б8 бульдозеры бер нисә наградаға лайыҡ булды. Ул Силәбе өлкәһенең иң яҡшы 20 тауары иҫәбенә инде, ә ноябрҙә «Рәсәйҙең 100 тауары» конкурсы лауреаты булды[30].
- 2011 йылда Силәбе трактор заводы продукцияһы Көньяҡ Уралдың иң яҡшы йөҙ тауары иҫәбенә инде, ә Иҡтисади үҫеш министрлығы заводҡа «Тракторҙар һәм сәнәғәт тәғәйенләнешендәге транспорт саралары» тармағында «Иң яҡшы экспортёр» исемен бирҙе.
Директорҙары
үҙгәртергә- Ловин Казимир Петрович (?) — Тракторострой начальнигы
- Сафразьян Леон Богданович (?) — Тракторострой начальнигы
- Ильичёв Василий Иванович (апрель 1931 — сентябрь 1932)
- Ловин Казимир Петрович (1932—1934)
- Брускин Александр Давидович (1934—1936)
- Нестеровский Израиль Яковлевич (1936 — июль 1938)
- Соломонович И. Д. (-1940-)
- Зальцман Исаак Моисеевич (октябрь 1941 — февраль 1942)
- Махонин Сергей Несторович (февраль — ноябрь 1942)
- Горегляд Алексей Адамович (ноябрь 1942 — февраль 1943)
- Длугач Моисей Абрамович (февраль — июнь 1943)
- Зальцман Исаак Моисеевич (июнь 1943 — июль 1949)
- Скачков Семён Андреевич (июль 1949 — апрель 1954)
- Крицын Александр Ильич (1954—1961)
- Зайченко Георгий Васильевич (1961—1979)
- Ложченко Николай Родионович (1979—1995)
- Поздеев Валерий Семёнович (ноябрь — декабрь 1995)
- Кичеджи Василий Николаевич (декабрь 1995 — февраль 1998)
- Платонов Валерий Михайлович (февраль 1998 — август 2011)
- Млодик Семён Геннадьевич (август 2011 — октябрь 2012)
- директор вазифаһын в. б. Голыгин Сергей Александрович (октябрь 2012 — ноябрь 2013)
- Воропаев Виктор Викторович (ноябрь 2013 — июнь 2015)
- Михель Евгений Валерьевич (июнь 2015 — июнь 2016)
- директор вазифаһын в. б. Юматов Вячеслав Геннадьевич (2016 йылдың июненән)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- 48-се Тракторострой мәктәбе (Силәбе)
- Станкомаш
- Силәбе төҙөлөш-юл машиналары
- Тракторстрой (станция)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шмакова Н. П. Кировский завод наркомата танковой промышленности «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ «Танкоград» // Великая Отечественная война 1941-1945: энциклопедия / Гл. ред. М. М. Козлов. — 1985. — С. 707. — 832 с. — 500 000 экз.
- ↑ Челябинский тракторный завод // Великая Отечественная война 1941-1945: энциклопедия / Гл. ред. М. М. Козлов. — 1985. — С. 779. — 832 с. — 500 000 экз.
- ↑ Меерович М. Г. Альберт Кан в истории советской индустриализации. 2010 йыл 30 ғинуар архивланған.
- ↑ Ж-л „Эксперт“ № 1 (687)/28 декабря 2009. Максим Рубченко (редактор отдела экономики). Ура, у них депрессия!
- ↑ Меерович М. Г. Архитектор в советской истории. Анатолий Фисенко и Альберт Кан // Проект-Байкал. — 2009. — № 20. — С. 156—161.
- ↑ С. Демидов, А. Хрусталёв Анатолий Степанович Фисенко // Архитектуры СССР. — 1982. — № 9. — С. 51.
- ↑ Фиста Т. В. Челябтракторострой «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ Шмакова. Н. П. Челябинск трактор плэнт «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ Шмакова. Н. П. Ловин Казимир Петрович «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ Шмакова Н. П. О ходе строительства Челябинского тракторного завода «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ 12,0 12,1 Челябинский тракторный завод // Военный энциклопедический словарь / В 2 томах. Том 2. — Редкол.: А. П. Горкин, В. А. Золотарёв, В. М. Карев и др. — М.: Большая Российская энциклопедия, „РИППОЛ КЛАССИК“, 2001 г. 816 с. C. 741. ISBN 5-7905-0996-7
- ↑ [1], Архивированная копия . Дата обращения: 4 март 2011. Архивировано 11 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 11 ноябрь архивланған. Кировский завод Наркомата танковой промышленности
- ↑ Комаров Л. С. Летопись Челябинского тракторного / Л. С. Комаров, Е. Г. Ховив, Н. И. Заржевский. — М., 1972
- ↑ Ежегодник Большой Советской Энциклопедии, 1984 (вып. 28). М., „Советская энциклопедия“, 1984. стр.34
- ↑ Ерошкин А. С. Миллионный трактор ЧТЗ «Силәбе» энциклопедияһында.
- ↑ 2007 йыл 13 февраль [https://web.archive.org/web/20070213225208/http://chtz-uraltrac.ru/news/topics/199.php архивланған. Вторая жизнь рекордсмена — Челябинский Тракторный Завод (ЧТЗ)
- ↑ По итогам 2008 года «ЧТЗ-Уралтрак» увеличил производство спецтехники на 16,2 %
- ↑ «ИТАР-ТАСС Урал» — «УВЗ» победил в 2 номинациях премии «Итоги года Урала и Сибири-2011» 2017 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ о ЧТЗ: Нам нужно развиваться step by step. И никакой штурмовщины . nakanune.ru. Дата обращения: 9 февраль 2022.
- ↑ ООО «ЧТЗ-Уралтрак» в январе-августе 2011 года увеличило экспорт техники в натуральном выражении на 36 % . Дата обращения: 23 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 23 март 2012 года. 2012 йыл 23 март архивланған.
- ↑ ЧТЗ возобновил приём работников . Дата обращения: 23 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 23 март 2012 года. 2012 йыл 23 март архивланған.
- ↑ Челябинский тракторный завод планирует создать индустриальный парк до конца 2021 года . ТАСС. Дата обращения: 26 октябрь 2021.
- ↑ Новый календарь ЧТЗ: занимательная арифметика // Статья от 07.02.2011 г. ИА «Урал-пресс-информ». Д. Зобков
- ↑ ЧТЗ выпустил первую партию бронетракторов(недоступная ссылка) // Статья от 16.11.2017 г. Журнал «Прогресс Технологий».
- ↑ Челябинский тракторный завод осуществил поставку бульдозера Б10М.0101Е для Росгвардии(недоступная ссылка) // Статья от 08.11.2018 г. Журнал «Прогресс Технологий».
- ↑ Бронёй по льду: войска в Арктике получили спецбульдозеры . iz.ru. Дата обращения: 9 февраль 2022.
- ↑ История — Челябинский Тракторный Завод (ЧТЗ) 2011 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Бульдозеры ЧТЗ — в числе ста лучших товаров России . Дата обращения: 23 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 23 март 2012 года. 2012 йыл 23 март архивланған.
- ↑ «ИТАР-ТАСС Урал» — Мини-бульдозер Б-8 Челябинского тракторного победил в конкурсе «100 лучших товаров России» . Дата обращения: 23 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 19 апрель 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Челябинский тракторный завод // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Ермолов А. Ю. Государственное управление военной промышленностью в 1940-е годы: танковая промышленность. СПб. : Алетейя, 2013. — 408 с.
- Зальцман И., Эдельгауз Г. Вспоминая уроки Танкограда // Коммунист. 1984. № 16. С. 76—87.
- Заржевский Н. И., Бердников С. Ф. Челябинский тракторный завод. Челябинск : Книжное издательство, 1962. — 120 с.
- Красильщик З. В борьбе за Челябинский тракторный завод. Свердловск ; М. : Уралоблотдел, 1931. — 91 с.
- Ловин К. П. Челябинский тракторный завод. Челябинск, 1933. — 19 с.
- Малева Н. Испытание банкротством перенёс Челябинский тракторный завод и доказал свою жизнеспособность : [эксперимент с публичной ликвидацией завода провалился] // Российская газета. 1999. 17 сентября. — (Российская газета на Южном Урале).
- Объявлен банкротом // Труд. 1998. 1 декабря. С. 2.
- Самуэльсон Л. Танкоград: секреты русского тыла, 1917—1953. М. : РОССПЭН, 2010. — 375 с.
- Сергийчук В. Танковый король России. Киев : Ничлава, 2005. — 236 с.
- Сушков А. В. Дело «танкового короля» Исаака Зальцмана. Екатеринбург : УрО РАН, 2016. — 300 с.
- Усольцев А. Бастует Челябинский тракторный // Российская газета. 1997. 28 февраля. С. 15. — (Российская газета на Южном Урале).
- Устьянцев С. В. Элита российской индустрии: Челябинский тракторный завод. Екатеринбург : Независимый институт истории материальной культуры, 2008. — 245 с.
- Челябинский тракторный завод в годы Великой Отечественной войны : рекомендованный указатель литературы. Челябинск : Б. и., 1980. — 12 с.
- Челябинский тракторный завод им. тов. Сталина. Челябинск : Челябтракторстрой, 1930. — 96 с.
- Шубарина Л. В. Оборонно-промышленный комплекс на Урале: региональный опыт развития, 1945—1965 гг. Челябинск : Уральская Академия, 2011. — 280 с.
- Постановление ГКО СССР от 05.07.1941 г. № ГКО-29сс (рассекречен) «О создании заводов-дублёров по производству танковых дизелей и моторов и об эвакуации заводов танковых дизелей». В части касающейся о полной (включая работников и членов их семей) эвакуации на ЧТЗ завода танковых дизелей № 75 и о полной перевозке дизельного цеха ЧТЗ{?}[асыҡларға] на СТЗ (включая работников и членов их семей).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт «ЧТЗ-Уралтрак» 2022 йыл 23 март архивланған.
- «Железный поток. Битва заводов» — документальный фильм 2015 г. режиссёра О. Витвицкого на телеканале «Россия-Культура».
- ЧТЗ вошёл в строй действующих предприятий союза. Журнал «За рулём» 11-12 1933 г.
- На рубеже Европы и Азии начал работу самый большой в мире тракторный завод. Журнал «За рулём» 13-1933 г.
- «Санкции лишили ЧТЗ спасительного инвестпроекта с Caterpillar»
- Челябинский тракторный завод, фотографии 1930-х годов, Канадский центр архитектуры, Монреаль