Сенегал (фр. Sénégal), рәсми атамаһы Сенегал Республикаһы (фр. République du Sénégal) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Дәүләттең исеме Сенегал йылғаһынан килеп сыҡҡан.

Сенегал Республикаһы
République du Sénégal (фр.)  Réewum SenegaalҠалып:Ref-wo  Senegaal (фула)
Сенегал гербы
Флаг
Девиз: «Бер халыҡ, бер маҡсат, бер иман»
Гимн: «Pincez Tous vos Koras, Frappez les Balafons»
Үҙаллылыҡ датаһы 20 август 1960Франциянан)
Рәсми тел Француз
Баш ҡала Дакар
Идара итеү төрө ҡатнаш республика
Президент

Премьер-министр

Маки Салл

Абдул Мбайе

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
87
196,722 км²
2,1
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

14,1 млн чел. (72)
51 чел./км²
КПҮИ  0.464 (түбән) (166 урын)
Валюта КФА франкы
Интернет-домен .sn
Код ISO SN
МОК коды SEN
Телефон коды +221
Сәғәт бүлкәте 0

Көнбайышта Атлантик океан, төньяҡта Мавритания, көнсығышта Мали, көньяҡта Гвинея һәм Гвинея-Бисау менән сиктәш. Территорияның эсендә Гамбия дәүләте урынлашҡан, ул Атлантик океандан Сенегал эсенә яҡынса 300 саҡрымға һуҙылған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Сенегал» топонимы гидронимдан — илдең төньяҡ сиге буйлап аҡҡан Сенегал йылғаһынан килеп сыға. Гидроним «Сангана» батшалығының исеменә барып тоташа, уны ун беренсе быуаттағы ғәрәп яҙыусыһы һәм географы Әл-Бәкри телгә ала. Ғәрәп авторҙары ун алтынсы быуатта гидронимды «Сингилу» формаһында, ә Европа диңгеҙселәре «Сенега» рәүешендә телгә ала. Топоним бербер этнонимы «сангая»ға нигеҙләнеүе мөмкин, ул бербер ҡәбиләләренең санхажиҙар союзын (ғәр. صنهاجة‎ Ṣanhaja; бербер. ⵉⵥⵏⴰⴳⴻⵏ Iẓnagen) билдәләү өсөн ҡулланылған, уны ғәрәп сығанаҡтары IX быуаттан телгә ала[2].

Альтернатив ҡараш та бар: Сенегал атамаһы — Серер динендәге юғары илаһ Рог атамаһының һәм o galдың комбинацияһының боҙолған ғәрәп версияһы. Шулай уҡ волоф теленән үҙләштерелгән версияһы буйынса, ул Sunuu Gaal һүҙенәнен килеп сыҡҡан, был «беҙҙең каноэ» тигәнде аңлата, сөнки Сенегал йылғаһының тамағында һәр ваҡыт балыҡсылар кәмәһе күп булған[3].

Атамаһының килеп сығыу версияларына ҡарамаҫтан, португалдар ваҡытында, ә һуңынан француз колонизацияһы ваҡытында гидроним формаһы һәм артабан, шуға ярашлы, топоним — Сенегал нығына[2].

География

үҙгәртергә
Файл:Рельеф Сенегала.png
Сенегалдың рельефы
 
Дакар янындағы балыҡсылар ауылы, 1973 йыл

Сенегал — тигеҙлектә, саванналар зонаһында һәм субэкваториаль бүлкәттең һирәк урманлы зонаһында урынлашҡан ил. Көньяҡ-көнсығышта 500 метрға тиклем айырым бейеклектәр осрай.

Климаты субэкваториаль, төньяҡта ҡоро, көньяҡта дымлыраҡ. Уртаса температура: ғинуарҙа — 23, июлдә 28 градус самаһы.

Сенегал территорияһынанда даими ағымлы ике ҙур йылға — төньяҡта Сенегал һәм көньяҡта Казаманс аға. Башҡа йылғаларҙың күбеһе ҡоро осорҙа тулыһынса тиерлек кибә.

Хайуандар донъяһы
үҙгәртергә

Сенегалдың хайуандар башлыса саванналар һәм урмандар булған көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта күп. Бында арыҫлан, бегемот, зебра, көнбайыш шимпанзе, фламинго, крокодилдар һәм башҡалар йәшәй[4][5].

Саванналарҙа антилопалар осрай, ә төпкөл урындарҙа шакалдар, гиеналар, леопардтар һәм гепардтар йәшәй. Ваҡ кимереүселәр, ҡоштар, һөйрәлеүселәр, бөжәктәр (шул иҫәптән цеце себене) күп. Яр буйы һыуҙары балыҡтарға, шул иҫәптән акулаларға ла бай.

Население

үҙгәртергә
 
2020 йылға Сенегал халҡының йәш-енес пирамидаһы

Халыҡ һаны 18,1 млн кеше тәшкил итә (2022 йылдың ғинуарына баһа).

Йыллыҡ үҫеш 0,7 % тәшкил итә (тыуым кимәле — бер ҡатын-ҡыҙға 1,8).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 59 йәш.

Этник составы: 20 этник төркөм, шуларҙың иң күп өлөшө — волоф (43 %), фульбе (24 %) һәм серер (15 %).

Рәсми тел — француз теле, унда халыҡтың 90 процент самаһы төрлө кимәлдә белә, милли телдәр статусын ғәрәп теле (хассания), баланта-ганжа һәм башҡалар йөрөтә[6]. Илдә бөтәһе 36 тел таралған[7]. Һаңғырауҙар өсөн белем биреүҙә Американың һаңғырау миссионеры Эндрю Фостер индергән америка ишаралар теле ҡулланыла.

Грамоталылыҡ: ирҙәр — 51 процент, ҡатын-ҡыҙҙар — 29 процент (2002 йыл).

Диндәр

Мосолмандар халыҡтың 94 процентын тәшкил итә, христиандар — 5 %, урындағы дини инаныуҙар — 1 %. Күпселек христиандар — католиктар, әммә шулай уҡ баптистар, адвентистар, пятидесятниктар бар.

Ҡала халҡы — 82 % (2008 йыл баһаһы). Иммунодефицит вирусы (ВИЧ) йоҡтороу — 1 % (2007 йыл баһаһы).

Империялар осоро

үҙгәртергә

Б. э. VI быуаты баштарында Сенегал территорияһында ике этник төркөм — волоф һәм серер барлыҡҡа килә. IX быуатта Сенегал йылғаһы үҙәнен тағы бер этник төркөм — тукулер төйәк итә һәм IX—XIV быуаттарҙа көнсығыш Сенегалда Уларҙың Текрур дәүләте өҫтөнлөк ала. XV быуатҡа Волоф һәм Серер дәүләттәре лә ойоша.

Колонияға тилемге осор

үҙгәртергә

Яҡынса XI быуатта Сенегалда ислам дине өҫтөнлөк итә башлай.

XIV быуатта төбәктә бер нисә батшалыҡ була, уларҙың иң көслөһө — Джолоф.

XV быуатта Сенегал ярҙарында европалылар күренә башлай. Тәүгеләре португал диңгеҙселәре була, ә 1633 йылда илгә инглиз һәм француз сауҙагәрҙәре аяҡ баҫа. XVII—XVIII быуаттарҙа Европа менән Африка араһындағы сауҙала ҡолдар менән һатыу итеү торған һайын ҙурыраҡ урын ала бара. Африка хакимдары күршеләренә һөжүм итеп әсирҙәр алған һәм уларҙы европалыларға һатҡан.

Колония осоро

үҙгәртергә

XVII быуат уртаһынан XIX быуат аҙағына тиклем Көнбайыш Африка территорияларын Франция колонизациялай. Тәүҙә француздар Сенегал компанияһын ойошторалар, ә 1638 йылда Сенегал йылғаһы тамағында Сен-Луи сауҙа портына нигеҙ һалалар (1659 йылдан Сен-Луи ҡалаһы). Ул сауҙа факторияһына һәм француз флоты өсөн йөк күсереп тейәү үҙәгенә әйләнә. 1693—1814 йылдарҙа Англия менән Франция араһында Сенегалдың яр буйы өсөн көрәш бара. XIX быуаттың икенсе яртыһында француздар Сенегалдың эске райондарын үҙләштерә башлай. 1848 йылда Сенегалда ҡоллоҡ тыйыла. Француздар Сенегалдағы биләмәләрен киңәйтә һәм эске райондарҙы буйһондора. 1860 йылда Сенегалдың иң ҙур ҡәбиләһе тукулерҙар башлығы Хадж Омар Франция протекторатын таный һәм 1890 йылға Сенегалдың бөтә ҡәбиләләре лә француздарға буйһона. Француздар Сенегалдан ҡытай сәтләүеге сығаралар, аҙ миҡдарҙа алтын табыла. 1885 йылда Сен-Луи — Дакар тимер юлы төҙөлә. 1895 йылда Сенегал француз Көнбайыш Африкаһының өлөшөнә әйләнә, ә 1902 йылда Дакар был колонияның хакимиәт үҙәге була. Ҡайһы берҙәр Франция гражданлығын ала башлай. Бөтә Көнбайыш Африканың колониаль хакимиәт органдары өсөн ҡара тәнлеләрҙән кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорттары асыла. Африкандарҙан француз армияһы частары — сенегал уҡсылары батальондары төҙөлә башлай. 1909—1923 йылдарҙа Дакарҙан күрше француз колонияһы Малиға тимер юл һалына. 1959—1960 йылдарҙа Сенегал Мали менән берләштерелә. 1946 йылда Сенегалда йәшәүселәргә барыһына ла Франция гражданлығы бирелә, ә Сенегал үҙе Францияның диңгеҙ аръяғы территорияһы статусын ала.

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро

үҙгәртергә

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
Сенегалдың өлкәләре

Сенегал территорияһы 14 өлкәгә бүленә, уларҙың һәр береһе менән Өлкә советы идара итә. Үҙ сиратында, өлкәләр 113 округҡа бүленгән 45 департаменттан тора (уларҙың береһенең дә административ функцияһы юҡ).

Өлкә Өлкә (франц. ) Адм. үҙәк Майҙаны,
км²
Халҡы,
(2010), кеше
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Дакар Dakar Дакар 550 2 740 200 4982,18
2 Диурбель Diourbel Диурбель 4 359 1 421 500 326,11
3 Фатик Fatick Фатик 7 935 649 500 81,85
4 Кафрин Kaffrine Кафрин 11 853 509 600 42,99
5 Каолак Kaolack Каолак 4 157 782 400 188,21
6 Кедугу Kedougou Кедугу 16 896 124 300 7,36
7 Колда Kolda Колда 13 718 582 100 42,43
8 Луга Louga Луга 29 188 810 000 27,75
9 Матам Matam Матам 25 083 572 800 22,84
10 Сен-Луи Saint-Louis Сен-Луи 19 044 890 300 46,75
11 Седиу Sedhiou Седиу 7 293 431 000 59,10
12 Тамбакунда Tambacounda Тамбакунда 42 706 648 100 15,18
13 Тиес Thiès Тиес 6 601 1 532 100 232,10
14 Зигиншор Ziguinchor Зигиншор 7 339 485 300 66,13
Бөтәһе 196 722 12 179 200 61,91

Иҡтисады

үҙгәртергә

Сенегал иҡтисады насар үҫешкән. Төп тәбиғи ресурстар — фосфориттар, баҡыр, алтын. Йән башына эске тулайым продукт 2008 йылда — 1600 доллар. 2007 йылда эшһеҙлек 48 % тәшкил итә.

Эшләүселәрҙең 75 проценттан ашыуы (тулайым эске продукттың 14 проценты) ауыл хужалығында мәшғүл. Продукцияһы — арахис, тары, кукуруз, сорго, дөгө, мамыҡ. Эре мөгөҙлө мал һәм ҡош үрсетәләр, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнәләр.

Сәнәғәт өлкәһендә (тулайым эске продукттың 23 проценты) ауыл хужалығы продукцияһын һәм балыҡ эшкәртелә, фосфат, шулай уҡ тимер мәғдәне, цирконий һәм алтын сығарыла.

Эске тулайым продукттың 63 проценты хеҙмәтләндереү өлкәһенә тура килә.

Тышҡы сауҙа

үҙгәртергә

Экспорт — 3,59 миллиард доллар[8] (2017 йылда) — балыҡ һәм диңгеҙ продукттары (15 процент) нефть продукттары (13 процент), фосфаттар һәм улар нигеҙендәге химикаттар (11 процент), алтын (10 процент), шулай уҡ ауыл хужалығының башҡа продукцияһы (шул иҫәптән арахис — 2,8 процент).

Төп һатып алыусылар — Мали (780 миллион доллар), Һиндостан (414 миллион доллар), Швейцария (295 миллион доллар), Ҡытай (158 миллион доллар) һәм Испания ($154 млн).

Импорт — 7,89 млрд доллар. (2017 йылда) — машиналар һәм ҡорамалдар (16,6 %), нефть продукттары (11 %) һәм сей нефть (6 %), аҙыҡ-түлек (башлыса дөгө һәм бойҙай), дарыуҙар, металдар.

Төп тәьмин итеүселәр — Ҡытай (974 млн доллар), Франция (961 миллион доллар), Һиндостан (604 млн доллар), Нигерия (491 миллион доллар) һәм Нидерландтар (431 миллион доллар).

Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәре (АКТ) илдәренең халыҡ-ара ойошмаһы ағзаһы булып тора.

Сенегалдың Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә

Илдең спорт тарихында иң ҙур уңышҡа футбол буйынса Сенегал йыйылма командаһы өлгәшә. 2002 йылда Японияла һәм Кореяла үткән донъя чемпионатында команда сирек финалға тиклем барып етә, белгестәр быны көтмәй. Шулай уҡ команда 2021 йылда төп континенталь трофейҙы — Африка милләттәре кубогын яулай. Команда ФИФА командалары исемлегендә 27-се урынды[9] биләй.

Сенегал, атап әйткәндә, уның баш ҡалаһы Дакар — элек Париж — Дакар булараҡ билдәле булған планетаның төп ралли-рейдтарының береһенең традицион финишы урыны. Әлеге ваҡытта финиш урыны буйынса Дакар тип йөрөтәләр. Әммә 2008 йылда террористик хәүеф арҡаһында уҙыш туҡтатылғандан һуң, ойоштороусылар 2009 һәм 2010 йылдарҙағы уҙышты Төньяҡ Африкала үткәреүҙән баш тартып, уны Көньяҡ Америкаға күсерәләр.

Сенегалдың милли спорт төрө — Laamb. Ул миксфайтҡа оҡшаш. Уны шулай уҡ Сенегал көрәше тип атайҙар. Һуғыш сәнғәтенең был төрө был илдә бик популяр һәм тамашасыларҙы футбол матчтарынан да кәм йыймай. Сенегал көрәше (волоф laamb) — традицион рестлинг менән йоҙроҡ алышы ҡатнашмаһы. Партерҙа көрәшмәйҙәр. Ғәҙәттә ул — ҡыҙҙы йәлеп итеү маҡсатында егеттең оҫталығын һәм көсөн күрһәтеүе. Был йола көрәш кеүек үк бик мөһим.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa
  2. 2,0 2,1 Поспелов, 2002, с. 379—380
  3. Holloway, Beetle. The Real Story Behind Senegal’s Name (ингл.). Culture Trip (31 май 2018).
  4. Страны Африки - Сенегал природа и животный мир. www.africa.org.ua. Дата обращения: 15 август 2022.
  5. Животные Сенегала, животный мир Сенегала и его описание. ecologyproblems.ru. Дата обращения: 15 август 2022.
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Senegal languages (ингл.).
  8. Внешняя торговля Сенегала по данным https://oec.world/. Дата обращения: 3 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2019 года.
  9. The FIFA/Coca-Cola World Ranking — Ranking Table. Дата обращения: 11 июнь 2018. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2018 года. 2018 йыл 26 декабрь архивланған.

Литература

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә