Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы

техник фәндәр докторы

Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы (20 июнь 1939 йыл6 март 2006 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Почёт ордены кавалеры (1998).

Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ҡорос ауылы, Рәсәй
Вафат булған көнө 6 март 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (66 йәш)
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Ғилми дәрәжә фән докторы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әбүзәр Карам улы Ғәлләмов 1939 йылдың 20 июнендә БАССР-ҙың Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында тыуған.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1962 йылда Өфө нефть институтының нефть һәм газ промыслалары машиналары һәм ҡорамалдары факультетын тамамлаған.

1962—1974 йй. — Өфө нефть институтында эшкә ҡалған, өлкән преподаватель, доцент булған.

1974—2007 йй. — Юғары математика кафедраһы мөдире.

Фәнни хеҙмәттәре нефтте һәм газды транспортлау процестарының математик моделен әҙерләү менән бәйле. Ғәлләмов промысла һәм магистраль нефть һәм газ торбаларының сик өлөшөндәге объекттарҙы эксплуатациялау мәсьәләләрен тикшерә; нефть үткәргес системаларына техник диагноз ҡуйыу өсөн норматив документтар әҙерләй.

Ғалим 2006 йылдың 6 мартында вафат була, Өфөлә ерләнгән. Баш ҡалала ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Диссертацияларының темалары: 1967 — «Движение газожидкостных смесей по горизонтальным и наклонным трубопроводам»

1973 — «Исследования по повышению эффективности эксплуатации нефтегазопроводов»

Хеҙмәттәре нефть һәм газды эксплуатациялау проблемаларына, объекттарҙы һәм магистраль транспортты хеҙмәтләндереү диагностикаһына арналған. Нефть һәм нефть продукттарын һәм транспорт объекттарын эффектлы эксплуатациялау өлкәһендә фундаменталь математик методтарын ҡулланыу алымы менән хәл итеү буйынса белгес.

Фәнни хеҙмәттәре, асыштары

үҙгәртергә

Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы 200-ҙән ашыу баҫма фәнни хеҙмәт, 3 монография һәм 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре:

  • Гидродинамика трубопроводного транспорта нефти и нефтепродуктов. М., 1984 (авторҙ.);
  • Трубопроводный транспорт нефти в сложных условиях эксплуатации. М., 1990 (авторҙаш);
  • Обеспечение надёжности функционирования системы нефтепроводов на основе технической диагностики. Уфа, 1997 (авторҙаш).

Уйлап табыусы Ғәлләмов Әбүзәр Карам улының түбәндәге патенттары бар:

  • Приемораздаточное устройство резервуара
  • Способ изготовления металлических труб
  • Резервуар для нефтепродуктов
  • Резервуар для нефтепродуктов

25-тән артыҡ фән кандидаты һәм 6 фән докторы әҙерләгән.

Фәнни һөҙөмтәләре нефть һәм газды «Транснефть» АЙ-ы ПАО эшмәкәрлегендә, промысел эксплуатациялауында һәм магистраль транспорт тәжрибәһендә киң ҡулланыла.

Нефть һәм газды транспортлауҙың, һаҡлауҙың технологик процестарын математик моделләштереү буйынса белгес. Нефть һәм газүткәргестәрҙең промысел һәм магистраль эксплуатациялау эффектлығын күтәреү проблемаларын хәл иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1978 — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • 1982 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • 1998 — Почёт ордены кавалеры
  • 2004 — Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә