Ҡырымғужин Ғилметдин Сәйфетдин улы

Ҡырымғужин Ғилметдин Сәйфетдин улы (1 июнь 1927 йыл — 1 февраль 1991 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1954—1972 һәм 1977—1990 йылдарҙа Хәйбулла районы «Башҡорт» совхозының трактор бригадаһы етәксеһе; 1972—1977 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Ҡырымғужин Ғилметдин Сәйфетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 июнь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Иләс, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 февраль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Япарһаҙ, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғилметдин Сәйфетдин улы Ҡырымғужин 1927 йылдың 1 июнендә БАССР-ҙың Хәйбулла районы Иләс ауылында тыуа.

Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда Хәйбулла районының «Яңы юл» колхозында башлай. 1943—1951 йылдарҙа Хәйбулла МТС-ының трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй. 1952 йылдың авгусында Һамар ауыл хужалығын механизациялау мәктәбен тамамлағандан һуң, производствоға өйрәтеү мастеры итеп тәғәйенләнә. 1954 йылдың сентябренән БАССР-ҙың Йылайыр районы «Башҡортостан» совхозының ялан бригадаһы менән етәкселек итә.

Биш йылда бригадала 12 тракторсы, 6 комбайнсы әҙерләй, механизаторҙар бригадаһының 45 ағзаһының 31-е квалификацияһын күтәрә.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм дәүләткә ер эшкәртеү һәм малсылыҡ продукцияһын һатыуҙың биш йыллыҡ планын үтәүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 24 июнендәге Указы менән Ғ. С. Ҡырымғужинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1972 йылдың сентябрендә хаҡлы ялға киткәнгә тиклем ул Ғәлиев бүлексәһе управляющийы, совхоз бригадиры булып эшләй.

Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975).

1991 йылдың 1 февралендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың Япарһаҙ ауылы урамдарының береһе Ғ. С. Ҡырымғужин исемен йөрөтә.
  • Йылайыр районы Матрай ауылында Мәҙәниәт йортона иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә