Хөсәйенов Әбүбәкер Дәүләтҡол улы

Хөсәйенов Әбүбәкер Дәүләтҡол улы (1 июнь 1859 йыл — октябрь 1937 йыл[1]) — дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе.

Хөсәйенов Әбүбәкер Дәүләтҡол улы
Дин:

ислам

Титул:

дин эшмәкәре

Тыуыу выҡыты:

1 июнь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Темәс ауылы, Баймаҡ районы

Үлеү ваҡыты:

1937({{padleft:1937|4|0}})

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Әбүбәкер Дәүләтҡол улы Хөсәйенов 1859 йылдың 1 июнендә хәҙерге Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. Бала саҡтан белемгә ынтылыусан булып үҫә, төрлө уҡыу йорттарында уҡый, урыҫ телен ныҡлап өйрәнә. Ауылда хәҙрәт була[2].

Халыҡ педагогикаһына, халыҡ ижадына ҙур иғтибар бүлә. Темәс ауылында мәҙрәсә асыуға өлгәшә, артабан — урыҫ-башҡорт мәктәбен. Ҡатын-ҡыҙҙар класын асыу унан күп көс талап итә.

Донъя хәлдәре менән даими таныша, ҡыҙыҡһына, абруйлы шәхестәр менән аралаша. Мифтахетдин Аҡмулла менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә була. 1917 йылғы ваҡиғаларҙы, милли-азатлыҡ хәрәкәтенең башланыуын һәм Башҡорт автономияһы төҙөлөүен хуплап ҡаршы ала. Зәки Вәлиди менән фекерҙәш була. Үҙенең «Хәтирәләрендә» Вәлиди Әбүбәкер хәҙрәттә ҡунаҡ булыуы тураһында иҫкә ала[1].

1918 йылдың 2 октябрендә, Башҡорт дини идаралығы съезында, Бөрйән кантоны ҡаҙыйы итеп һайлана[2].

Уның биографияһында тағы ла бер, уны халыҡ ижадын, көнкүрешен яҡшы белгән һәм абруйлы шәхес булыуын билдәләгән ваҡиға була: 1923 йылда Әбүбәкер Хөсәйенов Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Башҡортостан исеменән ҡатнашыу хоҡуғына эйә була: бөтә нескәлектә башҡорт мөхитен сағылдырған тирмә менән дан ала. Был күргәҙмәлә әлеге экспозиция I дәрәжәләге диплом менән бүләкләнә[2]. Мәскәүҙә күргәҙмәлә булған сағында Әбүбәкер Хөсәйенов көндәлек алып барған, көндәлектә юлға әҙерләнеү һәм күргәҙмә нисек үтеүе тураһында ентекләп тасуирлана. Әбүбәкер Хөсәйенов менән бергә ҡурайсы Әхмәтов Хәмит һәм бейеүсе Барлыбаев та баралар. Өфөлә тирмәне йыйып-һүтеп ҡарайҙар. Мәскәүгә ҡымыҙ эшләү өсөн бөтә кәрәк-яраҡты, һауыт-һаба, хатта һауын бейәләргә тиклем, хуш еҫле башҡорт балын, ҡатын-ҡыҙҙар — бөтә булған милли биҙәүестәрен алып китәләр. Әбүбәкер Дәүләтҡол улының кесе ҡыҙы, Әминә, Луначарский, Чичерин кеүек күренекле совет етәкселәре тирмәне килеп күреүҙәре тураһында үҙенең тәьҫораттары менән бүлешә. 6 августа Өфөнән сығып китеп, ноябрь уртаһында ғына ғаилә Башҡортостанға ҡайта[1].

Темәс ауылының Совет урамындағы Ә. Хөсәйеновтың йорто — тарихи ҡомартҡы, бында Зәки Вәлиди туҡтаған[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сказание о земле Баймакской, Уфа, Издательство «Слово», 1998, 93-96 биттәр
  2. 2,0 2,1 2,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  • Сказание о земле Баймакской, Уфа, Издательство «Слово», 1998, 93-96 биттәр.