Миһранов Рәйес Һаҙый улы

Миһранов Рәйес Һаҙый улы (1 июнь 1926 йыл — 1970 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары; 1960 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала һәм Баймаҡ район комитеттары секретары; 1963—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 4–6-сы сығаралыш Юғары Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XXIII съезы делегаты (1958). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1959, 1966) ордены кавалеры.

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйес Һаҙый улы Миһранов 1926 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантонының[1] Илтәй ауылында тыуған. Мәктәптә уҡығанда уҡ ул әүҙемлеге, талапсанлығы, ныҡышмаллығы менән айырылып тора[2].

1947 йылдан — Коммунистар партияһы ағзаһы. 1943 йылда Илтәй ауыл Советы башҡарма комитетының секретары вазифаһын биләй. 1943—1946 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда БАССР-ҙың Салауат районы советының сауҙа бүлеге инструкторы. 1946—1948 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Салауат райком комитетының кадрҙар һәм ойойштороу-инструктор эштәре бүлегенең мөдире. 1948—1950 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында башта ошо уҡ вазифа бурыстарын башҡара, артабан статистика секторы мөдире, комсомол органдары бүлеген мөдиренең урынбаҫары булып эшләй.

1950—1952 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Үҙәк комсомол мәктәбендә белемен камиллаштыра. 1952—1954 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының кадрҙар буйынса секретары. 1954 йылдың февраль айынан 1960 йылының ғинуарына тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары була. Был вазифаға ул Зәкәриә Аҡназаровтан һуң килә һәм был эштә алты йыл тирәһе эшләй. Рәйес Миһрaновтың ғүмерендә әлеге осор иң эшлекле һәм һөҙөмтәле була. Республикала сиҙәм ерҙәре үҙләштерелә, яңы нефтехимия һәм нефть эшкәртеүсе заводтар асыла, юғары темптар менән торлаҡ һәм башҡа мөһим объекттар төҙөлә. Химия сәнәғәтендә ул йылдарҙа Башҡортостан СССР-ҙа беренселәрҙән була[2].

1958 йылда Мәскәүҙә ВЛКСМ-дың 13-сө съезы үтә, Башҡортостан комсомолы делегаттарының 18 кешенән торған делегацияһын Рәйес Миһранов етәкләй[2].

Рәйес Һаҙый улы бик йыш эшселәр коллективтары менән осраша[3], республика матбуғатында мәҡәләләр менән сығыш яһай. 1959 йылда «Молодая гвардия» үҙәк нәшриәтендә уның «В поход за культуру» брошюраһы[4] донъя күрә, брошюрала Башҡортостан комсомол ойошмаларының мәҙәни-ағартыу эштәрендә ҡатнашыуы тураһында бәйән ителә.

1960 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетына күсерелә. 1960—1962 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ өлкә комитетының беренсе секретары. 1962—1963 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз идаралығының партия комитеты секретары. 1963 йылда ҡабаттан Өфөгә ҡайта һәм 1967 йылға тиклем БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Артабан хужалыҡ эштәрендә хеҙмәт итә.

БАССР-ҙың Юғары Советының 4-6 саҡырылышы депутаты булып һайлана.

Миһранов Рәйес Һаҙый улы 1970 йылда, 44 йәшендә, вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә