Көньяҡ Урал ҡурсаулығы

(Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы битенән йүнәлтелде)

Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Башҡортостандың Белорет районында һәм өлөшләтә Силәбе өлкәһе территорияһында урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 252,8 мең га.

Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы
башҡ. Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны252,8 мең га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1978 йылдың 19 июнендә йыл 
Урынлашыуы
54°20′48″ с. ш. 57°53′09″ в. д.HGЯO

south-ural-reserve.ru
Рәсәй
Точка
Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы
 Көньяҡ Урал ҡурсаулығы Викимилектә
Ямантау
Ямантау эргәһендә көҙгө урман

Ул 1978 йылда ойошторолған. Төп маҡсаты - Көньяҡ Уралдың таулы тайга экосистемаларын һаҡлау.

Көньяҡ Уралдың иң бейек өлөштәре тап ошо ҡурсаулыҡ биләмәләренә тура килә.

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә бер нисә тау һырты бар: Машаҡ, Нәре, Күмерҙәк, Елмерҙәк, Ямантау. Оло Ямантау (1640 м) Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе булып тора.

Йылғалары — Оло Инйәр, Кесе Инйәр, Телмәй, Йүрүҙән.

Ҡурсаулыҡ биләмәһенә инеү сикләнгән. Быға Межгорье ҡалаһы янында урынлашыуы сәбәп булыуы бар.

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 698 төр юғары төҙөлөшлө үҫемлек, 226 төр мүк, 177 төр ылымыҡ , 169 төр лишайник, 121 төр бәшмәк асыҡланған.

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр эсенән 4 төрө көкөрт үләндәренә, 6-һы - ҡырҡбыуындарға, 23-ө — ҡаҙыяҡ һымаҡтарға, 6-һы - яланғас орлоҡлоларға һәм 600 төрө ябыҡ орлоҡлоларға ҡарай.

Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр араһында 23 төр ағас, 36 төр ҡыуаҡлыҡ, 17 төр ваҡ ҡыуаҡлыҡ, 3 төр ярым ҡыуаҡлыҡ һәм 6 төр ярым ваҡ ҡыуаҡлыҡ бар.

Ҡурсаулыҡ флораһының 20 төрө Урал эндемиктарынан: Игошин һолоүләне, көньяҡ һолоүләне, Крылов ясколкаһы, пермь анемонаструмы, ирәмәл алтын тамыры, урал талы, урал соссюреяһы урал ҡолонғойроғы, ирәмәл тырнағуты, урал тырнағуты, манжетканың бер нисә төрө; ҡая эндемиктары: энәле ҡәнәфер, Гельм минуарцияһы, Крылов жабрицаһы, Талиев кейәү үләне, Клер астрагалы; киң япраҡлы урман эндемиктары - Литвинов сырмалсығы, урал цицербитаһы, татар сәсмәүбашы.

Ҡурсаулыҡта Рәсәйҙең "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән - 12 төр, Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән 66 төр үҫемлек яҡлау тапҡан.

Ҡурсаулыҡ биләмәһенең 89 процентын урман ҡаплаған. Төп ағастар булып дүрт төр ылыҫлы үҫемлек (аҡ шыршы, себер шыршыһы) һәм ун төр япраҡлы ағас тора. Ылыҫлылар урмандың 32 процент өлөшөн ала. 8,4 проценты ҡарағай урмандарына тура килә.

Урмандарҙың яртыһынан күберәк майҙанын ваҡ япраҡлы ҡайын һәм уҫаҡ биләй (34 процентында ҡайын һәм 20 процентында уҫаҡ өҫтөнлөк итә).

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә 260 төр умыртҡалы хайуан, шул иҫәптән 50 төр имеҙеүсе, 189 төр ҡош, 5 төр һөйрәлеүсе, 5 төр ер-һыу хайуаны, 20 төр балыҡ тереклек итә.

Улар араһында ике төр ситтән килтерелеп таралып киткән (акклиматизацияланған) америка шәшкеһе менән ондатра бар.

Ҡурсаулыҡ өсөн ғәҙәти төрҙәр булып мышы, бүре, һоро айыу, ҡуян, ҡондоҙ, илек һәм ҡабан һанала.

Һеләүһен, йылҡы ҡомағы, көҙән, әлгәнйәк әҙ һанлылар иҫәбендә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә