Восканов Рубен Айрапетович

партия эшмәкәре

Восканов Рубен Айрапетович (1 июнь 1894 йыл — 25 октябрь 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1923—1924 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Восканов Рубен Айрапетович
Зат ир-ат
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Восканян Рубен Айрапетович
Тыуған көнө 20 май (1 июнь) 1891
Тыуған урыны Ашхабад, Закаспийская область[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 октябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Һарытау, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Рубен Айрапетович Восканов (Восканян) 1894 йылдың (БЭ-ға ярашлы, башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1891 йылдың) 1 июнендә Закаспийск өлкәһенең Полторацк ҡалаһында тыуған. Милләте — әрмән[1][2].

1914 йылда РСДРП(б)-ға инә.

1908 йылдан 1917 йылға тиклем Фирғәнә өлкәһендә Наманганда, Велисцихта (Тифлис губернаһы), Кавказ аръяғы тимер юлы Явлах станцияһында, Амур тимер юлы станцияларында — телеграфсы, Малоградово, Посьет станцияларында телеграф станцияһы мөдире булып эшләй.

1917 йылдан Рубен Айрапетович партия эшндә — комиссар, Красноводск телеграф контораһының РКП(б) ячейкаһы секретары (Закаспийск өлкәһе). 1918 йылда ҡулға алына һәм Баҡыға һөрөлә.

1919 йылда Баҡы стачка комитетының секретары, Кавказ аръяғы край профсоюздар Советы Президиумының секретары итеп һайлана, тағы ҡулға алына, Грузияға ебәрелә. Ошо уҡ йылда Кавказ аръяғы тимер юлындағы Александрово станцияһында механик-телеграфсыһы, Әрмәнстан Үҙәк стачка комитетының рәйесе булып эшләй, ҡулға алына, Әрмәнстанда йәшерен эштә була.

1919 йылдан 1920 йылға тиклем Рубен Айрапетович — Әрмәнстан тимер юлдары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы секретары, 1920 йылдан — Әрмән РКП(б)-ның өлкә комитетының ағзаһы, ВЦСПС-тың Кавказ аръяғы бюроһы инструкторы, Әзербайжан тимер юл хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе, Әзербайжан профсоюздар советы Президиумының ағзаһы , Әрмән ССР-ның юл бәйләнештәре халыҡ комиссары юл, Әрмән ССР-ның почта һәм телеграфының халыҡ комиссары.

Яуаплы вазифаларҙа эш урындары: 19211922 йылдарҙа — Кавказ аръяғы тимер юлдары комиссары урынбаҫары, 1922—1923 йылдарҙа — вәкил урынбаҫары, Төркөстанда РСФСР юлдар бәйләнеше халыҡ комиссариаты вәкиле; 1923 — 1924 йылдарҙа — РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары. 1924 йылдың июне — 1925 йыл — РКП(б)-ның Алтай губерна комитетының яуаплы секретары, 1925—1927 йылдарҙа — РКП(б) — ВКП(б)-ның Кинешма өйәҙ комитетының (Иваново-Вознесенск губернаһы) яуаплы секретары, 1927—1928 йылдарҙа — ВКП(б-ның Кавказ аръяғы край комитетының Ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, 1928 −1929 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Казак край комитетының яуаплы инструкторы.

19291930 йылдарҙа Рубен Айрапетович — ВКП(б)-ның Гурьев округ комитеты яуаплы секретары, 1930 йылдан 1932 йылдың мартына тиклем — Ҡаҙаҡ комитеты агитация бүлеге мөдире алды кампанияһы һәм күмәк ВКП(б)-ның Казак край комитеты агитация һәм күмәк кампаниялар Бүлеге мөдире, 1932 йылдың июне — 1933 йыл — ВКП (б)-ның Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкә комитеты 1-се секретары, 1933—1934 йылдар — Свердловск тимер юлы Ясиноват тимер юлы районының Сәйәси бүлеге начальнигы, 1935—1937 йылдың феврале — СССР-ҙың юл элемтәһе Халыҡ комиссариатының төҙөлөш материалдары Көньяҡ-Көнсығыш тресы начальнигы ярҙамсыһы (Һарытау).

1937 йылдың 3 февралендә Восканов Рубен Айрапетович ҡулға алына, ә 1938 йылдың 29 октябрендә СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан хөкөм ителә. Советтарға ҡаршы ойошмала ағзалыҡта һәм СССР территорияһында ҡоротҡос эшмәкәрлектә ғәйепләнә.

1938 йылдың 25 октябрендә Һарытау ҡалаһында атып үлтерелә.

1957 йылдың 28 ноябрендә СССР-ҙың Юғары Суды Хәрби коллегияһы уны реабилитациялай.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Ашимбаев Д. Р. Кто есть кто в Казахстане. Биографическая энциклопедия. Алматы, 2008

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә