Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы

тарихсы-журналист
(Салауат Хәмиҙуллин битенән йүнәлтелде)

Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы (1 июнь 1968 йыл) — тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы (2000), тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000) премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре (2009)

Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин
Тыуған көнө

1 июнь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны

Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

тележурналист, тарихсы

Наградалары һәм премиялары
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин 1968 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. 1991—92 йылдарҙа «Истоки» газетаһы хәбәрсеһе. 1991 йылдан Башҡортостан дәүләт радио-телекомпанияһында: телевидениеның йәштәр редакцияһы мөхәррире, «Йәшлек» ИБ етәксеһе, «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе, «Ғилем» ИБ мөхәррире, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар ИБ мөхәррире, танып-белеү һәм тарихи тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе, ТВ студияһының танып -белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе.

«Историческая среда» һәм «КЛИО» телепроекттары авторы һәм етәксеһе[1].

Өйләнгән, улы бар.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Образование «Большой Башкирии». Как это было… — Уфа, 2008. (авторҙаш)
  • Бурджаны в истории Евразии. — Уфа: Гилем, 2013[2]
  • История башкирских родов. Многотомник. (Составитель и редактор). — Уфа, 2014—2019. (авторҙаш)

Фильмография

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр

үҙгәртергә

Ваҡытлы матбуғат уның тураһында

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • [6].
  • Нафикова А. ТЕЛЕВИДЕНИЕ В ЛИЦАХ. Салават Хамидуллин: Я занимаюсь тем, что мне интересно. Просветительские программы востребованы всегда. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 19 март[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Документаль фильмдар өсөн

үҙгәртергә
  • II Халыҡ-ара «Мәңгелек ут» фестивале (Волгоград, 2000): «Генерал Шаймуратов» фильмы — I урын;
  • «Ер һәм кешеләр» республика телефестивале (Өфө, 2002): «У слияния трех рек» фильмы — I урын;
  • Республика киң мәғлүмәт сараларының «Баш ҡалаға — 430» конкурсы (Өфө, 2004): «Богоспасаемый град Уфа» фильмы — II премия.
  • «Тэфи-регион-2007» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы: «Под знаком Сатурна» фильмы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Историческая среда» 2014 йыл 25 июнь архивланған.
  2. «Бурджаны в истории Евразии». Текст рецензии на монографию на сайте «РБ -XXI век»
  3. «Киске Өфө», 2016, № 43, 22 — 28 октябрь (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2016)
  4. Абдуллина Л. Заманыбыҙ Салауаты тип өндәшәбеҙ беҙ уға! «Башҡортостан» гәзите, 2016, 12 август 2016 йыл 2 сентябрь архивланған.
  5. «proufu.ru/news/» Биишева Г. Салават Хамидуллин: «У башкир не семь, а более сорока родов». «proufu.ru/news/» сайты, 2015, 1 июнь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 август 2016)
  6. Нуретдинов А. Тамырҙарын барлай урандар. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 27 июль 2018 йыл 24 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 август 2016)
  7. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 19 март(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 август 2016)
  8. Телеведущий Салават Хамидуллин 2014 йыл 25 август архивланған.
  9. Стали известны имена лауреатов премии имени Салавата Юлаева
  10. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 2 октябрь(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 июль 2018)
  11. Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли

Һылтанмалар

үҙгәртергә