Грушина Лира Рим ҡыҙы

спортсы, тренер. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры

Грушина Лира Рим ҡыҙы (1 июнь 1967 йыл) — спортсы һәм тренер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2006) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1984), Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002).

Грушина Лира Рим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тренер, спортсы, директор
Эш урыны Олимпия резервы мәктәбе[d]
Уҡыу йорто Себер дәүләт физик культура һәм спорт университеты
Спорт дисциплинаһы рапираларҙа фехтование[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Лира Рим ҡыҙы Грушина (ҡыҙ фамилияһы — Хисмәтуллина[1] 1967 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. «Спутник» физик культура йорто һәм «Зенит» балалар спорт ойошмаһында Г. М. Сорокинала, Евгений Иванович Емельяновта тәрбиәләнә. 1989 йылда Омск дәүләт физик культура институтын тамамлай[1].
1985—1988 йылдарҙа «Спутник» физик культура йортоноң фехтование буйынса тренер-уҡытыусыһы. 1988—1989 йылда 8-се Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (ДЮСШ) эшләй. 1989 йылдан 1994 йылға тиклем 4-се ДЮСШ-ла балалар тәрбиәләй. 1994 йылдан — өлкән тренер-уҡытыусы. 2001 йылдан — Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһы, 2003 йылдан өлкәндәрҙең йыйылма командаһы тренеры. 2009 йылдан Олимпия резервының фехтование буйынса Өфөләге спорт мәктәбе директоры.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Шәхси иҫәп: РСФСР кубогы (1990), РСФСР чемпионатының көмөш призеры (1990), РСФСР чемпионатының бронза призеры (1987).
Команда иҫәбе: РСФСР чемпионы (1992), РСФСР чемпионатының көмөш призеры (1986, 1988), РСФСР кубогының көмөш призеры (1990)

Билдәле тәрбиәләнеүселәре үҙгәртергә

Атҡаҙанған спорт мастерҙары: Тимур Сафин, Анастасия Иванова
Рәсәйҙең Халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары: Антон Иванов, Дмитрий Петров, Тимур Арыҫланов
26-нан ашыу Рәсәйҙең спорт мастеры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Лира Грушина Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында 2020 йылдың 16 ғинуарында ойошторлған Йәмәғәт советы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Салауат Юлаев ордены (2021)[1]
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2006)
СССР-ҙың спорт мастеры (1984)
Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2002)
Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016)
2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (2017)[1]
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» билдәһе (2001)
Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре билдәһе (2017)
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2003)[2]
Рәсәйҙең Паралимпия комитетының Почет грамотаһы (2017).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә