Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы

(Аҫылғужа Баһуманов битенән йүнәлтелде)

Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы (20 октябрь 1945 йыл25 февраль 2005 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. 1968 йылдан КПСС, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 февраль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (59 йәш)
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Аҫылғужа Баһуманов
Исеме:

Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһуманов

Псевдонимдары:

Аҫылғужа

Тыуған көнө:

20 октябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Муллаҡай ауылы,Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы

Вафат булған көнө:

25 февраль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе

Ижад йылдары:

1964 — 2005

Йүнәлеше:

журналистика, әҙәбиәт

Жанр:

публицистика, очерк-портрет, шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Ҡояшлы таң» шиғыр йыйынтығы (1982)

Биографияһы

үҙгәртергә

Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһуманов 1945 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.

Тыуған ауылында ете класс тамамлағас, Темәс урта мәктәбендә уҡый. Унан һуң ошо уҡ райондың Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Күп йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылдың апрелендә Аҫылғужа Баһумановты «Китап» нәшриәте директоры итеп һайлайҙар. 1994 йылдан ул Сибайҙа төбәк яҙыусылар ойошмаһына етәкселек итә. Һуңынан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Аҫылғужа Баһумановтың һәләте башта журналистика өлкәһендә нығыраҡ күренә. Ул республика матбуғатында очерктар, публицистик мәҡәләләр баҫтыра. Уның «Ҡояшлы таң», «Боҙҙар аҡтарылғанда» исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның бик күп проза, шул иҫәптән балалар өсөн әҫәрҙәре лә билдәле.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ҡояшлы таң: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 32 бит.
  • Боҙҙар аҡтарылғанда: Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 56 бит.
  • Мәңгелек тупһаһында: Шиғырҙар, поэмалар, либретто. — Өфө: Китап, 1994. — 144 бит.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Баһуманова М. Х. Аҫылғужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.