Иҙрис (Ҡыйғы районы)
Иҙрис (рус. Идрисово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Арыҫлан ауыл Советы (Ҡыйғы районы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 197 кеше[2]. Почта индексы — 452511, ОКАТО коды — 80236810008.
Ауыл | |
Идрисово башҡ. Иҙрис | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452511 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 18 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Арыҫлан): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 31 км
Иҙрис ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Обуховка йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 18 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 31 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәИҙрис ауылына Троицк өйәҙе Әйле улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Рәсми ҡағыҙҙарҙа ауыл 1786 йылдан алып билдәле.
Иҙристе халыҡ телендә Ҡыйғы башы ла тиҙәр. Әйле ырыуына ҡарай. Аймаҡтары: бурҙай, биксәнтәй, ҡыҙылбай, ҡарабай, ҡомой, моңҡай, сүмәй, әкембәт. Тамғаһы — ай. Әйле улусына ингән. Ҡыйғы йылғаһы баш алған ергә иң тәүҙә кем килеп ултырғаны әлегә билдәһеҙ. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров буйынса, 1795 йылдағы V рәүиз материалдарында Иҙрис Әйле ауылдары араһында күрһәтелмәгән.
1920 йылда 89 йортта 483 кеше иҫәпкә алынған. Ошо уҡ йылда йәнәштәге Ҡурғашйылға ауылынан 7, Шүләменән — 1 ир-егет күскәне теркәлгән, Ишәле ауылына — 1, Әбдрәзәҡ ауылына — 3, Туғыҙлыға 4 ир заты күсеп киткән[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Әйле улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Иҫке Балаҡатай улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Дыуан улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Туғыҙлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Туғыҙлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Туғыҙлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Арыҫлан ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергәИҙрис ауылында 1816 йылда 20 йорт иҫәпләнгән, уларҙа 100 кеше йәшәгән. 1834 йылда 30 йортта 160 башҡорт иҫәпкә алынған, 1859 йылда 200 кеше һәм 26 йорт иҫәптә торған.
Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1835 йылда төҙөлгән мәсет була.
1842 йылда 200 кешегә 53 сирек көҙгө һәм яҙғы ашлыҡ сәселгән, 32 ихатала 182 ат, 54 һыйыр, 55 һарыҡ, 25 кәзә булған.
XIX быуат аҙағында Иҙрис шулай тасуирлана: Ауыл Ҡыйғы йылғаһы ярындағы битләүҙә урынлашҡан… Йылға тирмән ҡороу өсөн яраҡһыҙ. 43 йорт-ихата бар. Ер биләмәһе (надел) рәүиз иҫәбендәге 107 кешегә 2 урындан алынған. Ауыл янында 10,5 дисәтинә ерҙе биләгән. 1861 йылдан ерҙе ҡабаттан бүлгәндәр. Ауылда бер ихата бөтөнләй мал аҫырамаған. Сабынлыҡтар — 1000 дисәтинә хәтле һыуһыҙ үҙән, 75 дисәтинә тикле — һаҙамыҡлы. Урман 2 урында: 1-сеһендә — йәш ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар (140 дисәтинә), 2-сеһендә — төҙөлөшкә һәм утынға яраҡлы ағас (3400 дисәтинәнән ашыуыраҡ). Халыҡ хужалыҡ мәнфәғәте өсөн лапы, ауған ағасты ҡуллана. Урман буйындағы 1-се участкала мал көтөлә. Бөтә йорт-ихата (42-нең 40-ы) сабынлыҡтарын (120 дисәтинә) дисәтинәһен 45 тингә һәм һөрөнтө ерен (100 дисәтинә) дисәтинәһен 50 тингә ҡуртымға бирә[5][6]
Өйҙәр Ҡыйғы йылғаһының ике яғында ла урынлашҡан булған. Ҡыйғы йылғаһы менән Ҡараңғы йылға араһындағы уйһыу урында ҡырау иртә һәм йыш төшкәнлектән, аръяҡтағылар уң битләүгә күскән[7].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергә1865 йылда Иҙрис Рауил тигән икенсе исем менән теркәлгән. 34 йортта 185 кеше йәшәгән.
1906 йылда шулай уҡ мәктәп теркәлгән.
Бәләкәйерәк Йәмйылға, Шоңҡар һәм тиҫтәләгән-тиҫтәләгән шишмә Ҡыйғыбашҡа килеп ҡушыла. Рәсми мәғлүмәттә «йылға тирмән ҡороу өсөн яраҡһыҙ» тиелһә лә, йылға быуылып, тирмән ҡоролған. Күмәк хужалыҡ мәлендә оҙаҡ йылдар ҙур ғына умарталыҡ тотолған[8].
Әлеге ваҡытта Иҙрис ауылында Арыҫлан урта мәктәбе филиалы — башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[9].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәИҙрис ауылында башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 290 | ||||
1920 йыл 26 август | 483 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 363 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 382 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 263 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 205 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 197 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Минһажев Ғималетдин Минһаж улы (1889 йылдың 21 майы — 1955 йылдың 19 сентябре) — актёр, драматург, театр теоретигы, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1935), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1949)[10][11].
- Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3.05.1950) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты (2010). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Башҡортостан Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1996) һәм Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялар лауреаты.
- Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (19.02.1953) — педагог, журналист, тәржемәсе, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1999—2003)[12].
- Латипов Ғәлим Хатип улы (1904—?) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы (12.08.1927—16.09.1995) — 1969—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Гидравлика» заводы токаре. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971) Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Яруллин Ғималетдин Минһаж улы (19.09.1957) — башҡорт матбуғаты эшмәкәре, журналист. 2003—2017 йылдарҙа «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014)[13].
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Өсҡайын, Бөрҙөгәнтау, Мәңрәүтау, Остотау
Урмандар: Шыбаҡ, Бәләкәйшар, Олошар, Йүкәлешар, Балаһар, Ҡара Ҡыуаҡ, Умарталыҡ, Баланлы Ҡыуаҡ, Ялтыр
Йылғалар: Ҡыйғыбаш
Шишмәләр: Йәмйылға, Шоңҡар
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҙрис (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Карта д. Идрисово. Улицы
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Иҙрис (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА: Ф. 172. Оп. 1. Д. 25. Л. 59.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Иҙрис (Ҡыйғы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ МИНГАЖЕВ Гималетдин Мингажевич 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
- ↑ Энциклопедия Челябинской области
- ↑ http://gsrb.ru/ru/about/deputaty-proshlykh-sozyvov/38094/
- ↑ * Внеклассное мероприятие " Страницы истории Месягутовского педагогического колледжа"
- ↑ Карта д. Идрисово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |