Үрмәкәй (рус. Урмекеево) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 322 кеше[1]. Сәйрән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452765, ОКАТО коды — 80251845005.

Ауыл
Үрмәкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°32′41″ с. ш. 54°13′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 845 005

ОКТМО коды

80 651 445 111

ГКГН номеры

0520136

Үрмәкәй (Рәсәй)
Үрмәкәй
Үрмәкәй
Үрмәкәй (Башҡортостан Республикаһы)
Үрмәкәй

12-се кантондың 18-се тирмәһенә 11 башҡорт ауылы ингән (шуларҙың 8-е бөгөн Туймазы районына ҡарай), шул иҫәптән дүрт ауыл Ҡаңлы улусына ҡарай. Шуларҙан иң алдараҡ барлыҡҡа килгән ауыл Үрмәкәй ауылы. Абруйлы Ҡаңлы аҫабаһы Үрмәкәй Кунгилдин исеме менән аталған, ул 1710 йылдың 3 октябрендә яһаҡлы татарҙар Яҡуп Немичевты, Рысай Дәүләткилдеевты, Сапар Бикметовты аҫаба башҡорттар еренә индерә. Ул ваҡытта ул Ҡыр-Ҡаңлы ауылында йәшәгән, һуңынан Үрмәкәй тип үҙгәртелә. Ҡыр-Ҡаңлы — Ҡаңлы йәки Ҡыр-Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорттарының төп тораҡ пункты.

Тағы ла 1710 йылдың 16 авгусында Урмәкәй ауылының аҫаба башҡорттары Сөйөш Сарағоловты «иптәштәре менән», Таулар ауылы татарҙары Сәит Илкинды һәм Әхмәт Туҡаевты, ҡаҙнаға башҡорт яһағы түләүҙә ҡатнашҡандары өсөн, Сәрмәсән йылғаһы буйында үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерәләр.

1704 йылдың 19 авгусындағы сираттағы керҙәшлек килешеүендә Ҡыр-Ҡаңлы кешеһе Аблай Иҫәнбаев улы Балтай менән башҡорт Яҡуп Мәметевты ҡустыһы Рысай Дәүләткилдеев менән Сөн йылғаһының үрендәге үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерәләр. Башҡорттар Яҡуп һәм Рысай — Таулар ауылынан сыҡҡандар. Яҡуптың улы һуңынан 10-сы башҡорт кантонының кантон начальнигы була. Ул Өфөнө пугачевтарҙан һаҡлай, унда «бик ныҡ хеҙмәт итә», әммә пугачевсы яҡташтары уның йортон талайҙар. Бының өсөн ул властарҙан 100 һум аҡса ала һәм ихтилал баҫтырылғандан һуң «көмөш миҙал һәм ҡылыс» менән бүләкләнә. Таулар ауылында йәшәй[2]

Шул уҡ йылдың 3 октябрендә Үрмәкәй шул уҡ Таулар ауылынан тағы ла яһаҡлы татарҙар Мәскәү Табеевты, Үркә Урмеевты, Сөрмей Алышевты «иптәштәре менән» 14 ихатаға, уға йылына бер һыуһар түләү шарты менән индерәләр (аҫаба ере сиктәре: урыҫса Курева дорога тип аталған юлдың һул яғы буйлап Таулар ауылынан Иҙәш йылғаһы буйында Ҡаңлы һыҙатына тиклем, шунан Ҡарамалы башына тиклем, беренсе Көнлөккә тиклем, аҙаҡ шунан кирегә Йүкәлекүл буйлап тамағына тиклем). Шулай уҡ 1714 йылдың 24 мартындағы һәм 1771 йылғы килешеүҙәр буйынса башҡа керҙәш типтәрҙәр ҙә бар. Шул саҡта Троицк өйәҙенең Әйле улусы башҡорттары ҡабул ителгән. 1858 йылда керҙәш башҡорттар 46 йән була. Шулай итеп, Үрмәкәйҙең этник яҡтан ҡатнаш халҡы барлыҡҡа килә.

XVIII быуат аҙағында башҡорт халҡы халыҡтың 90 процентын тиерлек тәшкил итһә, XIX быуаттың 30-сы йылдар уртаһында — ни бары 34 %. 1834 йылда 75 башҡорт араһынан 36-һы керҙәш була. 1870 йылда типтәрҙәр башҡорттар составында күрһәтелә, ә 1920 йылда башҡорттар типтәрҙәр һәм татарҙар иҫәбендә була. Ике осраҡта ла хата ебәрелә.

1843 йылда 75 башҡорттың һәр береһенә 7,2 бот иген сәселгән.

1735—1739 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы ваҡытында был ауыл тирәләй мөһим ваҡиғалар бара. Атап әйткәндә, Башҡорт эштәре буйынса комиссия начальнигы генерал-лейтенант А. И. Румянцевтың язалау отряды 1736 йылдың июнь аҙағында Үрмәкәй ауылы янындағы лагерҙа туҡтай. Шул ваҡыт баш күтәргән башҡорттарҙың етәкселәренең береһе, Юрматын улусы старшинаһы Килмәк абыҙ Нурушев 8 меңлек отряды менән генерал лагерына һөжүм итә, әммә ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрай. Юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, Румянцев алышта еңеп сыға һәм Килмәк отрядын тарата, ул күпмелер ваҡыт Ҡандра күле ҡамыштарында йәшеренергә мәжбүр була[3]

Соҡаҙы йылғаһы тамағындағы Соҡаҙытамаҡ ауылы шулай уҡ Ҡаңлы улусының Үрмәкәй түбәһенә ҡараған. Был — Троицк өйәҙенең Әйле улусынан сыҡҡан ерһеҙ керҙәш-башҡорттар ултырағы, улар типтәргә әйләнмәйенсә үҙ сословиеһын һаҡлап ҡалған.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 290
2010 йыл 14 октябрь 315

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (77 %)[4].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 44 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сайрән): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 14 км.

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Молодежная)
  • Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)
  • Социалистик урамы (рус. улица Социалистическая)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 430. Л. 27; МИБ. Т. 3. С. 62.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 258. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Үрмәкәй ауылы

Һылтанмалар

үҙгәртергә