Деймос

Марстың икенсе тәбиғи юлдашы

Деймос (греч. Δείμος «уже») — Марс юлдаштарының береһе (Фобос менән бер рәттән). 1877 йылда Америка астрономы Асаф Холл аса, һәм һуғыш аллаһы Арестың улы ҡот осороу аллаһы Деймос хөрмәтенә атала.

Деймос
Рәсем
Масса 1,48 ± 0,04 эксаграмм[1]
Кем хөрмәтенә аталған Деймос[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Асаф Холл[d][2]
Асыу датаһы 12 август 1877[3]
Родительское тело Марс
Апоцентр 23 470,9 km
Перицентр 23 455,5 km
Орбита эксцентриситеты 0,0002
Наклонение орбиты 27,58 °
Орбитальный период 1,26244 тәүлек
Большая полуось орбиты 23 458 km[4]
Видимая звёздная величина 12,89
Альбедо 0,068
Тығыҙлыҡ 1,471 грамм на кубический сантиметр
Диаметр 12,4 km
Астрономик символ һүрәте
Поверхностная гравитация 0,003 метр в секунду в квадрате
 Деймос Викимилектә

Деймос 6,96 уртаса планета радиусы аралыҡта (яҡынса 23 500 км, Фобосҡа ҡарағанда байтаҡҡа алыҫыраҡ) урынлашҡан һәм планетаны 30 сәғәт 17 минут 55 секундта әйләнеп сыға, һөҙөмтәлә пери- һәм апоүҙәктәре бер-береһенән ни бары 10 киломертға ғына (оло ярымкүсәрҙән ± 5 км алыҫлыҡта) айырыла.

Деймостың орбита буйынса мөйөш тиҙлеге, Айҙыҡы кеүек, үҙенең күсәре буйынса әйләнеүенең мөйөш тиҙлегенә тигеҙ, шуға күрә ул Марсҡа һәр саҡ бер яғы менән генә боролоп хәрәкәт итә.

Марстың ике юлдашы бар, тигән фекерҙе 1611 йылда Йоһанн Кеплер әйтә. Ул Галилео Галилейҙың smaismrmilmepoetaleumibunenugttauiras анаграммаһын яңылыш лат. Salue, umbistineum geminatum Martia proles («Сәләм, Марс тыуҙырған игеҙәктәр»[5]) тип тәржемә итә һәм, шулай итеп, Галилей Марстың ике юлдашын асҡан, тип иҫәпләй. Ә был анаграмманың дөрөҫ тәржемәһе түбәндәгесә була: лат. Altissimum planetam tergeminum obseruaui («Юғары планетаны өсләтә күрҙем», Галилейҙың Джулиано де Медичиға 1610 йылдың 13 ноябрендә яҙған хаты) — Галилей Сатурнды өсләтә итеп күрә — йәғни ҡулсалары менән. Бынан тыш, Кеплер үҙенең фаразын логикаға нигеҙләнеп дәлилләй: Ерҙең юлдашы берәү, Ә Юпитерҙыҡы — дүртәү (ул ваҡытта билдәле Галилей юлдаштары), тимәк, планеталар Ҡояштан алыҫлашҡан һайын уларҙың юлдаштарының һаны геометрик прогрессияға ярашлы арта. Ошо логикаға ярашлы Марс янында ике юлдаш булырға тейеш, тип иҫәпләй ул.

Марс юлдаштарын инглиз астрономы Уильям Гершель дә 1783 йылда эҙләп табырға тырыша, әммә һөҙөмтәһеҙ. 1862 һәм 1864 йылдарҙа Копенгаген университеты обсерваторияһы директоры Генрих (Анри) Луи Д ' Арра 10-дюймлы (25-сантиметрлыҡ) телескоп-рефрактор ярҙамы менән эҙләй, әммә таба алмай[6].

Деймосты Америка астрономы Асаф Холл 11 августа төнгө күҙәтеүҙәре барышында аса[7][8][9]. Был күҙәтеүҙәр Вашингтонда АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ обсерваторияһында алып барыла, шуға күрә, урындағы ҡояш ваҡытын хәҙерге Гринвич буйынса уртаса ваҡытҡа күсергәндә, асыштың рәсми датаһы — 1877 йылдың 12 авгусы[10]. Холл 1877 йылдың 28 декабрендә Глейшерға яҙған хатында түбәндәгеләрҙе яҙа[11]:

Был юлдаштарға тәҡдим ителгән төрлө исемдәр араһынан Гомерҙан алынған исемдәр — Итонда йәшәгән мистер Мадан тәҡдим иткән исем нығыраҡ оҡшай, атап әйткәндә: тышҡы юлдаш өсөн Деймос, ә эске юлдаш өсөн Фобос атамалары тап килә.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Деймос яҡынса өс күсәрле эллипсоид формаһында. Уның үлсәмдәре түбәндәгесә 15×12,2×10,4 км тәшкил итә. XX быуатта Деймос Ҡояш системаһында билдәле юлдаштар араһында иң бәләкәйе тип һанала[12].

Деймос ташлы тоҡомдарҙан тора, өҫкө ҡатламында ярайһы уҡ ҡалын ғына реголит ҡатламы бар. Кратерҙарының күпселеге ваҡ бөртөклө матдә менән ҡапланғанға күрә, Деймостың тышҡы йөҙө Фобостыҡына ҡарағанда күпкә шымараҡ күренә. Моғайын, был матдә метеориттар килеп бәрелгәндә хасил булғандыр, артабан оҙаҡ ваҡыт юлдаш орбитаһы менән әйләнеп, әкренләп юлдаш өҫтөнә яуып рельефтағы соҡор-саҡырҙарҙы ҡаплағандыр.

Килеп сығышы

үҙгәртергә
 
Марс юлдаштарын Curiosity аппараты менән төшөрөү: Фобос Деймос алдында үтә — реаль ваҡытта (1 август, 2013).

Фобос менән Деймостың астероид төрҙәренең береһенә оҡшашлығы уларҙың элек астероид булыуҙары тураһындағы фаразды тыуҙыра: йәнәһе был юлдаштарҙың орбиталары Юпитерҙың гравитация ҡыры менән боҙола, һәм Марс янынан үтә башлағанда Марс уларҙы үҙе янына «тартып ала». Фобос менән Деймостың килеп сығышы тураһында тағы ла бер фараз — Марстың юлдашы ике өлөшкә бүленә, һәм улар юлдаш булып китә[13].

Юлдаштарҙың килеп сығышы тураһындағы фараздар элеккесә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килә. Фобос менән Деймостың С-тибындағы астероидтар менән уртаҡлыҡтары күп: уларҙың спектры, альбедо һәм тығыҙлығы дөйөм алғанда C йәки D-тибындағы астероидтарға хас. Мәҫәлән, элекке гипотеза буйынса Фобос менән Деймос — төп астероидтар билбауында яҡынса 4,5 миллиард йыл элек барлыҡҡа килгән астероидтар, улар билбауҙың тышҡы өлөшөнән Ҡояш яғына табан хәрәкәт итеп, аҙаҡ Марс юлдаштары булып китә[14]. Марстың бер юлы ике астероидты баҫып алыуы икеле, шуға күрә икенсе төрлө фараз тыуа: Фобос менән Деймос — бер ҙур астероидтың икегә бүленгән ҡалдыҡтары. Әммә, Фобос менән Деймос Марс тирәләй планетаның экваторы яҫылығында тип әйтерлек ҡулса орбиталар буйынса әйләнә[15], ә уларҙың тығыҙлығы астероидтар өсөн хас түгел, һәм был ике юлдаш шул тиклем бәләкәй, шуға күрә әгәр ҙә Марс уларҙы үҙ орбитаһына тартып алған булһа, улар тулыһынса ыуалыр ине. Шулай итеп, астероидтарҙы баҫып алыу тураһындағы фараз да юҡҡа сыға.

Деймосты тикшереү

үҙгәртергә

1894 йылда А. Белопольский һәм 1896 йылда С. Костинский тәүге тапҡыр Деймос һүрәттәрен ала, ә 1909 йылда С. Костинский Фобос менән Деймостың аныҡ фотоһүрәттәрен алыуға өлгәшә. 1911 йылда Г. Струве Марс юлдаштары хәрәкәтенең тәүге теорияһын тәҡдим итә[16][17].

Төп маҡсаттары Марсты фотоға төшөрөү булған бер нисә йыһан аппараты Деймосты эре планда төшөрөп ала. Беренсе булып 1971 йылда Mariner 9, унан һуң 1977 йылда Викинг-1 һәм Викинг-2 төшөрә.

Деймос кратерҙары

үҙгәртергә
 
Свифт һәм Вольтер кратерҙары

Деймос рельефының үҙ исемдәре булған ике генә детале бар. Улар — Свифт (диаметры 1000 метр) һәм Вольтер (диаметр — 1900 метр) кратерҙары, был кратерҙар, уларҙы асҡанға тиклем үк, Марстың ике юлдашы булыуы тураһында үҙ фекерҙәрен әйтеп ҡалдырған ике яҙыусы хөрмәтенә атала.

Деймос әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Владимир Михайловтың «Особая необходимость» повесында (1963), совет космонавтары Деймостың сит планета кешеләренең звездолеты булыуын белеп ҡала. Серҙәренең бер өлөшөн белгәндән һуң экспедицияла ҡатнашыусылар звездолет бортына беркетелгән планета-ара йыһан карабын Ергә ҡайтыу өсөн файҙаланырға ҡарар итә.

Станислав Лемдың «Звездные дневники Ийона Тихого», «Путешествия двадцатом» китаптарында XXVII быуат сәйәхәтселәре осраҡлы рәүештә Джонатан Свифтҡа Фобос һәм Деймостың орбиталары элементтары тураһында бер аҙ һөйләйҙәр. Был юлдаштарҙың барлығын яҙыусы нәҡ шулай белеп ҡалған, тип раҫлай әҫәр геройы.

Йыһан серияһынан «Экспансия» фильмында Марсиан Республикаһы конгресы флотының радар станцияһы Деймоста урынлашҡан була. Ер менән Марс араһында килеп тыуған конфликт ваҡытында көс күрһәтеү өсөн ядро шартлатыуҙары һөҙөмтәһендә Деймос юҡҡа сығарыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://ssd.jpl.nasa.gov/?sat_phys_par
  2. Berry A. A Short History of Astronomy (билдәһеҙ)London: John Murray, 1898.
  3. https://iopscience.iop.org/article/10.1086/122784doi:10.1086/122784
  4. http://ssd.jpl.nasa.gov/?sat_elem#mars
  5. Перельман Я. И. Астрономические анаграммы // Занимательная астрономия. — 7-е изд. — М.: Государственное издательство технико-теоретической литературы, 1954. — С. 120—122.
  6. Силкин, 1982
  7. Голль, Асаф // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Открытие спутников Марса (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  9. Спутники Марса
  10. Витковский В. В. Деймос // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  11. Hall A. The Discovery of the Satellites of Mars (инг.) // Monthly Notices of the Royal Astronomical Society. — Oxford University Press, 1878. — Т. 38. — С. 205—209. — Bibcode1878MNRAS..38..205H
  12. Чемпионы солнечной системы //Астронет
  13. Ж. Ранцини. Космос. Сверхновый атлас Вселенной. — М.: Эксмо, 2007. ISBN 978-5-699-11424-5. с. 52—53.
  14. Close Inspection for Phobos, ESA.
  15. Силкин, 1982, с. 28
  16. Козенко А., Левитан Е. О Фобосе до «Фобоса» // Наука и жизнь. — 1988. — № 3. — С. 152—155.
  17. Бурба Г. Приёмный сын Марса // Вокруг света. — Молодая гвардия, 2011. — № 10.
  • Силкин Б. И. В мире множества лун. — М.: Наука, 1982. — 208 с. — 150 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Деймос на сайте НАСА (неопра.) (недоступная ссылка). Көндө 16 сентябрь 2008 йыл.
  • 3D Deimos model of (инг.)