Сутягин Александр Васильевич

Сутягин Александр Васильевич (12 (25) август 1915 йыл10 ғинуар 1991 йыл) — совет йырсыһы, баритон. РСФСР-ҙың халыҡ артисы.

Сутягин Александр Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 (25) август 1915
Тыуған урыны Магнитная[d], Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Сергиевское кладбище (Уфа)[d]
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Йырсы тауышы баритон[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы РСФСР-ҙың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сутягин Александр Васильевич 12 (25) август 1915 йыл Верхнеуральск өйәҙе (Ырымбур губернаһы) Магнитная станицаһында (хәҙер ул урында Магнитогорск ҡалаһы урынлашҡан) тыуа. Ата-әсәһенең алты балаһының иң бәләкәйе була. Атаһы Белорет металлургия заводы ҡасабаһынан  була һәм уның ғаиләһе 1917 йылда Магнитная станицаһынан Белорет заводы ҡасабаһына күсеп килә. Ете йыллыҡ мәктәпте һәм техникум тамамлағандан һуң А. В. Сутягин Белорет металлургия заводының мартен цехына эшкә килә. Клуб янындағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, боронғо романстар башҡара.[1] . 1936 йылда Башҡорт музыка училищеһын (Чернов-Шер класында уҡып) тамамлай.

1943 йылда Мәскәү консерваторияһын ( В. Владимировтың йыр класында уҡып)тамамлай.

1941 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрында солист булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы эргәһендәге республика радиофикация комитеты дикторы була.

1957-1975 йылдарҙа Кесе дәүләт академия опера театрында (хәҙерге Михайлов театры) сығыш яһай.

Йырсы булараҡ концертта йырҙар, романстар, дуэттар һәм сит ил операларынан ариялар, хәҙерге заман Ватан һәм урыҫ композиторҙары әҫәрҙәрен башҡара. СССР-ҙың халыҡ артисы Б. Я Лемешев менән бергә сығыш яһай.

1991 йылдың 10 ғинуарында Ленинградта вафат була, кәүҙәһе Өфөгә ҡайтарылып, Өфө Сергиев зыяратында ерләнгән.

Награда һәм премиялары

үҙгәртергә

Театрҙағы эштәре.

үҙгәртергә
  • 1955 — «Салауат Юлаев» , З. ИсмәғилевПугачев
  • 1957 — «Летучий голландец», Р. Вагнер — Голланд
  • 1958 — «Эсмеральда», Даргомыжский — Клод Фролло
  • «Азат», Р. А. Мортазин — Максим
  • «Евгений Онегин», П И. Чайковский — Онегин
  • «Пиковая дама», П И. Чайковский — Елецкий
  • «Батша кәләше», А. Римский-Корсаков — Грязной
  • «Риголетто», Дж. Верди — Риголетто
  • «Виринея», Слонимский — Павел
  • «Катерина Измайлова» — Борис Тимофеев
  • «Аида», Дж. Верди — Амонасро
  • «Травиата», Дж. Верди — Жермон
  • «Кармен», Ж. Бизе — Эскамильо
  • «Севильский цирюльник» , Дж. Россини — Фига
  • Башҡа партиялары: Алеко, Кенәз Игорь, Яго, Скарпиа.
  • Музыкальная энциклопедия. Т.5. М., 1981.
  1. Кудашев Р. «Я лиру посвятил народу своему» 2017 йыл 15 февраль архивланған.. Ватандаш. Проверено 14 февраля 2017.

Һылтанмалар

үҙгәртергә