Эйдинов Семён Григорьевич
Эйдинов Семён Григорьевич (11 июль 1911 йыл — 23 ғинуар 1983 йыл) — СССР дирижеры, педагог, симфонист, йәмәғәт эшмәкәре. Магнитогорск музыка училищеһына (хәҙер — консерватория) нигеҙ һалыусы һәм тәүге етәксеһе. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976). Магнитогорск ҡалаһының почётлы гражданы.
Эйдинов Семён Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 июль 1911 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 ғинуар 1983 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дирижёр |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә- 1911, 11 июль — Өфөлә тыуған
- 1926 —башҡорт профсоветының «Күк блуза» ойошмаһы бригадаларының береһенең етәксеһе, кинотеатрҙа музыкант булып эшләй
- 1927 — индустриаль техникумда уҡый (Златоуст ҡалаһы)
- 1928—1930 — Мәскәү физкультура институтында шөғөлләнә
- 1930—1934 — консерватория ҡарамағындағы Мәскәү музыка техникумында уҡый
- 1934—1938 — П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында Г. Дмитриевскийҙың класында белем ала. Уҡыған осоронда Дәүләт физкультура институтында, ЦАГИ-ла музыка етәксеһе булып эшләй. Дәүләт имтиханын Куйбышев исемендәге электр комбинатының үҙешмәкәр хоры өлгөһөндә тапшыра.
- 1938 — педагог инициативаһы буйынса техникумға фортепиано буйынса педагог Л. Авербух килә. Магнитогорск музыка мәктәбендә, шулай уҡ Магнитогорск драма театрында эшләй, тап ошонда симфоник оркестр ойоштора
- 1938—1941 — ҡала симфоник оркестрында эшләй.
- 1939 — Магнитогорск музыка училищеһын асыу инициаторы була (хәҙер — консерватория), бында башта директор урынбаҫары булып эшләй
- 1942—1982 — Магнитогорск музыка училищеһында директор вазифаһын биләй.
- 1943 — Магнитогорск хор капеллаһына нигеҙ һала
- 1958 — Магнитогорск хор йәмғиәте ойоштороу инициаторы
- 60-сы —70-се йылдарҙа өлкә Мәҙәниәт халыҡ университетында музыка факультетына етәкселек итә
- 1960—1982 — Бөтә Рәсәй хор йәмғиәте президиумы ағзаһы
- 1965 — Эйдинов Магнитогорскиҙа 65-се музыка мәктәбен ойошторуҙа ҡатнаша[1].
- 1966 — Магнитогорскиҙа тәүге музыка йортон асыу инициаторы
- 1972 — Магнитогорскиҙа икенсе музыка йортон асыу инициаторы
- 1983 йыл, 23 ғинуар — Магнитогорск ҡалаһында вафат була
Музыкаль эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЭйдинов ярты быуат тиерлек Магнитогорск ҡалаһының музыкаль тормошонда төп фигура булып тора. Ҡалала музыка училищеһын (хәҙер — консерваторияһы), симфоник оркестр, музыка йорттарын асытырыуҙа төл ролде нәҡ ул башҡара. Ғәмәлдә, Эйдинов бөтә ҡала музыка мәҙәниәте өлкәһенә етәкселек итә — Магнитогорскиҙа үткән бер генә эре музыка ваҡиғаһы ла уның иғтибарынан һәм хуплауынан ситтә ҡалмай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976)
- Магнитогорск ҡалаһының почётлы гражданы (1971)
- Ленин ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1967)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1946)
- Силәбе өлкә комсомолының «Орленок» премияһы (1976)
Мемориал
үҙгәртергә- Магнитогорскиҙа Семен Эйдинов йәшәгән Ленин проспектындағы йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
- Ул ойошторған Магнитогорск хор капеллаһы Эйдинов исемен йөрөтә.
- Магнитогорск дәүләт консерваторияһында С. Г. Эйдинов исемендәге Бөтә Рәсәй хор дирижерҙары конкурсы даими үткәрелә. .
- С. эйдинов г. Магнитогорск дәүләт консерваторияһының 31-се аудиторияһы С. Г. Эйдинов исемен йөрөтә, унда хор коллективтары дәрестәре үтә.
- 2004 йылдың 15 сентябрендә Магнитогорск дәүләт консерваторияһында С. Г. Эйдинов исемендәге Мәҙәниәт фондын асыу тантанаһы үтте.
- 2011 йылдың 11 июлендә Магнитогорск металлургтарҙың Серго Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы алдында «йондоҙҙар аллеяһына» С. Г. Эйдинов исемен йөрөткән йондоҙ һалына.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Бөтә Рәсәй Музыка йәмғиәте әле эшләгән осорҙа күп һандағы өлкә, төбәк һәм край бүлексәләре менән бер рәттән тағы ла өс ҡала бүлексәһе лә эшләй. Улар — Мәскәү, Ленинград һәм Магнитогорск бүлексәләре. Эйдинов эшләгән дәүерҙә Магнитогорскиҙың «металл һәм музыка ҡалаһы» тип аталыуы осраҡлы түгел.
- Ғүмеренең һуңғы сәғәтендә ул ҡунаҡ булараҡ хор капеллаһы концертында ҡатнаша. Сәхнәгә сығып, М. И. Глинканың «Иван Сусанин» операһынан йырҙы башҡарған хорҙың дирижеры була, ә бары тик бер нисә минуттан һуң артистың йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гогелиани Э. Звезда Эйдинова. — «Магнитогорский металл», 14 июля 2011. — Веб-ссылка
- Кондратковская Н. Мелодия жизни (о С. Эйдинове). — «Комсомолец» (Челябинск), 28 января 1969.
- Кондратковская Н. Магнитогорец по духу и таланту (С. Эйдинову — 60 лет). — «Магнитогорский рабочий», 19 июня 1971.
- Кондратковская Н. Личное мнение (по поводу готовящегося к печати очерка о С. Эйдинове). — «Магнитогорский рабочий», 26 ноября 1988.
- Лазарева Н. Жизнь, отданная музыке и людям. — «Магнитогорский металл», 9 июля 2011. — Веб-ссылка
- Павелина Е. Дом, где живёт музыка. — «Магнитогорский рабочий», 7 апреля 2011. — Веб-ссылка
- Риб Эвальд Карлович «Я в вас верю…». — Риб Э. Есть большая родина любви. — Магнитогорск, Магнитогорский Дом печати, с. 53—55.
- Эйдинов, Семён Григорьевич. — Магнитогорск (краткая энциклопедия). — Магнитогорск, Магнитогорский дом печати, 2002, с. 542.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дарья Жигулина. Инженеры человеческих душ, Магнитогорский металл (4 октября 2011 года). 28 декабрь 2011 тикшерелгән.