Торатау (гәзит)

Ишембай ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

«Торатау» — Ишембай ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси гәзите. 2001 йылдың июленән үҙаллы баҫма булып сыға башлай, һәм 1991 йылда алған «Торатау» атамаһы үҙгәртелмәй.

Шишмә башы

үҙгәртергә

Нефть ятҡылығы асылғанға тиклем Стәрлетамаҡ районына ҡараған Ишембай ауылында Юрматы ырыуы вәкилдәре көн итә. Борондан был төбәк үҙенең белемле шәхестәре менән таныла. Башҡортостандың билдәле шағиры, сатирик һүҙ оҫтаһы Сулпан Иманғолов, Башҡорт хөкүмәте 1918 йылда Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәктәп аса, Ерҙе күмәкләп эшкәртеүселәр ширкәте ойоштора, тип хәтерләй торғайны. Баҫма һүҙгә лә ҙур иғтибар бүленә: Маҡарҙа «Штурмға» тип аталған гәзиттең бер нисә һаны сығарыла[1]. Уның мөхәррире — Йәғәфәр Ғәлиев.

1932 йылда Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылғас, «Башҡортостан вышкаһы» тип аталған гәзит сыға башлай, уның тәүге мөхәррире — танылған яҙыусы, журналист Али Карнай (Ғәли Зөлҡәрнәев).

1931 йылдың 21 сентябрендә Петровскиҙа «Алға» гәзите сыға башлай. Был баҫма ВКП(б)-ның Петровск, аҙаҡ Маҡар район комитеты һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы башҡарма комитеты органы була. Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән тығыҙ элемтә урынлаштыра. Ул йылдарҙа гәзит уҡыусылар ауыл хәбәрселәре Сәйет Маҡарскийҙың (Кинйәбулаттан), Йосоп Ишмырҙиндың (Урман-Бишҡаҙаҡтан), шулай уҡ М. Яппаров, Х. Мостафин, С. Миһранов һәм башҡа ауыл хәбәрселәренең мәҡәләләрен көтөп алыр була.

«Восход» — «Торатау» гәзитенең 1994 йылдың 28 апрелендәге һанында «Алға» гәзитенең элекке мөхәррире Н. Ғ. Янбаевтың күләмле мәҡәләһен баҫыла, унда автор редакция эргәһендә әҙәби түңәрәктең әүҙем эшләүен билдәләй. Уға Йәнырыҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы Абдрахман Маннанов етәкселек итә. Ибраһим Ғиззәтуллин, Вафа Әхмәҙиев, Сулпан Иманғолов, Ғариф Ҡотлобаев һәм Ғайса Кәримов кеүек әҙәбиәтселәр үҫеп сыға ябай ғына район гәзите редакцияһы башланғысы менән.

"Алға" мөхәррирҙәре

үҙгәртергә

1931 йылдан алып 1951 йылға тиклем:

21.09.1931 — 10.03.1932 — А. Нагаев,

17.03.1932 −10.02.1933 — Х. Кинйәғолов,

17.08.1933 — 20.05.1935 — Х. Х. Ҡолмөхәмәтов,

19.05.1935 −27.12.1935 — Н. Ҡәрипов,

01.01.1936 — 23.09.1936 — Мамлеев,

30.09.1936 — 22.07.1937 — Я. Ш. Ғәлиев,

29.07.1937 — 01.04.1940 — Х. А. Вәхитов,

11.04.1940 — 01.03.1948 — Г. З. Ҡотлобаев,

08.03.1948 — 09.05.1950 — Н. Ғ. Янбаев,

18.05.1950 — 29.12.1950 — Г. З. Ҡотлобаев[2].

Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем гәзит ғәрәп һәм латин шрифтарында йыйыла һәм баҫыла. «Алға» 1950 йыл аҙағына тиклем үҙаллы башҡорт баҫмаһы булып ҡала.

1951 йылдың 1 ғинуарынан район һәм ҡала өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә берләштерелгән «Алға» — «Вперед» гәзиттәрен сығарыу юлға һалына.

КПСС Үҙәк Комитетының 1962 йылдың 10 апрелендәге ҡарары менән Башҡорт АССР-ында райондар эреләтелә, йәғни республикала барлығы 10 территориаль-производство идаралыҡтары барлыҡҡа килә. Шуға бәйле биш район (Ишембай, Ғафури Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондары һәм Салауат ҡалаһы) өсөн аҙнаһына 4 тапҡыр «Знамя коммунизма», дубляж варианты «Коммунизм байрағы» гәзиттәре баҫыла башлай[3].

Тик 1965 йылда ғына райондар ҡайтанан тергеҙелә, һәм райондар һәм ҡала гәзиттәре редакциялары ҡайтанан эшкө тотона. Ишембай ҡалаһы һәм районы өсөн урыҫ телендәге һәм уның башҡорт телендәге дубляж варианты булған «Восход» гәзите сығарыла, 1991 йылдан башҡорт телендәге дубляж баҫмаһына, гәзит мөхәррире Фират Хажиев юллауы буйынса, «Торатау» атамаһы бирелә, һәм ул «Восход»- «Торатау» гәзите тип рәсмиләштерелә.

«Торатау» урыҫ гәзитенең тулыһынса дубляжы ролен башҡарһа ла, башҡорт редакцияһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт гәзитен алдырып уҡыусылар өсөн мөһим булған ҡала һәм район яңылыҡтарын да ҡуйып ебәрергә тырыша. КПСС ҡала комитеты һәм Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты бындай «баш-баштаҡлыҡҡа» юл ҡуйырға теләмәй, әлбиттә. Ул ваҡытта гәзит мөхәрирре булған Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаевҡа, үҙ һүҙен һүҙен һүҙ итеү һәм башҡорт телендә баҫылған мәҡәләләрҙең файҙаһы күберәк булыуын иҫбатлау өсөн, был ике власть органы юлдарын байтаҡ ҡына тапарға тура килә. Шулай итеп, 1984—1986 йылдарҙа башҡорт гәзите биттәренә, урыҫ баҫмаһынан айырмалы рәүештә, башҡортса яҙылған мәҡәләләрҙе урынлаштырыу рөхсәт ителә, сөнки М. Н. Муллаҡаев был тәңгәлдәге үҙ ҡарашын яҡлауға өлгәшә. 1986 йылдан башҡорт гәзите мөхәррире урынбаҫары М. М. Йосопова, тәржемәселәр Р. Ҡауыева һәм Гөлнур Дәүләтйәровалар урыҫ телендә яҙылған мәҡәләләрҙе башҡорт теленә тәржемәләүҙән тыш, гәзит уҡыусылар менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштырып, ҡала һәм район тормошоноң төрлө яҡтарын яҡтыртыу буйынса мәҡәләләр яҙа, ауыл хәбәрселәре лә гәзиткә мәҡәләләрен йышыраҡ ебәрә башлай.

Редакция бигерәк тә йәштәрҙе, өлкән класс уҡыусыларын гәзиткә мәҡәләләр яҙыуға ылыҡтырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләй. Ай һайын тик йәш хәбәрселәрҙең мәҡәлә, шиғырҙары ғына тупланған «Елкән» бите донъя күрә. Ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының «Башҡорт филологияһы һәм журналистика» факультетына йыл һайын Ишембай тарафтарынан кәмендә 4-5 мәктәп тамамлаусы уҡырға инер була. Әлеге ваҡытта республика матбуғат сараларында, республикабыҙҙың ҡала һәм райондары баҫмаларында эшләп йөрөгән журналист-яҡташтарыбыҙҙың тәүге мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре тап «Торатау»ҙа донъя күрә һәм уларҙың буласаҡ яҙмышын билдәләй.

Ишембай ҡала Советы 2001 йылдың 24 майында үткән сессияһында ҡала һәм район өсөн айырым башҡорт телендә сыҡҡан «Торатау» гәзитен асыу тураһында ҡарар ҡабул итә[4], һәм бер тауыштан М. М. Йосопованы баш мөхәррир итеп раҫлап та ҡуялар (тарихта, моғайын, беренсе тапҡыр Совет сессияһы гәзиттең баш мөхәррирен раҫлағандыр)[5]. Шулай итеп, 2001 йылдың 1 июленән «Торатау» башҡорт телендә айырым баҫма булып сыға. Гәзиттең тәүге баш мөхәррире — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы Йосопова.

"Восход"тың дубляжы булараҡ сыҡҡан йылдарҙа уҡ әле Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы баш мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары була, шуға ла яңы баҫмаға етәксене һайлаған саҡта һорау тыумай. Уңыштың ярты өлөшө яҡшы етәксенән, ойоштора белеүҙән торғанлығы билдәле. Тырыш мөхәррир, үҙ командаһына тел оҫталарын йыйып, районда берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан яңы баҫманың тарихын дауам итә. Штатҡа 15 кеше алына. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы матбуғатының атҡаҙанған эшмәкәрҙәре Миңлехаят Йосопова, Гөлнур Дәүләтйәрова, Гүзәл Заһиҙуллина, билдәле драматург Мөҙәрис Багаев була. Бөгөн ул йылдарҙы журналистар йылмайыу менән иҫкә алһа ла, ҡыйынлыҡтар, кәртәләр күп булды, тип белдерә. Бер-бер артлы редакцияның штаты үҙгәреп тора. Төрлө йылдарҙа баҫманы үҙ мәҡәләләре менән Буранғол Ғалин, Камил Аҙнаев, Гүзәл Янбаева, Роза Хисамова, Рузиль Килембәтовтар тулыландыра. Тәүге йылдарҙа гәзит биттәрендә район тормошо сағыу яҡтыртыла, гәзит уҡыусыларҙың хаттарына ҙур иғтибар бүленә.

  • Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
  • К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).
  • В. Л. Игнатьев «Ишимбай век ХХ», 2005 г., ООО РА «Информреклама», г. Уфа, 1500 экз., стр., 528 стр.;

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Игнатьев В. Л. «Ишимбай: ХХ век», г. Уфа, 2005 г.
  2. Игнатьев В. Л. «Ишимбай: ХХ век», г. Уфа, 2005 г.
  3. К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г.
  4. Решение IX сессии Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.
  5. Решение IX сессии Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.