Викторов Виталий Васильевич

анестезиолог- реаниматолог. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) ат

Викторов Виталий Васильевич (11 июль 1960 йыл) — анестезиолог- реаниматолог. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы[1].

Викторов Виталий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 июль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һыуыҡҡул-Михайловка, Яңы Ҡарамалы ауыл советы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө анестезиолог, реаниматолог
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Виталий Васильевич Викторов 1960 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Һыуыҡҡул-Михайловка ауылында тыуа. 1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Республика балалар психоневрология үҙәгендә табип-анестезиолог-реаниматолог, анестезиология-реаниматология бүлеге мөдире булып эшләй, 1999 йылдың 12 ғинуарынан алып бында Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында балалыҡ буйынса баш табип урынбаҫары булып эшләй.

2001 йылдан башлап ғәмәли һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эште педагогик һәм фәнни-методик эшмәкәрлек менән бер рәттән дипломдан һуң белем биреү институтының педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһында ассистент (2001-2003 йылдар) һәм профессор (2003-2011 йылдар) сифатында алып бара[2].

2002 йылдың июленән Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта 1990 йылдан БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институтында эшләй. 2011 йылда педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2012 йылдан алып институт директоры вазифаһын башҡара[1].

Викторовтың бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы дауалау учреждениеларында эшләү менән бәйле. 2003 йылдың 1 авгусынан әлеге ваҡытҡа тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы булып эшләй[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургияла операция яһағанда һәм операциянан һуңғы осорҙа ағзаларҙың һәм организм системаларының функциональ етешмәүсәнлеген, сепсис аҙып китеүгә морфофункциональ һәм генетик бирешеүсәнлекте өйрәнеүгә арналған. Викторов тарафынан септик процесты һәм шокты интенсив дауалау ысулдары камиллаштырылған һәм дауалау практикаһына индерелгән[1]. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография, Рәсәй Федерацияның 5 уйлап табыуы, 12 уҡыу ҡулланмаһы баҫтыра[2].

Ғилми етәксе сифатында 5 медицина фәндәре кандидатын әҙерләгән. Әлеге ваҡытта уның етәкселегендә 1 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертациялары үтәлә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ була: 2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелгән, 2008 йылда — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы», Черен Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Абхазия дәүләт университетының почетлы профессоры, юғары йәмәғәт категориялы табип-реаниматологы.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Экстренная колопроктология. Уфа, 2001 (автор.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә