«Выбор» — Салауат ҡалаһының аҙнаһына ике тапҡыр урыҫ телендә донъя күргән ижтимағи-сәйәси гәзите.

«Выбор»
Тип

Салауат ҡалаһының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы

Форматы

4А3

Штат хәбәрселәре

Коллектив[1]

Тиражы

3000 дана (2015 йыл, декабрь)

Веб-сайты

http://sgvibor.ru/

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «„Башҡортостан Республикаһы“ Нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы.

Гәзит ҡаланың социаль, иҡтисади, мәҙәни һәм спорт тормошо хаҡында дөрөҫ һәм ышаныслы мәғлүмәт кенә биреп ҡалмай, уларға төплө анализ яһай. Баҫма биттәрендә төрлө факттарға аңлатмалар, уҡыусыларҙың уй-фекерҙәре, уларҙан килгән хаттар даими урын ала. «Выбор» шулай уҡ ҡала Советының һәм ҡала хакимиәтенең рәсми документтарын баҫтырып сығара[2].


Совет хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1948 йылда «18-се комбинат»ҡа (хәҙер Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе) нигеҙ һалынғас, унда эшләүселәр өсөн махсус ҡасаба төҙөү планлаштырыла. Ошо йылдың июнь айында тәүге барак ҡалҡып сыға, ә көҙгә инде тәүге урам барлыҡҡа килә. 1949 йылда был нефтехимиктар ҡасабаһына башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев хөрмәтенә «Салауат» исеме бирелә, һәм ул яҡындағы Ишембай ҡала Советына бойһондорола. Нәҡ ошо Салауат эшселәр ҡасабаһында 1952 йылдан «Сталинская новостройка» исемле гәзит сыға башлай[3].

1954 йылдың 12 июнендә ҡасаба «республика әһәмиәтендәге ҡала» статусын ала. Быға тиклем донъя күреп килгән баҫма ошо йылдың 3 октябренән «Ленинский путь» исеме аҫтында ҡала гәзите булып нәшер ителә[4][5]. Уның беренсе һаны 4000 дана тираж менән баҫыла[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә