Хажин Вәкил Исмәғил улы
Хажин Вәкил Исмәғил улы (11 июль 1946 йыл) — педагог-методист, филолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[1].
Хажин Вәкил Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 июль 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Бирҙеғол, Инйәр ауыл Советы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | филолог |
Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡорт дәүләт университеты Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВәкил Исмәғил улы Хажин 1946 йылдың 11 июлендә БАССР-ҙың Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуған.
1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, һөнәре буйынса филолог. Хеҙмәт юлын ошо уҡ йылда БАССР-ҙың Мәләүез районы Арыҫлан мәктәбендә башлай, йәш белгес директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
1972 йылда Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында эш башлай.
1978—1982 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар камиллаштырыу институтында — башта башланғыс кластар кабинеты, 1979 йылдан туған телдәр кабинеты мөдире булып эшләй.
1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, 1985—1988 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары була. 1992 йылда Сибай филиалының директоры итеп тәғәйенләнә.
1994 йылдан Силәбе дәүләт педагогия университетында эшләй. 2000—2011 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһында, бер үк ваҡытта 2005 йылдан башҡорт теле кафедраһы мөдире була.
Фәнни тикшеренеүҙәре урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу методикаһына, туған тел һәм әҙәбиәтен уҡытыу методтары, дәрестә уҡыусыларҙың темалар үҙләштереү, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу алымдарына арналған. 60-тан ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы[1]. Йыш ҡына башҡорт теле уҡытыусылары менән осраша, улар менән тәжрибә менән бүлешә, уның ҡатнашлығындағы семинарҙар йәнле, файҙалы үтә[2]. Вәкил Исмәғил улы Хажиндың республика матбуғатында бик күп мәҡәләләре донъя күрҙе. Башҡорт халыҡ педагогикаһына, фольклорына бик ҙур иғтибар бүлә, һаҡсыл ҡараш талап итә[3].