Самарин Павел Григорьевич

Самарин Павел Григорьевич (11 июль 1930 йыл — 3 октябрь 2012 йыл — нефтсе, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985)[1].

Самарин Павел Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Ҡалтасы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө petroleum engineer
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР дәүләт премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Григорьевич Самарин 1930 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Демидовка ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостандың Ҡалтасы районында) тыуған.

1954 йылдан Бөрө геология-эҙләнеү контораһында эшләй, 1962—1992 йылдарҙа — «Южарланнефть» НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор, насос станцияһы машинисы.

Нефть промыслаһын бер торбалы йыйыу системаһына күсереүҙә, нефть сығарыу объекттарын автоматлаштырыу һәм телемеханизациялауҙа; торбалы һыу бүлгестәрен эшләүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. Самарин Павел Григорьевич 2012 йылдың 3 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969)
  • Ленин ордены (1971)
  • СССР Дәүләт премияһы (1981).
  • СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1985)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә