9 февраль
көнө
(9 февраля битенән йүнәлтелде)
9 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 40-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 325 көн ҡала (кәбисә йылында 326).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Волейболдың тыуған көнө.
- Пицца көнө.
- Хәүефһеҙ интернет көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 474 йыл: Зенон Исавр Византия императоры итеп иғлан ителә (474 йылдың ноябренә тиклем улы Лев менән бергә).
- 1552 йыл: Чилиҙың беренсе губернаторы конкистадор Педро де Вальдивия Санта-Мариа-ля-Блака-де-Вальдивия ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1601 йыл: Испанияның баш ҡалаһы ҡабат Вальядолидҡа күсерелә.
тулы исемлек
- 1621 йыл: 234-се Рим папаһы итеп Алессандро Людовизи һайлана, ул Григорий XV исемен ҡабул итә.
- 1801: Люневиль ҡалаһында Франция менән Австрия араһында солох килешеүе төҙөлә.
- 1885: Мәскәүҙә Рәсәй империяһындағы тәүге түләүһеҙ китапхана-уҡыу бүлмәһе асыла.
- 1849: Гарибальди тәҡдиме буйынса Римдә республика иғлан ителә.
- 1886: М. П. Мусоргскийҙың «Хованщина» операһының премьераһы була.
- 1893: Миланда «Ла Скала» театрында Джузеппе Вердиҙың «Фальстаф» операһының премьераһы була.
- 1896: Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһында фигуралы шыуыу буйынса тәүге донъя чемпионаты уҙа.
- 1897: Рәсәй империяһында тәүге халыҡ иҫәбен алыу үтә.
- 1900: АҠШ-тың егерме йәшлек тенниссыһы Двайт Ф. Дэвис артабан уның исемен алған Дэвис Кубогына нигеҙ һала.
- 1920: Парижда Шпицберген трактатына ҡул ҡуйыла, ул архипелагтың халыҡ-ара хоҡуҡи статусын билдәләй.
- 1923: В. И. Ленин РСФСР-ҙың граждандар һауа флотын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1923: Стэнли Мельбурн Брюс Австралияның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 1924: Әзербайжан ССР-ы составында Нахичеван АССР-ы ойошторола.
- 1931: Союзкино Үҙәк фабрикаһын «Мосфильм»ды тантаналы асыу һәм беренсе кино төшөрөү көнө.
- 1934: Гастон Думерг Францияның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 1938: Башҡорт АССР-ының беренсе гербы раҫлана.
- 1938: Афинала Версаль килешеүенән һуң урынлашҡан көстәр нисбәтен һаҡлау маҡсатында Греция, Румыния, Төркиә һәм Югославияның хәрби-сәйәси берлеге төҙөлә («Балҡан Антантаһы»).
- 1942: Таутөмән ҡасабаһында 134-се миномёт полкы ойошторола.
- 1948: Токиола Бөтә донъя айкидо үҙәге Айкикай асыла.
- 1964: IX Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана. Миҙалдар һаны буйынса СССР спортсылары алда була.
- 1990: Намибияның Милли ассамблеяһы ултырышында Намибияның Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1990: Польшаның гербындағы бөркөткә ҡабат таж кейҙерелә.
- 1991: Литваның СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоғо хаҡында референдум уҙғарыла. Унда теркәлгән һайлаусыларҙың 80 проценты ҡатнаша һәм уларҙы дүрттән өс өлөшө бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү өсөн тауыш бирә.
- 1995: Өфөлә Дүртөйлө һәм Хәйбулла райондары көндәре асыла.
- 1996: Германияның Дармштадт ҡалаһындағы Ауыр иондар институтында 112-се элемент «коперниций»ҙы асыу тураһында иғлан ителә.
- 2001: Таксин Чиннават Таиландтың премьер-министры вазифаһына тәғәенләнә.
- 2004: Әзербайжандың Ләнкәран һәм Астара райондарында Һирҡан милли паркы булдырыла.
- 2009: Ҡала советы ҡарары менән Далай-ламаға Римдың хөрмәтле гражданы исеме бирелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Солтанова Гөлсәсәк Рәфит ҡыҙы (1975), ғалим-филолог. 2000—2007 йыларҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2007 йылдан — университеттың административ-идара аппараты белгесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Октябрьск ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кәлимуллин Әсхәт Хәбибулла улы (1931—29.12.2010), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1964—1977 йылдарҙа Учалы районы Поляковка совхозы директоры, 1977—1991 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, агросәнәғәт берекмәһе рәйесе — район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Ҡарашлы ауылынан.
- Халиҡов Ғабдулхак Әбйәлил улы (1931—30.09.2007), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылға тиклем теоретик механика һәм гидродинамика, 1991—1998 йылдарҙа физик гидродинамика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992—1993 йылдарҙа физика факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
тулы исемлек
- Кутузов Геннадий Николаевич (1946), муниципаль хеҙмәт һәм спорт ветераны. 1997—2005 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Яҡупов Баязит Зәки улы (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1973—1984 йылдарҙа Мәсетле районы Әләгәҙ урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫары, 1984—2011 йылдарҙа – мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм мәғариф алдынғыһы (1995). Сығышы менән ошо райондың Оло Ҡыҙылбай ауылынан.
- Фәнүр Ғилманов (1956), матбуғат ветераны, журналист, 1986 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011).
- Ғиниәтуллин Рафаҡ Хизбулла улы (1961), ғалим-биолог. 1983 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты хеҙмәткәре, 2001 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Солтанов Мостафа Кәрим улы (1912—18.02.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист. 1951–1963 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре; 1965 йылдан Күмертау район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары; 1984–1990 йылдарҙа Кумертау район музейы директоры. 1960 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), 2-се (1945) һәм 3-сө (1945) дәрәжә Дан ордендары кавалеры, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Любимов Борис Фёдорович (1927—2.10.2013), төҙөлөш тармағы эшмәкәре. 1969—1987 йылдарҙа Өфөләге «Башстройдеталь» берекмәһе директоры; 1994—2010 йылдарҙа Башҡортостан Архитекторҙар союзы директоры һәм башҡарма директоры. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» (1965, 1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Новгород өлкәһенең Чудов районы Селищи ауылынан.
тулы исемлек
- Ишбаев Кәрим Ғайса улы (1937—15.03.2015), ғалим-башҡорт тел белгесе, педагог. 1976—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2007). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы (1937), юғары мәктәп, фән һәм спорт ветераны, ғалим-тел белгесе. 2007—2012 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2004), доцент (2007). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994) һәм мәғариф отличнигы (1997). Йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионы һәм рекордсыһы (1954).
- Һатыбалдина Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы (1942—26.08.2016), педагог-методист. 1973—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1989 һәм 1991—2007 йылдарҙа химия кафедраһы мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1971), профессор (1993). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
- Камалиев Мәснәүи Зәкирйән улы (1947), сәнәғәт тармағы ветераны. «Каустик» берекмәһенең элекке инженер-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Латипов Ринат Ниғәмәтйән улы (1947), ветеран спортсы һәм тренер, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Олимпия резервының велосипед спорты буйынса махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры, 2004 йылдан — директоры, бер үк ваҡытта 1988 йылдан Өфөләге «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге директоры һәм 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. 1995 йылдан Башҡортостандың Велосипед спорты федерацияһы рәйесе. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1997), СССР-ҙың спорт мастеры (1968); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ (2002) һәм Салауат Юлаев (2000) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ихсан ауылынан.
- Волков Олег Андреевич (1952), хеҙмәт ветераны, инженер-механик. 1985—2017 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2006). СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1991), почётлы энергетик (2003). Сығышы менән Елец ҡалаһынан.
- Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы (1972), мәғариф хеҙмәткәре. 1995 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Баҡтыбаев Ильяс Йәмлихә улы (1928—1.11.2011), ауыл хужалығы, партия һәм профсоюз органдары хеҙмәткәре. 1969—1988 йылдарҙа Башҡортостан авиация сәнәғәте эшселәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
- Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы (1938), ғалим-иҡтисадсы, инженер-механик, партия, дәүләт һәм газ сәнәғәте тармағы хеҙмәткәре, спортсы. 1975—1978 йылдарҙа «Баштрансгаз» производство берекмәһе директоры, 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре. Бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры.
- Иващенко Валентина Васильевна (1948), элемтәсе. 1964—2005 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат ҡала элемтә узелы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2002). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Середа Нина Алексеевна (1948), ғалим-тупраҡ белгесе‑агрохимик. 2000—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының агрохимия кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Сәлихов Шамил Абзал улы (1953), табип-хирург, йәмәғәтсе. 2002—2016 йылдарҙа Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының баш табибы, баш табип урынбаҫары, поликлиника хирургы. 2021 йылдан райондың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән ошо райондың Ҡариҙел ауылынан.
- Түлебаева Венера Әүхәҙи ҡыҙы (1958), китапханасы, дәүләт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Ейәнсура үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры, 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығын баш эксперт-белгесе, артабан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.
- Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (1963), бейеүсе, балетмейстер. 2015—2022 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, бер үк ваҡытта 2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мәрҙәмшин Рифмир Рәхмәтулла улы (1954), ғалим-тарихсы, комсомол һәм именлек органдары хеҙмәткәре, юғары хәрби һәм урта һөнәри мәктәп уҡытыусыһы. 2011 йылдан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы (2014 йылдан колледж) директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1995).
- Шәйәхмәтов Бикйән Әхмәҙиә улы (1959), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1980—2012 йылдарҙа Хәйбулла районы Подольск ауыл мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1441: Алишер Навои, Урта Азия төрки халыҡтары шағиры.
- 1887: Василий Иванович Чапаев, Ҡыҙыл Армия командиры, Граждандар һуғышы геройы.
- 1915: Борис Андреев, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1962).
- 1920: Григорий Речкалов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, авиация генерал-майоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Валентин Зорин, СССР һәм Рәсәй политологы, журналист, яҙыусы, СССР һәм РСФСР-ҙың дәүләт премиялары лауреаты.
- 1925: Лидия Князева, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1970).
- 1881: Фёдор Михайлович Достоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1954: Ғәбделәхәт Вилданов, башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф.