Герб (пол. herb , нем. Erbeмираҫ) — дәүләт, ҡала, ижтимағи төркөмдөң рәсми тамғаһы [1]; кешене, ҡатламды, ырыуҙы, ҡаланы, һүрәтләгән нәҫелдән нәҫелгә күсеп килә торған эмблема, билдә; теүәл ҡағиҙәләр нигеҙендә яһалған һәм юғары хакимиәт тарафынан расланган символик (шартлы) һурәт. Гербтар нәҫел һәм ер билдәләренә бүленәләр, дәүләт гербтары айырым төркөмгә керә. Гербтарҙы геральдика фәне өйренә.

«Корвин» гербы

Ер йәки дәүләт гербтары, уҙ сиратында, 2 төркөмгә бүленә: ҡасандыр батша һарайына беркетелгән ҡалаларҙың гербтары (уларҙың һүрәттәре өлкә йәки ҡалаларҙың мөһөрҙәренә оҡшатып геральдик формала эшләнә) һәм Герольдия (Герольдмейстерлык контораһы, Герольдия департаменты) тарафынан яһалған һәм раҫланған гербтар. Уларҙағы һүрәт ҡаланың тарихи әһәмиәтенә, унда булып уҙған күренекле ваҡиғаларға, географик һәм иҡтисади урынына нигеҙләнеп яһала.

Гербтар тәре яуҙары ваҡытында Көнбайыш Европала айырым әһәмиәткә эйә була: улар рыцарҙең шәхесен һәм нәҫелен таныҡлай. Гербтарҙы төҙөү, уҡыу һәм аңлатыу менән герольдтар шөғөлләнгән. Гербтарга хоҡуҡ вариҫлыҡ буйынса быуындан-быуынға тапшырылған. Уларҙың һүрәттәре байраҡтарға, мөһөрҙәргә, ҡоралдарға төшөрөлгән, тәңкәләргә һуғылған. Рәсәйгә гербтарҙы ҡулланыу тәртибе Көнбайыш Европанан 17 быуаттың 2-се яртыһында керә. 1722 йылда дворяндар ҡатламы эштәре менән шөғөлләнгән үҙәк дәүләт ойошмаһы - Герольдмейстерлык контораһы (1817 йылға тиклем эшләй) төҙөлә, уның вазифаларына дворян нәҫелдәре өсөн гербтар төҙөү керә. 1797 йылдан император раҫлаған гербтарҙан «Рәсәй империяһы дворян нәҫелдәренең ғөмөми гербовнигы» төҙөлә башлай. 1800 йылда Герольдмейстерлык контораһына Рәсәй ҡалаларының ғөмөми гербовнигын төҙөү бурысы ҡуйыла. 1857 йылдың 10 июнендә Герольдия департаменты ҡаршыһында Герб бүлесәһе ойошторола, уға герольдика ҡағиҙәләре буйынса территорияларҙың гербтарын һәм шәхси гербтарҙы төҙөү йөкләтелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  • Винклер П.П. Гербы городов, губерний, областей, посадов Российской империи, внесённые в «Полное собрание законов». СПб., 1900;
  • Соболева Н.А. Российская городская и областная геральдика XVIII-XIX вв. М., 1981; шул уҡ. Старинные гербы российских городов. М., 1989; Хорошкевич А.Л. Символы русской государственности. М., 1993;
  • Ханзафаров Н.Г. Казанский «Зилант»: миф и действительность // Науч. Татарстан. 1997. № 3/4; Гербы городов России: Альбом-справ. М., 1998.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә