Фигуралы шыуыу
Фигуралы шыуыу — конькиҙа уҙышыу буйынса[1] спорт төрө, ул ҡатмарлы йүнәлешле спорт төрҙәренә ҡарай. Төп идеяһы шунда: яңғыҙ спортсы йәки спортсы парҙар конькиҙа боҙ буйлап шыуыу йүнәлешен алмаш-тилмәш үҙгәртә һәм музыка аҫтында өҫтәмә элементтар (әйләнеү, һикереү, комбинациялы аҙымдар, күтәреү һ. б.) башҡара.
Фигурное катание | |
Характеристика | |
---|---|
Категория |
ҡышҡы спорт төрө |
Ҡорамалдар |
фигуралы конькиҙар |
Дисциплины | |
ир-егеттәрҙең яңғыҙ фигуралы шыуыуы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ фигуралы шыуыуы, | |
Тәүге ярыштар | |
Олимпия уйындары |
1908 |
Донъя чемпионаты | |
Европа чемпионаты | |
Халыҡ-ара федерация | |
Атамаһы |
Конькиҙа уҙышыусыларҙың халыҡ-ара берләшмәһе |
Нигеҙ һалыу йылы | |
Федерация башлығы |
Ян Дейкема |
Веб-сайт | |
Бәйле проекттар | |
Категория:Фигуралы шыуыу |
Фигуралы шыуыуҙың айырым спорт төрө булып формалашыуы 1860 йылдарға ҡарай, ә 1871 йылда конькиҙа уҙышыусыларҙың I Конгресында уны үҙ аллы спорт төрө тип ҡабул итәләр. Фигуралы шыуыу буйынса беренсе ярыш ир-егеттәр араһында 1882 йылда Венала үткәрелә.
1908 һәм 1920 йылдарҙағы Йәйге Олимпия уйындарында фигуралы шыуыу буйынса ярыштар үтә; фигуралы шыуыу олимпия программаһына индерелгән ҡышҡы спорт төрҙәренең иң тәүгеләренең береһе була. 1924 йылдан алып фигуралы шыуыу Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына мотлаҡ рәүештә инә килә.
1886 йылдан алып хәҙерге көндәргә тиклем фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара рәсми ярыштарҙан донъя чемпионаты, Европа чемпионаты, Дүрт континент чемпионаты һәм башҡалар Халыҡ-ара конькиҙа уҙышыусылар берләшмәһе эгидаһы аҫтында үтә (ИСУ, ингл. International Union Skating, ISU).
Фигуралы шыуыуҙа 5 дисциплина айырып йөрөтөлә: ир-егеттәрҙең яңғыҙ шыуыуы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ шыуыуы, парлы фигуралы шыуыу, спорт бейеүе һәм төркөмдәрҙә синхрон шыуыу. Төркөмдәрҙә синхрон шыуыу әлегә рәсми ярыштар программаһына индерелмәгән, фигуралы шыуыуҙың был төрө буйынса конькиҙа синхрон шыуыу булараҡ айырым донъя чемпионаты үткәрелә.
2014 йылдан Ҡышҡы олимпия уйындары программаһына фигуралы шыуыу буйынса команда ярыштары индерелгән.
Тарихы
үҙгәртергәДөйөм тарих
үҙгәртергәФигуралы шыуыуҙың тарихы алыҫ үткәндәр менән бәйле, уның тамыры бронза быуатҡа (4-се быуат аҙағы — беҙҙең эраның 1-се мең йыллығының башы) барып тоташа, археологтарҙың табыштары — эре хайуандарҙың тояҡтарынан эшләнгән һөйәк конькиҙар ошо хаҡта һөйләй. Бындай табыштар Европа илдәренең байтағында осрай, ә иң боронғо «конькиҙар» Одессанан алыҫ түгел, Көньяҡ Буг ярында табыла.[2]
Әммә фигуралы шыуыуҙың спорт төрө булараҡ барлыҡҡа килеүен конькиҙарҙың элекке кеүек һөйәктән түгел, ә тимерҙән эшләй башланыу мәле менән бәйләйҙәр. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бындай конькиҙар беренсе тапҡыр XII—XIV быуатта Голландияла барлыҡҡа килә. Үҙенең башланғыс осоронда фигуралы шыуыу кәүҙәнең матур торошон һаҡлап, боҙҙа төрлө фигуралар яһау буйынса ярыштарҙан торған була.
Фигуралы шыуыуҙы яратыусылар клубтары XVIII быуатта (1742) Британия империяһының Эдинбург ҡалаһында барлыҡҡа килә. Ярыштарҙа мотлаҡ башҡарылырға тейешле фигураларҙың исемлеге лә, тәүге ярыштарҙың рәсми ҡағиҙәһе лә тап ошонда булдырыла. Артиллерия лейтенанты Роберт Джоунз «Конькиҙа шыуыу тураһында трактат» (1772) баҫтырып сығара, унда ул үҙ заманында билдәле булған бөтә төп фигураларҙы ла һүрәтләй[2].
Европанан фигуралы шыуыу АҠШ-ҡа һәм Канадаға барып эләгә һәм унда киң үҫеш ала. Бында фигуралы шыуыусыларҙың күп һанлы клубтары ойошторола, конькиҙарҙың яңы моделдәре уйлап сығарыла, үҙҙәренең техника мәктәптәре булдырыла. 1860 йылда Европаға АҠШ фигурисы Джексон Гейнс килгәс, хатта үҙен иң тәжрибәле тип иҫәпләнгән Европа фигуристарына ла унан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин икәнлеге асыҡлана.
Был хаҡта Панин-Коломенкин Николай Александрович түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған:[3]
...ул (Джексон Гейнц) һоҡланыуҙарын йәшерә алмаған Европа халҡына бәйләнешле һоҡланғыс ҡуйылышта һәм тәндең һомғол хәрәкәттәре аша эҙмә-эҙлелектең, етеҙ фигуралар һәм элегант ритмик бейеүҙәрҙең көтөлмәгән мөмкинлектәрен күрһәтте һәм быларҙың барыһын да улаҙың күҙ алдына баҫтырҙы. Уның сәнғәтенең йоғонтоһо бик ҙур булды. Һуңынан ул фигуралы шыуыуҙы сифат яғынан күтәреп, сәнғәтте сағылдырыуҙың яңы формаһы барлыҡҡа килеүенә килтергән этәргес көс булып хеҙмәт итте.
100 йыл үткәндән һуң (1742 йылда) фигуралы шыуыуҙа хәҙерге заманда мотлаҡ үтәлергә тейеш тип иҫәпләнгән фигуралар ҙа, уларҙы үтәү өсөн кәрәкле төп техник алымдар ҙа билдәле була, быға Глазго ҡалаһының конькиҙа уҙышыусылар клубы президенты Д. Андерсондың «Конькиҙа шыуыу сәнғәте» тигән китабы һәм Лондондан X. Вандервел менән Т. Максвелл Уитмандың хеҙмәттәре раҫлай. Был китаптарҙа хәҙерге фигуралы шыуыуҙың нигеҙендә ятҡан һигеҙле, өслө, элмәк һәм башҡа элементтарҙың тасуирламаһы бирелгән.
1871 йылда үткән Конькиҙа уҙышыусыларҙың I конгресында фигуралы шыуыу спорт төрө тип таныла.
1882 йылда Венала фигуралы шыуыу буйынса Европаның беренсе рәсми ярыштары үткәрелә. Дөрөҫ, Алексей Мишин, билдәләүенсә, «былар ни бары кулуар ярыштары» ғына була, сөнки унда бер нисә спортсы ғына сығыш яһай[3].
1890 йылда, Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһындағы боҙлоҡтоң 25 йыллығына арнап үткәрелгән ярыштарға бар донъянан иң яҡшы фигурасылар саҡырылғандан һуң, ярыштарға булған мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрә. Санкт-Петербургҡа АҠШ чемпионы Л. Рубен-Стейн, Германия чемпионы Ф. Кайзер, Австрия, Финляндия, Англия, Голландия, Швеция, Норвегияның иң яҡшы фигурасылары килә. Ярыштар «рәсми булмаған донъя чемпионаты» статусын ала, был бәйге программаларының барлыҡ төрөндә лә «Петербург ҡалаһы конькиҙа уҙышыусылар йәмғиәте»нең почётлы ағзаһы Алексей Лебедев еңеүсе була.
Киләһе 1891 йылда Гамбургта яңғыҙ шыуыусы ир-егеттәр араһында Европаның беренсе чемпионаты үтә, унда немец фигурисы Оскар Улиг еңеүсе була.
Шулай ҙа Санкт-Петербургта үткән ярыштың халыҡ-ара кимәле һәм фигуралы шыуыуҙағы мөмкинлектәр тынғылыҡ бирмәй. Шуға күрә 1892 йылда Халыҡ-ара конькиҙа уҙышыусыларҙың берләшмәһе (ISU) булдырыла, ул халыҡ-ара ярыштарҙы ойоштороу менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тейешле була.
4 йылдан һуң (1896) Санкт-Петербургта фигуралы шыуыу буйынса беренсе донъя чемпионаты үтә (еңеүсеһе — Гилберт Фукс, Германия империяһы). 1903 йылда Санкт-Петербургҡа «Петербургтың һәүәҫкәр конькиҙа уҙышыусылар йәмғиәте»нең 200 йыллығына ҡарата 8-се донъя чемпионатын үткәреү хоҡуғы бирелә (1-се урында — швед Ульрих Сальхов, 2-се — Николай Панин-Коломенкин).
Дисциплиналар тарихы
үҙгәртергәФигуралы шыуыу буйынса тәүге ярыштар бары тик яңғыҙ шыуысы ир-егеттәр араһында ғына үткәрелә, фигурасы ҡатын-ҡыҙҙар донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын бары тик 10 йылдан һуң ғына алыуға өлгәшә. Дөрөҫ, 1901 йылда, йәмғиәт баҫымы аҫтында, ИСУ иҫкәрмә рәүешендә генә ирҙәр ярышында ҡатын-ҡыҙҙарҙан инглиз Медж Сайерсҡа ғына рөхсәт бирә.
Рәсми рәүештә яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы беренсе донъя чемпионаты 1906 йылдың ғинуарында Давоста (Швейцария) үтә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең мотлаҡ үтәлергә тейешле фигуралары оҡшаған була, әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекле шыуыуы юғары нәфислеге, хәрәкәттең һығылмалығы һәм музыкаллеге менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Парлы фигуралы шыуыу был спорт төрөн популярлаштырыу менән үк барлыҡҡа килә, тип әйтергә мөмкин. Ләкин беренсе ярыштар бары тик 1908 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үтә. Немец фигуристары Анна Хюблер һәм Генрих Бургерҙар беренсе парлы шыуыуҙа олимпия чемпионы булараҡ тарихҡа инеп ҡала.
Боҙҙа спорт бейеүҙәре кеүек фигуралы шыуыу төрө 1940 йылдар аҙағында Бөйөк Британияла барлыҡҡа килә, ә аҙаҡ бөтә донъяға тарала. 1952 йылда спорт бейеүҙәре донъя чемпионаты һәм Европа программаларына индерелә. Тәүге 10 йылда йылдарҙа бөтә ҙур кимәлдә үткәрелгән халыҡ-ара ярыштарҙа Бөйөк Британия фигурасылары еңеүсе була. Ҡышҡы олимпия уйындары программаһына боҙҙа бейеүҙәр 1976 йылдан башлап индерелә. Боҙҙа бейеү буйынса беренсе олимпия чемпиондары исемен Людмила Пахомова менән Александр Горшков яулай.
Синхрон фигуралы шыуыу — фигуралы шыуыуҙа яңы дисциплина. Синхрон шыуыуҙың хәҙерге төрө 1960 йылдарҙа АҠШ -та барлыҡҡа килә, тик төркөмдә шыуыу идеяһы күпкә алданыраҡ тыуған була. Мәҫәлән, Рәсәйҙә конькиҙа төркөмдәрҙә шыуыу буйынса ярыштар (парлы, дүртешәрләп, һигеҙ кеше) 1920 йылдар уртаһында уҡ үткәрелгән була[4], әммә ул саҡта был төр популярлыҡ яулай алмай. АҠШ-та был төр хоккей матчтарындағы тәнәфестәрҙә тамашасыларҙың күңел асыу сараһы булараҡ барлыҡҡа килә. Тап шул мәлдә синхрон шыуыуҙың да бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы спорт төрө икәнлеге асыҡлана.
Синхрон фигуралы шыуыу буйынса тәүге рәсми ярыштар 1976 йылда АҠШ-тың Мичиган штатындағы Энн-Арборе ҡалаһында үтә. 1994 йылда ISU синхрон фигуралы шыуыуҙы фигуралы шыуыуҙың бишенсе дисциплинаһы булараҡ рәсми рәүештә таный. 1996 йылда Бостон ҡалаһында (АҠШ) синхрон фигуралы шыуыу буйынса Беренсе донъя кубогы үтә. ISU эгидаһы аҫтындағы Беренсе донъя чемпионаты 2000 йылда Миннеаполиста үткәрелә. Ярыштар булдырылғандан алып, алдынғы урындарҙы Швеция һәм Финляндия[5] командалары тотоп килә. Был спорт төрө Канада, АҠШ, Швеция, Финляндия, Бөйөк Британия, Франция кеүек илдәрҙә бик популяр.
Рәсәйҙә фигуралы шыуыу
үҙгәртергәФигуралы шыуыу Рәсәйҙә Петр I заманынан уҡ билдәле булған. Рус батшаһы Европанан конькиҙарҙың беренсе өлгөләрен алып ҡайта. Петр I яңы конькиҙарҙы нығытып ҡуйыуҙың яңы ысулын — тура итеккә беркетеүҙе уйлап тапҡан һәм, шулай итеп, бөгөнгө фигуристарҙың кәрәк-ярағы һаналған «протомодель» барлыҡҡа килә.
1838 йылда Санкт-Петербургта фигуристар өсөн беренсе дәреслек — «Ҡышҡы мәрәкәләр һәм конькиҙа йүгереү сәнғәте» нәшер ителә. Уның авторы Г. М. Паули — Петербург хәрби уҡыу йорттарының гимнастика уҡытыусыһы.
Рус фигуралы шыуыуы, спорт төрө булараҡ, 1865 йылда барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта Баҡса урамындағы Йосопов баҡсаһында йәмәғәт боҙлоғо булдырыла. Был боҙлоҡ Рәсәйҙәге иң төҙөк боҙлоҡтарҙың береһе була һәм беренсе көнөнән үк фигурасылар әҙерләү үҙәгенә әйләнә. 1878 йылдың 5 мартында унда рус фигурасыларының беренсе ярышы үтә. 1881 йылда «Конькиҙа йүгереүҙе яратыусылар йәмғиәтенә» яҡынса 30 кеше инә. Спорт һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәренең иң танылғаны булып был йәмғиәттең почетлы ағзаһы Вячеслав Измайлович Срезневский һанала.
- XX быуат
Фигуралы шыуыу төрҙәре
үҙгәртергәИр-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ шыуыуы
үҙгәртергәЯңғыҙ шыуыусы фигурасылар бөтә төр элементтар төркөмө — аҙым, спираль, әйләнеү, һикереү менән эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. Башҡарылған элементтарҙың сифаты һәм ҡатмарлылығы ни тиклем юғары кимәлдә булһа, спортсының кимәле лә шул тиклем юғары иҫәпләнә. Мөһим күрһәткестәр булып шулай уҡ түбәндәгеләр: спортсы хәрәкәтенең музыка менән берлеге, һығылмалылығы, зауығы һәм артистлыҡ оҫталығы тора.
Яңғыҙ шыуыу ярыштары 2 этапта үтә: беренсе этабы — ҡыҫҡа программа, икенсе этабы — ирекле программа.
Парлы шыуыу
үҙгәртергәПарлы шыуыуҙа спортсыларҙың төп бурысы элементтар менән эш иткәндә хәрәкәттәрҙең берҙәм башҡарыу тәьҫоратын тыуҙырыу.
Парлы шыуыуҙа традицион элементтар (аҙым, спираль, һикереү) менән бер рәттән, фигуралы шыуыуҙың ғына төрө булған элементтар - өҫкә күтәреү, үҙе тирәләй өйрөлтөү, сойорғотоу, тодес, параллель һәм бергә әйләнеү кеүектәре лә ҡулланыла. Парлы башҡарыусыларҙың мөһим критерийҙары булып элементтарҙың синхрон башҡарылышы тора.
Парлы шыуыуҙа ла, яңғыҙ шыуыуҙағы кеүек үк, ярыштар ике этапта үтә — ҡыҫҡа һәм ирекле программа.
Спорт бейеүҙәре
үҙгәртергәБоҙҙағы спорт бейеүҙәре, техник күҙлектән ҡарағанда, төп иғтибар ҡәҙимге һәм ҡәҙимге булмаған бейеү тороштарында бейеү аҙымдарының бергә башҡарылыуына бирелә. Шул уҡ ваҡытта, партнерҙарҙың оҙаҡҡа айырылып тороуы рөхсәт ителмәй. Парлы фигуралы шыуыуҙан айырмалы рәүештә, спорт бейеүҙәрендә һикереү, сойорғотоу һ. б. элементтар ҡулланылмай.
Спорт бейеүҙәрендә уңыштың мөһим өлөшө булып хәрәкәттәрҙең һығылмалығы һәм парҙың күркәм тышҡы ҡиәфәте һанала, шуға күрә музыкаль яҡтан биҙәлешкә һәм һәр ярыш программаһына ярашлы костюмдарҙы ентекле әҙерләнешенә ҙур иғтибар бүленә. Шунлыҡтан, спорт бейеүҙәре — фигуралы шыуыуҙың иң мауыҡтырғыс йүнәлештәренең береһе.
Рәсми ярыштарҙың хәҙерге программаһы 2 бейеүҙе индерә: ҡыҫҡа бейеү һәм ирекле.
Синхрон шыуыу
үҙгәртергәСинхрон шыуыу буйынса командаға 16-нан алып 20-гә тиклем фигурасы инә. Командала ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә алынырға мөмкин. ИСА (ISU) ҡағиҙәһенә ярашлы, командалар йәш үҙенсәлеге буйынса түбәндәге төркөмдәргә бүленә: новистар (беренсе һәм икенсе спорт разрядына ярашлы,) — 15 йәшкә тиклем; юниорҙар (спорт мастерына кандидаттар) — 12-18 йәш; сеньорҙар (спорт мастерҙары) — 14 йәш һәм өлкәндәр[6].
Техникаһы ла, шыуылышы ла, айырым элементтарҙың башҡарылышы синхрон шыуыуҙа классик фигуралы шыуыуҙан айырылмай. Әммә командала шыуыуҙың айырым үҙенсәлеге лә бар, ул элементтарҙы башҡарыуға үҙ төҙәтмәләрен индерә. Уның маҡсаты — команданың бер бөтөн булып сығыш яһауы.
Синхрон шыуыуҙа мотлаҡ булған түңәрәк, һыҙыҡ, ҡуласа, киҫелеш, таяу кеүек үҙенсәлекле элементтар бар. Тыйылған хәрәкәттәр: өҫкә күтәреүҙең бөтә төрҙәре лә, бер әйләнештән артыҡ һикереү, артҡа әйләнмәле спиралдәрҙе үҙ эсенә алған киҫештәр һ. б.
Синхрон шыуыу буйынса ярыштар ҡыҫҡа һәм ирекле программанан тора.
Кәрәк-яраҡтары һәм ҡағиҙәләре
үҙгәртергәПрограммаға ҡарата бөтә талаптар ҙа (дөйөм ҡағиҙәләр, махсус ҡағиҙәләр һәм техник ҡағиҙәләр) фигуралы шыуыу буйынса ярыштарҙың һәр миҙгеленә ИСА менән килешелә.
Фигуралы шыуыуҙың төп элементтары
үҙгәртергәФигуралы шыуыуҙа 4 төп элементты айырып күрһәтергә була: аҙым, спираль, әйләнеш , һикереү. Шулай уҡ фигуралы шыуыуҙың бер генә төрөндә башҡарылған ҡайһы бер үҙенсәлекле элементтар ҙа бар, мәҫәлән өҫкә күтәреү, үҙе тирәләй өйөрөлтөү, юғары сөйөү, парлы шыуыуҙағы тодес.
Аҙымдар
үҙгәртергәАҙымдар этәрелеү һәм шыуыуҙың төп элементтары — дуға, өслөктәр, тартыш, нығытыу, элмәк һәм ҡатмарлы элмәк һәм төйөндәрҙән торған комбинацияны булдыра, улар ярҙамында фигурасылар майҙан буйлап күсеп йөрөй. Аҙымдар программала элементтарҙы бер-береһе менән бәйләү өсөн кәрәк. Бынан тыш, аҙым юлдары программаның мотлаҡ элементы булып тора.
Хәҙерге ваҡыттағы баһалау системаһында юлдар ҡатмарлылығы буйынса 4 кимәле бар.
Спиралдәр
үҙгәртергә)
Спираль тип конькиҙың береһе менән боҙҙа һәм буш торған аяҡты (тубыҡты һәм бутыйҙы ла иҫәпкә алып) янбаштан юғары тотоу позицияһы атала. Спиралдәр позицияһы бер-береһенән шыуыусы аяҡҡа (уң, һул), конькиҙың ҡырына (тышҡы, эске), шыуыу йүнәлешенә (алға, артҡа) һәм буш аяҡ позицияһына (артҡа, алға, ситкә.) ҡарап айырып йөрөтөлә.
Спираль иҫәпкә алынһын өсөн, позицияны кәмендә 7 секунд һаҡларға кәрәк.
Улар, аҙымдар юлы кеүек үк, ҡатмарлылыҡтың дүрт кимәле менән баһалана.
Әйләнеш
үҙгәртергәПолоздың ҡыйышлығы фигуралы шыуыуҙа бер конькиҙың йәки ике конькиҙың да үткер ҡырында башҡарылған әйләнештәрҙең күп төрлөлөгөн тыуҙырыуға сәбәп була.
Торған ерҙән әйләнеү (мәҫәлән, «ҡапланыш»), сүгәләп әйләнеү («өйрөлтмәк») һәм «ҡарлуғас» (Либела) торошонан әйләнеүҙәрҙе айырып йөрөтәләр.
Әйләнгән ваҡытта аяҡты алмаштырыу һәм торошто үҙгәртеү әйләнеш комбинацияларын башҡарыу мөмкинлеген бирә.
Һикереүҙәр
үҙгәртергәҺикереүҙәр ике төргә бүленә — ҡырлы һәм аяҡ осондағы (осло). Ҡырлы һикереүҙә боҙҙан этәрелеү конькиҙың ҡырынан атҡарыла, ә аяҡ осондағыһы — конькиҙың осонан этәрелеүҙән.
Әлеге ваҡытта фигурасылар һикереүҙең 6 төп төрөн ҡуллана — тулуп, сальхов, риттбергер, флип, лутц һәм аксель.
Сальхов, риттбергер һәм аксель ҡырлы һикереүгә ҡарай; тулуп, флип и лутц — осло һикереүгә инә.
Физкультура булараҡ фигуралы шыуыу
үҙгәртергәБеҙ телевизорҙан «юғары ҡаҙанышлы спортты» күреүгә күнеккәнбеҙ, унда балалар мәктәпкәсә йәштән үк барып эләгә, ә 30 йәшлек спортсылар ветеран булып һанала.
Хәйер, коньки — өлкән йәштәгеләр өсөн дә яҡшы физкультура. 1926 йылда уҡ, М. Хвостов яҙғанса, конькиҙа йөрөүҙе үҙләштергән, әммә бушҡа «түңәрәк һыҙырға» теләмәгән кешегә әллә ни ҙур һайлау мөмкинлеге ҡалмай: тиҙлеккә йүгереү, хоккей һәм фигуралы шыуыу алымдарын камиллаштырыу[7] Йүгереү һәм хоккей барыһы өсөн дә ҡулай түгел — шуға күрә фигуралы шыуыу менән мауыҡҡан кешеләр әҙ түгел (күпселек осраҡта хоккей конькиһында). Dan Perceval тигән берәү Skating Extreme Ice — ир-егеттәр һығылмалығына һәм хоккей конькиҙарына яраҡлаштырылған фигуралы шыуыуҙы алға һөрә.
Элекке спортсылар һәм конькиҙы өлкән йәштә үҙләштергән кешеләр өсөн квалификацияһыҙ ярыштар ҙа бар. Әгәр ҡатнашыусылар күп булмаһа, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм зачет алырға мөмкин (шыуыу кимәле буйынса бүленеше — мәҫәлән, «пре-бронза» путцанан башҡа бер әйләнешкә тиклемге һикереү рөхсәт ителә[8]).
Әгәр күп булһалар — кимәлгә өҫтәп, йәш буйынса бүләләр. Яңғыҙаҡтарҙы, ғәҙәттә, дүрт-биш төркөмгә бүләләр, парлыларҙы — ике-өскә. Яңғыҙаҡтар һәм парлылар бер ҡыҫҡартылған программаны башҡара, бейеүселәр — ике бейеү.
Бындай ярыштарҙа ҡалыплашмаған дисциплиналар — мәҫәлән, яңғыҙ бейеү, импровизация (бәйгеселәр музыканы тыңлай, бынан һуң уларға программа булдырыу өсөн ярты сәғәт ваҡыт бирелә) йәки мотлаҡ фигуралар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Фигуралы шыуыу буйынса олимпия медалистары
- Фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионаты медалистары
- Фигуралы шыуыу буйынса Европа чемпионаты медалистары
- Фигуралы шыуыу буйынса Дүрт континент чемпионаты медалистары
- Айырым илдәр чемпионаттары медалистары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [ Фигурное катание] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 2,0 2,1 Т. Хмара, О. Кривич, А. Мироч. История фигурного катания . Современный музей спорта (2008). Дата обращения: 25 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ 3,0 3,1 Алексей Николаевич Мишин. Глава 2. Возникновение и развитие фигурного катания // Фигурное катание на коньках: Учеб. для ин-тов физ. культ. — М.: Физкультура и спорт, 1976.
- ↑ Удивительный мир спорта. Синхронное катание . «Спорт в школе» (№23 2007). Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ Планета спорта. Синхронное катание. История . Дата обращения: 31 ғинуар 2010. Архивировано 3 февраль 2010 года. 2010 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ О синхронном катании 2017 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ М. Хвостов. Фигурное катание на коньках. 1926 г.
- ↑ Ориентировочные требования, взятые с соревнования «Русская зима 2010». На других соревнованиях требования могут быть другие.
Һылтанмалар
үҙгәртергәФигуралы шыуыу Викимилектә | |
Фигуралы шыуыу Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт Международного союза конькобежцев
- Правила вида спорта «Фигурное катание на коньках», утверждены Приказом Минспорттуризма России от 30 декабря 2010 г. № 1299..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Медведева И. М. Фигурное катание на коньках. — К.: Олимпийская литература, 1997.
- Чайковская Е. А. Фигурное катание. — М.: Физкультура и спорт, 2003.