Версаль тыныслыҡ килешеүе

Беренсе донъя һуғышын рәсми тамамлаусы килешеү
(Версаль килешеүе битенән йүнәлтелде)
Версаль тыныслыҡ килешеүе
ҡул ҡуйыу датаһы 28 июнь 1919
ҡул ҡуйыу урыны Версаль һарайы, Франция
тулы көсөнә эйә булыу ваҡыты 10 ғинуар 1920
шарттары Германия һәм дүрт төп союздаш державалар менән ратификациялау
ҡул ҡуйылған ГерманияВеймар республикаһы, Бөйөк БританияБөйөк Британия, ИталияИталия, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ(килешеүҙе ратификацияламаған), ФранцияФранция, ЯпонияЯпония, Бельгия Бельгия, Боливия Боливия, Бразилия Бразилия, Гаити РеспубликаһыГаити, Гватемала Гватемала, Гондурас Гондурас, Греция Греция, ҠытайҠытай, Югославия Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, Куба Куба, Либерия Либерия, Никарагуа Никарагуа, Панама Панама, Перу Перу, Польша Польша, Португалия Португалия, Румыния Румыния, ТаиландСиам, Уругвай Уругвай, ХиджазХиджаз, ЧехословакияЧехословакия, ЭквадорЭквадор

Версаль тыныслыҡ килешеүе — 1919 йылдың 28 июнендә Францияның Версаль һарайында ҡул ҡуйылған һәм Беренсе донъя һуғышын рәсми тамамлаусы килешеү. Оҙайлы серле кәңәшмәләрҙән һуң, килешеүҙең шарттары 1919—1920 йылдарҙағы Париж тыныслыҡ конференцияһында килешеүҙең шарттары төҙөлә һәм тыныслыҡ килешеүенә еңеүсе-дәүләттәрҙең берәр вәкиле уға ҡул ҡуялар: бер яҡтан АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония, тағы ла Бельгия, Боливия, Бразилия, Куба, Эквадор, Греция, Гватемала, Гаити, Хиджаз, Гондурас, Либерия, Никарагуа, Панама, Перу, Польша, Португалия, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, Сиам, Чехословакия, Уругвай һәм икенсе яҡтан капитуляциялаған Веймар республикаһы була.

The Signing of the Peace Treaty of Versailles

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Германия яғында булған илдәр менән Антанта бер аҙ һуңыраҡ тыныслыҡ килешеүҙәре төҙөй: 10 сентябрь 1919 йыл — Австрия менән (Сен Жермен килешеүе); 27 ноябрь 1919 йыл — Болгария менән (Нёйи килешеүе); 4 июнь 1920 йыл — Венгрия менән (Трианон килешеүе); 10 август 1920 йыл — Ғосман империяһы менән (Севр тыныслыҡ килешеүе)[1]. Аҙағыраҡ Севр тыныслыҡ килешеүе урынына Лозанна тыныслыҡ килешеүе менән алыштырыла, ул Лозанна конференцияһының (1922—1923) төп документтарының береһе була һәм уға 1923 йылдың 24 июлендә бер яҡтан Бөйөк Британия, Франция, Италия, Япония, Греция, Румыния, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге илдәре менән, ә икенсе яҡтан — Төркиә менән ҡул ҡуйыла. 1920 йылдың 10 ғинуарынан алып, Германия һәм дүрт союздаш державалар — Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония ратификациялағандан һуң, Версаль тыныслыҡ килешеүе тулы көсөнә эйә башлай. Килешеүгә ҡул ҡуйып, әммә ратификацияламағандар араһында өс дәүләт — АҠШ, Хиджаз һәм Эквадор була. Бөйөк Британия һәм Франция йоғонтоһо ҙур булған һәм уставы Версаль тыныслыҡ килешеүенең бер өлөшө булып торған Милләттәр Лигаһында АҠШ ҡатнашырға теләмәй һәм уның Сенаты килешеүҙе ратификацияламай. Һуңыраҡ 1921 йылдың авгусында АҠШ Гер мания менән махсус килешеү төҙөй, ул ғәмәлдә Версаль тыныслыҡ килешеүенән айырылмай, ләкин Милләттәр Лигаһы хаҡындағы статьялар унда булмай[2].

Килешеүҙең шарттары

үҙгәртергә
 
Союздаш илдәр, берләшкән дәүләттәр һәм Германия араһындағы 1919 йылғы тыныслыҡ килешеүе
 
Версаль килешеүенә ҡул ҡуйыусы яҡтар (һулдан уңға): Д. Ллойд Джорж, В. Орландо, Ж. Клемансо һәм В. Вильсон. Париж, 1919 йыл

1918 йылдың 11 нояберендә Германия менән төҙөлгән ваҡытлыса килешеүҙең ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыштың фактик бөтөүө өсөн Париж тыныслыҡ конференцияһы сиктәрендә тағы ла алты ай дауамында барған һөйләшеүҙәр талап ителә. Союздаштар араһында һөйләшеүҙәр 1919 йылдың 18 ғинуарында Парижда Францияның Тышҡы эштәр министырлығында башлана. Тәүҙә һөйләшеүҙәрҙә 27 илдән 70 делегат ҡатнаша[3]. Һуғышта еңелгәндәң һуң Германия, Австрия һәм Венгрия вәкилдәрен һөйләшеүҙәрҙән сығаралар. Брест килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Рәсәй вәкилдәрен дә һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаштыртмайҙар. Аҙағыраҡ Париж тыныслыҡ конференцияһы сиктәрендә ҡарарҙар ҡабул итеүҙә тик дүрт дәүләт — Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм АҠШ вәкилдәре ҡатнаша[4]. Фиумдағы (хәҙерге Риека) территорияларҙы Италияға бирелмәгәс, уның премьер-министыры Витторио Орландо һөйләшеүҙәрҙе ташлап китә һәм яңынан уға тик 1919 йылдың июнендә килешеүгә ҡул ҡуйыр өсөн ҡайта. Һөҙөмтәлә тик өс дәүләт кенә килешеүҙең шарттары билдәләйҙәр — Бөйөк Британия премьер-министыры Дэвид Ллойд Джордж, Франция премьер-министыры Жорж Клемансо һәм АҠШ президенты Вудро Вильсон. Әммә күп кенә ҡаршылыҡтар арҡаһында бындай бәләкәй төркөмгә лә килешеүгә килеү бик ауырға төшә, шунлыҡтан ул «бәхетһеҙ компромисс» тигән исем алған[5].

Шулай итеп, оҙайлы серле кәңәшмәләрҙән һуң Версаль тыныслыҡ килешеүенең шарттары билдәләнә, 1919 йылдың 21 октяберендә Милләттәр Лигаһы Секретариатында уларға ҡул ҡуйыла һәм теркәлә. Веймар республикаһы, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония ратификациялағандан һуң, 1920 йылдың 10 ғинуарынан алып килешеү тулы көсөнә эйә була башлай.

Хоҡуҡи сикләүҙәр

үҙгәртергә

Һуғыш ваҡытында зыян килтергән өсөн Германияға бөтә яуаплылыҡ һалына:

  • 227-се статья элекке Германия императорын Вильгельм II халыҡ-ара әхлаҡты боҙоуҙа ғәйепләй һәм хәрби енәйәтсе тип судҡа тарттырыуҙы талап итә.
  • 228—230 статьялар күп кенә башҡа немецтарҙы хәрби енәйәтселәр тип иғлан итәләр.
  • 231 статья («War Guilt Clause») һуғыш өсөн бөтә яуаплылыҡты Германия һәм уның союздаштары өҫтөнә һала, улар башҡа илдәрҙең граждан халҡына килтергән зыянын ҡаплауҙы бөтә тулы яуаплылыҡты алырға тейеш була.


Германияға һалынған сикләүҙәр һәм уның территорияларын аннекциялау

үҙгәртергә
 
Версаль килешеүенән һуң Германия:      Милләттәр Лигаһы идаралығы аҫтындағы территориялар      Күрше дәүләттәр менән аннекцияланған территориялар      Веймар республикаһы территорияһы

Версаль тыныслыҡ килешеүе маҡсаты булып донъяны еңеүсе-дәүләттәр файҙаһына бүлеүҙе нығытыу булған. Килешеү шарттары буйынса Германия Францияға Эльзас-Лотарингияны (1870 йылғы сиктәр буйынса) ҡайтара; Бельгияға Эйпен-Мальмеди округтары, Морененың нейтраль һәм прусс өлөштәрен бирә; Польшаға — Позенды (Познаньды), Померанияның өлөшөн һәм Көнбайыш Пруссияның башҡа территорияларын тапшыра; Данциг (Гданьск) ҡалаһы һәм округы «ирекле ҡала» тип иғлан ителә; Мемель (Клайпеда) өлкәһе Милләттәр Лигаһы идаралығы аҫтына, ә 1923 йылдың февралендә — Литваға бирелә.

Шлезвигтың, Үрге Силезияның һәм Көнсығыш Пруссияның көньяҡ өлөшөнөң ниндәй дәүләт составында булыуы плебисцитта ҡаралырға тейеш була. Һөҙөмтәлә Шлезвигтың өлөшө 1920 йылда Данияға, Үрге Силезияның өлөшө 1921 йылда Польшаға, Көнсығыш Пруссияның көньяҡ өлөшө Германия составында тороп ҡала, Силезияның бәләкәй генә өлөшө — Гюльчин округы Чехословакияға күсә.

Одер йылғаһының уң яғындағы ерҙәр, Түбәнге Силезия, Үрге Силезияның күп өлөшө һәм башҡалар Германия составында ҡала. Саар өлкәһе 15 йылға Милләттәр Лигаһы идаралығы аҫтына бирелә, 15 йыл үткәндән был өлкәнең яҙмышы плебисцит формаһында ҡаралырға тейеш була. Саар таш күмер шахталары Францияның мөлкәте булып китә.

Польшаның көнсығыш сиктәре Буг йылғаһы буйлап Брест һәм Гродно ҡалаларынан көнбайыштараҡ, Керзон исеме аҫтында билдәле һыҙыҡ буйынса үтә.

Килешеү буйынса Германия Австрияның, Польшаның һәм Чехословакияның тулы бойондороҡһоҙлығын танырға һәм һаҡларға тейеш була. Рейн йылғаһының һул яҡ ярындағы Германия ерҙәре һәм уң яҡ ярының 50 км киңлегендәге һыҙат демилитаризациялана. Килешеүҙең XIV өлөшөн гарантиялау өсөн, Рейн йылғаһы бассейны территоряһының өлөшөн союздаш ғәскәрҙәр менән 15 йыл дауамында окуппациялау шарт итеп ҡуйыла.

Германия колонияларын бүлеү

үҙгәртергә
 
1905 йылда Германияның колониялары (күк төҫ менән күрһәтелгән)

Германия бөтә колонияларын юғалта, улар һуңғараҡ Милләттәр Лигаһының мандаттар системаһы нигеҙендә төп еңеүсе-державалар араһында бүленәләр.

Германия колонияларын бүлеү артабандағыса булған. Африкалағы Танганьика мандаты Бөйөк Британияға, Руанда-Урунди районы — Бельгияға, «Кионг өсмөйөшө» (Көньяҡ-Көнсығыш Африка) — Португалияға бирелгәндәр, Того һәм Камерун территориялары Бөйөк Британия һәм Франция араһында бүленгән, ә Көньяҡ Африка Союзы Көньяҡ-Көнбайыш Африкаға мандат ала. Тымыҡ океандағы Германияның экваторҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан утрауҙары Японияға, ә Яңы Гвинея утрауындағы һәм уға яҡын булған утрауҙарҙағы территориялар Австралия Союзына, Көнбайыш Самоа утрауҙары Яңы Зеландияға инәләр.

Версаль тыныслыҡ килешеүе буйынса Германия Ҡытайҙағы бөтә концессиялар һәм өҫтөнлөктәрҙән, Сиамдағы бөтә мөлкәтенән һәм консул юрисдикциянан, Либерия менән төҙөлгән бөтә килешеүҙәренән баш тарта, тағы ла Марокко өҫтөнән Францияның һәм Мысыр өҫтөнән Бөйөк Британияның протектораттарын таный. Германияның Цзяо-Чжоу һәм Шаньдун провицияларына хоҡуғы Японияға бирелә, шунлыҡтан Ҡытай Версаль килешеүенә ҡул ҡуймай.

Репарациялар һәм ҡораллы көстәргә сикләүҙәр

үҙгәртергә

Килешеүгә ярашлы Германияның хәрби көстәрнең һаны 100 меңлек ҡоро ер ғәскәрҙәре менән сикләнергә тейеш була. Мотлаҡ хәрби хеҙмәт ғәмәлдән сыға. Һаҡланып ҡалған хәрби-диңгеҙ флотының төп өлөшө еңеүселәргә бирелергә тейеш була. Яңы хәрби караптар төҙөүгә ҡаты сикләүҙәр һалына.

Германияға күп кенә яңы ҡоралды — хәрби авиацияны, бронетехниканы ҡулланыу тыйыла. Германия репарациялар формаһында Антантаның хөкүмәте һәм айырым граждандары кисергән сығымдарҙы ҡапларға тейеш була. Репарацияның үлсәмен махсус Репарация комиссияһы билдәләргә тейеш була.

2010 йылдың 3 октяберендә Германия 70 миллион евро суммаһындағы һуңғы транш менән Версаль килешеүе буйынса ҡуйылған репарациялар түләүен тамамлай (269 миллиард алтын маркалар — яҡынса 100 мең тонна алтын эквиваленты). Түләүҙәр нацистар властҡа килгәс туҡтатыла һәм яңынан 1953 йылда Лондон килешеүенән ҡайтарыла.

Рәсәйгә мөнәсәбәте

үҙгәртергә

116-сы статьяға ярашлы Германия 1914 йылдың 1 авгусында Рәсәй империяһы составында булып бойондороҡһоҙ алған бөтә территорияларҙы танырға, тағы ла 1918 йылғы Брест тыныслығын һәм большевиктар менән төҙөлгән башҡа килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға мәжбүр була. 117-сы статьяға ярашлы, Германия Рәсәйҙәге большевик власының легитимлығын шиккә ҡуйырға, элекке Рәсәй империяһының территорияларында барлыҡҡа килгән йәки «барлыҡҡа киләсәк» дәүләттәр менән Антанта төҙөгән килешеүҙәрҙе танырға тейеш була.

Килешеүҙе тотоу

үҙгәртергә
 
Уильям Орпен. 1919 йылдың 28 июнендә Версаль һарайының Көҙгө залында тынсылыҡҡа ҡул ҡуйыу. Империя хәрби музейы. Лондон

Властҡа нацистар килгәндән һуң, Германияға һалынған сикләүҙәр Европа державалары менән контрольдә тотолмай йәки уларҙы боҙоу бер нисектә тыйылмай. Өлгө итеп Рейн өлкәһен ремилитаризациялау, Австрияны ҡушыу, Чехословакиянан Судет өлкәһен тартып алыу һәм Чехия һәм Моравияны оккупациялау була.

Версаль килешеүе буйынса Германиянан тартып алынған территориялар

үҙгәртергә
Алыусы-дәүләттәр Майҙан, км² Халҡы, мең кеше
Польша 43 600 2950
Франция 14 520 1820
Дания 3900 160
Литва 2400 140
Данциг ирекле ҡалаһы 1966 325
Бельгия 990 65
Чехословакия 320 40
Бөтәһе 67 696 5500

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Treaty of Saint-Germain-en-Laye (1919) with Austria; Treaty of Neuilly-sur-Seine with Bulgaria; Treaty of Trianon with Hungary; Treaty of Sèvres with the Ottoman Empire; U.S. Foreign Policy and National Security: Chronology and Index for the 20th Century. — Santa Barbara, California: Praeger Security International, 2010. — Vol. 1. — P. 49. — ISBN 978-0-313-38385-4.
  2. БСЭ: Версальский мирный договор 1919 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
  3. Lentin Antony. Guilt at Versailles: Lloyd George and the Pre-history of Appeasement. — Routledge, 1985. — P. 84. — ISBN 978-0-416-41130-0.
  4. Alan Sharp, «The Versailles Settlement: Peacemaking in Paris, 1919», 1991.
  5. Harold Nicolson, Diaries and Letters, 1930-39, 250; quoted in Derek Drinkwater: Sir Harold Nicolson and International Relations: The Practitioner as Theorist, p. 139.
  • Версальский мирный договор. пер. с франц., М., 1925.
  • История дипломатии. 2-е изд., т. 3, М., 1965.
  • Роберт Л. Хейлбронер. Философы от мира сего. — М.: КоЛибри, 2008.
  • Pierre Renouvin, Le traité de Versailles, Flammarion (réimpr. 1969)
  • Jacques Bainville, Les Conséquences politiques de la paix, Godefroy de Bouillon (réimpr. 1969) (1re éd. 1920)
  • Pierre Miquel, La Paix de Versailles et l'opinion publique française (Thèse d'État), Flammarion, coll. « Nouvelle Bibliothèque scientifique dirigée par Fernand Braudel » (réimpr. 1992) (1re éd. 1973), 611 p. (ISBN 978-2082101776)
  • Jean-Jacques Becker, Le traité de Versailles, Presses Universitaires de France - PUF, coll. « Que sais-je ? »,‎ 15 août 2002, 127 p. (ISBN 978-2130529668)
  • Margaret McMillan (trad. André Zavriew), Les artisans de la paix : Comment Lloyd George, Clemenceau et Wilson ont redessiné la carte du monde [« Peacemakers, Six months that changed the world. »], JC Lattès,‎ 20 septembre 2006, 660 p. (ISBN 978-2709628112)
  • Bruno Cabanes, « Le vrai échec du traité de Versailles », L’Histoire, no 343,‎ juin 2009, p. 82-87 (ISSN 01822411)
  • Bruce Kent. The Spoils of War. The Politics, Economics and Diplomacy of Reparations 1918–1932. Clarendon, Oxford 1989, ISBN 0-19-822738-8.
  • Eberhard Kolb. Der Frieden von Versailles. Verlag C.H. Beck, München 2005, ISBN 3-406-50875-8
  • Jens Boysen. Die polnischen Optanten. Ein Beispiel für den Zusammenhang von Krieg und völkerrechtlicher Neuordnung. In: Bruno Thoß, Hans-Erich Volkmann (Hrsg.): Erster Weltkrieg – Zweiter Weltkrieg. Ein Vergleich. Krieg, Kriegserlebnis, Kriegserfahrung in Deutschland. Schöningh, Paderborn/ Wien 2002, ISBN 3-506-79161-3.
  • Hans-Christof Kraus. Versailles und die Folgen. Außenpolitik zwischen Revisionismus und Verständigung 1919–1933. be.bra Verlag, Berlin 2013, ISBN 978-3-89809-404-7.
  • Gerd Krumeich (Hrsg.) Versailles 1919. Ziele – Wirkung – Wahrnehmung. Klartext Verlag, Essen 2001, ISBN 3-88474-945-5.
  • Manfred F. Boemeke, Gerald D. Feldman, Elisabeth Glaser (Hrsg.) The Treaty of Versailles. A Reassessment after 75 Years. Cambridge University Press, New York 1998, ISBN 0-521-62132-1.
  • Peter Krüger. Versailles – Deutsche Außenpolitik zwischen Revisionismus und Friedenssicherung. Deutscher Taschenbuch-Verlag, München 1986, ISBN 3-423-04513-2
  • Sophie Cœuré. La Mémoire spoliée — Les archives des Français, butin de guerre nazi, puis soviétique. Payot, Paris, 2007, ISBN 2-228-90148-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә