Башҡортостан сода компанияһы

(«Каустик» берекмәһе битенән йүнәлтелде)

«Башҡортостан сода компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, БСК — кальцийлы, каустик һәм аш содаһы, ПВХ, кабелле пластикат етештереү менән шөғөлләнгән Рәсәй предприятиеһы. Ул трефталоилхлорид, рутений-иридиев менән ҡапланған анод, катион полиэлектролит флокулятын берҙән-бер сығарыусы. Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан, «Сода» һәм «Каустик» производстволарынан тора. Шулай уҡ компания составына Березники ҡалаһындағы «Березники сода заводы» акционер йәмғиәте лә инә.

Башҡортостан сода компанияһы
Нигеҙләү датаһы 1945
Рәсем
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Дөйөм килем 39 817 100 000 ₽ (2017)[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 9148 кеше
Рәсми сайт soda.ru
 Башҡортостан сода компанияһы Викимилектә

Компания юридик нигеҙҙә 2013 йылда «Каустик» һәм «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрен берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[2]. «Башҡортостан химияһы» холдингына инә. 2021 йылдың 12 мартында Рәсәйҙең Генераль Прокуратураһы «Башҡортостан сода компанияһының» акциялары Дәүләт милкәте менән идара итеү Федераль агентлығы (Росимущество) иҫәбенә күсереү тураһында хәбәр итте.[3][4] 2021 йылдың 7 июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты «Башҡортостан Сода компанияһы тураһында» тигән Указға ҡул ҡуйҙы. Уның буйынса «БСК»-ның анкцияларынан 38,3 проценты Башҡортостан Республикаһына, ә 11,7 проценты «Төбәк фонды» йәмғиәтенә ышаныс идаралығы нигеҙендә бирелә[5]


«Сода» етештереү

үҙгәртергә
 
БСК-ның кулинарияла ҡулланылған аш содаһы

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында, илдә ҙур төҙөлөш барған осорҙа, кальцийлы содаға һәм цементҡа ҡытлыҡ тыуа. Завод урынлаштырыу өсөн бер нисә төбәк тикшерелә һәм иң перспективалыһы булараҡ, Башҡортостан һайлап алына. 1936 йылда геолог—эҙләнеүселәр Стәрлетамаҡ янындағы Шихан тауҙарының цемент һәм сода етештереүгә сеймал булған ҙур эзбиз ятҡылығына эйә булыуын асыҡлай. Шул уҡ ваҡытта, Ишембай ҡалаһы янында нефть яҡылығын тикшергән ваҡытта, сода етештереүҙә кәрәк булған мөһим компонент — таш тоҙо ятҡылығы ла табыла. Ағиҙел йылғаһының яҡын булыуы Стәрлетамаҡ ҡалаһында сәнәғәт предприятиеһы төҙөлөшө башлауға уңайлы шарттар тыуҙыра.

Стәрлетамаҡ сода заводына төҙөлөш майҙаны 1939 йылда һайлана һәм 1941 йылда бында эш башлана. Украинаның Славян һәм Донецк сода заводтарынан эвакуацияланған ҡорамалдар килтерелә. Предприятие төҙөлөшө ҡырыҫ һуғыш осоронда алып барыла. 1945 йылдың мартында каустик соданың тәүге партияһын алалар, шулай итеп, предприятиеның хеҙмәт биографияһы башлана. 1945 йылда хөкүмәт тарафынан илдә кальцийлы һәм каустик сода етештереүҙе арттырырға тигән ҡарар ҡабул ителә. Алты йылдан һуң тәүге цехтарҙы төҙөү һәм ҡорамалдарҙы монтажлау тамамлана. 1951 йылдың 10 ноябрендә Стәрлетамаҡ сода заводы даими рәүештә кальцийлы сода етештерә башлай[6]. Бер үк ваҡытта тиерлек, 1946 йылда, цемент заводын төҙөү ҙә башлана. 1952 йылдың апрелендә тәүге цемент етештерелә.

Заводтарҙың өсөһө лә (сода, цемент, шифер) уртаҡ сеймал базаһына эйә, берҙәм электр энергияһы системаһы менән тәьмин итеү, һыу һәм пар менән бәйле. 1957 йылдың 1 июлендә ошо производстволар базаһында сода-цемент комбинаты булдырыла. 50-се йылдар башынан бөгөнгө көнгә тиклем ул Стәрлетамаҡтағы иң эре производство булып һанала.

60-сы йылдарҙа заводта таҙартылған биокарбонат натрийы (аш содаһы), аҡ ҡором етештереү буйынса цехтар төҙөлә. 70-се йылдарҙа кальцийлы сода етештерү буйынса өсөнсө цех асыла. Илдәге тәүге ауыр сода, төҙөлөш гипсы, барий, ауыл хужалығы өсөн эзбиз оно етешетереү цехтары файҙаланыуға тапшырыла.

1975 йылдың апрелендә Стәрлетемаҡ сода-цемент комбинаты «Cода» етештереү берекмәһе тип үҙгәртелә. 80-90-сы йылдарҙа синтетик йыуыу саралары, стена блоктары, углекислоталы аҡ ҡором цехтары төҙөлә. 1994 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы ҡарары менән «Сода» етешетереү берекмәһенең хоҡуҡ вариҫы булған «Сода» асыҡ акцонерҙар йәмғиәте теркәлә. 2008 йылдың 1 июлендә предприятие яңынан үҙгәртеп ҡорола һәм «Төҙөлөш материалдары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Сеймал компанияһы» ябыҡ акционер йәмғиәте тип йөрөтөлә бшлай.

Предприятие тураһында

үҙгәртергә

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • «Эксперт» аналитика үҙәге мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Башҡортостан сода компанияһы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Урал һәм Көнбайыш Себерҙең үҙ продукцияһын сит илгә сығарыусы 100 иң эре экспортёр предприятие исемлегендә 21 урынды биләй. Бынан тыш БСК иң әүҙем үҫешеүсе 20 компания араһында[7].
  • Апрель айында Башҡортостан сода компанияһы «Предприятиеның иң яҡшы имиджы» («Лучший имидж предприятия») конкурсының еңеүсеһе булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 21 апрель[8].
  • Гран-при конкурса «Работница-2017» у Башкирской содовой компании. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 14 март[9].
  • БСК үҙ продукцияһын Мәскәүҙә 20-се тапҡыр ойошторолған һәм 35 илдән 800-ҙән артыҡ компания ҡатнашҡан махсуслаштырылған пластмасса һәм каучук күргәҙмәһе "Интерпластика — 2017"лә күрһәтте[10].
  • 2016 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан сода компанияһы үҙенең төп продукцияларын етештереүҙе арттырыуға өлгәште[11].
  • Башҡортостан сода компанияһының 2016 йылда 36-сы тапҡыр үткәрелгән «Национальная Слава» исемле Халыҡ-ара күргәҙмәлә һәм «Всероссийская Марка (III тысячелетие). Знак качества XXI века» конкурсында ҡатнашты. Һөҙөмтәлә БСК-ның өс төр продукцияһы (урыҫса: «Натр едкий технический марки РД», «Кислота соляная. Реактивы», «Сода кальцинированная техническая марок А и Б») Платина Сифат билдәһенә (Платиновый Знак качества) һәм ике төр продукцияһы (урыҫса: "Поливинилхлорид суспензионный марки ПВХ-С-5868ПЖ и «Пищевая добавка. Гидрокарбонат натрия Е500(ii)») — Алтын Сифат билдәһенә (Золотой Знак качества) лайыҡ булды[12].
  • Башҡортостан сода компанияһы Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең 42 төбәгендә эшләгән 300-гә яҡын компания һәм предприятие араһында «Приоритет-2016» милли премияһының «Приоритет-Химпром» номинацияһы буйынса лауреат тип танылды[13].
  • «Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсында ПВХ — лауреат, ТР маркалы техник әсе натр, А һәм Б маркалы кальцийланған сода, шулай уҡ аш содаһы дипломант булды[14].
 
 
 
Башҡортостан сода компанияһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рейтинг крупнейших компаний России по объему реализации продукцииЭксперт РА.
  2. Компания сегодня. Официальный сайт ОАО «Башкирская содовая компания». Дата обращения: 8 октябрь 2014. 2014 йыл 12 октябрь архивланған.
  3. Рәсәй Федерацияһы Генераль Прокуратураһының Рәсми сайтындағы мәғлүмәт
  4. 2021 йылдың 1 мартында ҡабул ителгән № 18АП-818/2021 һанлы Ун һигеҙенсе апелляциялау арбиртаж судының Ҡарары (Текст)
  5. http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202106070019?index=0&rangeSize=1%7C 2021 йыл 7 июнь архивланған. РФ Президентының Указы № 354 2021 й .7 июне.
  6. Крупнейшему в России производству кальцинированной соды исполняется 65 лет. ИА «Башинформ», 2016, 10 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ноябрь 2016)
  7. Башкирская содовая компания вошла в рейтинг крупнейших экспортеров. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 11 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2017)
  8. Башкирская содовая компания стала победителем конкурса «Лучший имидж предприятия». ИА «Башинформ», 2017, 21 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2017)
  9. Гран-при конкурса «Работница-2017» у Башкирской содовой компании. ИА «Башинформ», 2017, 14 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)
  10. Башкирская содовая компания — участница международной выставки «Интерпластика- 2017» ИА «Башинформ», 2017, 27 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2017)
  11. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 20 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2017)
  12. ИА «Башинформ», 2016, 23 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2016)
  13. Башкирская содовая компания — лауреат национальной премии «Приоритет-2016» ИА «Башинформ», 2016, 11 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2016)
  14. Продукция Башкирской содовой компании в числе лауреатов конкурса «100 лучших товаров России» ИА «Башинформ», 2016, 11 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә