Белорус теле
Белорус теле (бел. беларуская мова, Łacinka яҙыуында biełaruskaja mova) — славян төркөмөнә ҡараған тел, Беларусь Республикаһында урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле. Белорус теле, урыҫ һәм украин телдәре кеүек, славян төркөмөнөң көнсығыш төркөмсәһенә ҡарай.
Белорус теле | |
Илдәр: |
— |
---|---|
Классификация | |
Категория: | |
Имлә: | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97: |
нем 481 |
ISO 639-1: | |
ISO 639-2: | |
ISO 639-3: |
Беларустән тыш, белорус теле Польшала, Литвала, Рәсәйҙә, АҠШ-та һәм башҡа беларус диаспоралы илдәрҙә киң ҡулланыла. Беларус телендә туған теле рәүешендә һөйләшеүселәр һаны (стандарт әҙәби телен, диалекттарҙы, трасянканы ҡулланыусыларын иҫәпкә алғанда) — 8-9 миллион тирәһе кеше.
1999 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, Беларустә йәшәгән 8 159 миллион самаһы беларустан 85,6 % (йәғни 7 миллион самаһы кеше) өсөн белорус теле — туған тел. 41,3 % кеше белорус телен өйҙә ҡуллана, тип күрһәткән. Шул уҡ мәғлүмәттәр буйынса, Беларустә 395,7 мең самаһы поляк йәшәй, уларҙан 67,1 % беларус телен туған теле тип һанай, ә 57,4 % өйҙә белорусса һөйләшә тип яҙған.
![]() |
Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |