Башҡорт әҙәбиәт ғилеме

Викидатала элемент тултырылмаған

Башҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм теорияһы — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.

Шулай уҡ ваҡытта әҙәбиәт ғилемен һәм әҙәби тәнҡитте айырып ҡарарға кәрәк тип иҫәпләнә.

XIX быуаттың 2-се яртыһы — XX быуат башы үҙгәртергә

Башҡорт әҙәбиәт ғилеменә XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалына. Быға тиклем әҙәбиәт буйынса мәҡәләләр Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди, Ғәбдрәхим Усман яҙмала күҙәтеүҙәрендә осрай. Фольклор, тел һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тәүге мәғлүмәттәрҙе Мирсәлих Биксурин, Сәлихйән Күкләшев, Мартемьян Иванов («Татарская грамматика», 1842) бирә.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1897 йылда «Йәдкәр» китабында башҡорт әҙәбиәтенә эҙмә-эҙлекле анализ яһай. «Аҫар» (1900—1904) китабында Ризаитдин Фәхретдинов башҡорт яҙыусыларының тормошо һәм ижады тураһында материалдарҙы туплай. XX быуат башында яҙыусылар Ризаитдин Фәхретдинов, Мәжит Ғафури, Әхмәтзәки Вәлидов башҡорт әҙәбиәте тураһында мәғлүмәт бирә, яҙыусыларҙың әҙәби портреттарын тәҡдим итә, китаптарға рецензиялар яҙа.

Совет осоро үҙгәртергә

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң әҙәбиәт ғилеме менән күбеһенсә яҙыусылар үҙҙәре шөғөлләнә, әҙәби тәнҡиттең төп жанрҙары булып әҙәби күҙәтеүҙәр һәм рецезиялар тора. Әмир Чаныш, Жан Лоҡман, Шәрәф Шәһәр, Ғабдулла Амантай мәҡәләләрендә әҙәбиәт теорияһы, жанрҙар һәм стилдәр мәсьәләләре күтәрелә. Яҙыусылар Мәжит Ғафури, Афзал Таһиров, Булат Ишемғолдоң тормош юлы һәм ижады тураһында тәүге китаптар сыға.

1944 йылда Әхнәф Харисовтың «Әҙәбиәт теорияһы» китабы сыға. 1950-се йылдар башында Әхнәф Харисов, Заһит Шәрҡи, Кирәй Мәргән, Ғилемдар Рамазанов, Хәнифә Зиннәтуллина һәм Афзал Ҡудашевтың һуғыш осоро һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы әҙәбиәт үҫешенә бәйле әҙәбиәт ғилеме буйынса хеҙмәттәре баҫыла. Ғайса Хөсәйеновтың Сәйфи Ҡудаш, Дауыт Юлтый, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим ижады һәм тормошона бағышланған монографиялары, Миҙхәт Ғәйнуллиндың Сәғит Мифтахов драматургияһына, Суфиян Сафуановтың Али Карнай, Нур Зариповтың Имай Насыри һәм башҡаларҙың ижадын байҡаған хеҙмәттәре донъя күрә.

1950 -се йылдарҙа Башҡорт АССР-ында башҡорт халҡының милли әҙәби мираҫы социалистик реализм методы сиктәрендә генә өйрәнелә. 1965 йылда Ғилемдар Рамазановтың «Мәжит Ғафури» исемле китабы сыға. Әхнәф Харисовтың «Литературное наследие башкирского народа: XVIII—XIX вв.» (1965) китабы башҡорт әҙәбиәт ғилемен үҫтерүгә һиҙелерлек йоғонто яһай. Был осорҙа Башҡорт АССР-ында әҙәби тәнҡит йыйынтыҡтары даими сығып тора. Башҡорт ғалимдары әҙәбиәт теорияһы һәм методологияһы менән күберәк шөғөлләнә башлай (Ким Әхмәтйәнов — «Поэтическая образность», Әнүр Вәхитов — «Башкирский советский роман» (1978), Роберт Байымов — «Судьба жанра» (1984)).

Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев башҡорт шиғриәте, драматургияһы, башҡорт әҙәбиәте үҫеү юлдары тураһында хеҙмәттәр яҙа. Рауил Бикбаевтың «Поэтическая летопись времени»[1] хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәте күренештәре анализлана. Роберт Байымов, Тимерғәли Килмөхәмәтов, Әхиәр Хәкимов, Рәшит Шәкүр, Зиннур Нурғәлин, Рәиф Әмиров башҡорт әҙәбиәте жанрҙарын һәм төп мәсьәләләрен тикшереүгә үҙ өлөшөн индерә.

1970-80-се йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгестәре Ғиниәт Ҡунафин, Мираҫ Иҙелбаев, Әхәт Вилданов, Динис Бүләков, Зәйтүнә Шәрипова башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса хеҙмәттәр яҙҙы: «Из истории башкирской литературы», (1975); «Литературное наследие народов Урало-Поволжья и современность» (1980); «Система жанров в башкирской литературе»; «Поэма „Кысса-и Йусуф“ Кул Гали: Поэтика. Проблематика. Язык произведения» (1988). Тикшеренеүҙәрҙең археография һәм текстология йүнәлеше барлыҡҡа килә. 6 томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы „ китабында башҡорт әҙәбиәтенең тыуыуы, нығыныуы һәм үҫеше, төрлө осорҙа уның жанрҙары эволюцияһы, башҡорт яҙыусыларының тормош юлы һәм ижады тикшерелә (коллектив хеҙмәткә Ғайса Хөсәйенов етәкселек итә).

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе Миңлеғәли Нәҙерғолов фекеренсә: “1973 йылдан башлап даими ойошторолған археографик экспедициялар материалдары милли һүҙ сәнғәтенең совет осорона тиклемге тарихын тергеҙеүгә төплө ерлек булды, һәм күп томлыҡтың тәүге ике томы асылда архив сығанаҡтарына нигеҙләнеп яҙылды. Әҙәбиәттең совет осоро тарихын яҡтыртҡанда ла авторҙар быға тиклем йәшәп килгән идеологик ҡыҫаларҙан, сикләүҙәрҙән мөмкин тиклем арынып, дөйөм гуманистик принциптарҙан сығып эш итергә ынтылды»[2].

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәт ғилеме төп өс йүнәлештән тора : әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы, әҙәби тәнҡит. Башҡорт әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә Әхнәф Харисов, Ким Әхмәтйәнов (әҙәбиәт теорияһы)[3], Миҙхәт Ғәйнуллин, Салауат Галин, Нур Зарипов, Хәнифә Зиннәтуллина, Афзал Ҡудашев, Кирәй Мәргән, Суфиян Сафуанов, Әхиәр Хәкимов, Ғайса Хөсәйенов[4], Марат Минһажетдинов һәм башҡалар эшләй.

Башҡорт әҙәбиәт ғилемен үҫтереүгә Тимерғәли Килмөхәмәтов тос өлөш индерә[5] («Мостай Кәрим драматургияһы», «Драматургия һәм драматургтар», «Халыҡсанлыҡ көсө», «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: тормошо һәм ижады», «Башҡорт драматургияһы поэтикаһы» монографиялары. Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады тураһында мәҡәләләре).

XXI быуат башы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт ғилемен өйрәнеүсе ғалимдар Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге тел һәм әҙәбиәт тарихы институтында; Башҡорт дәүләт университетында, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында эшләй. Әҙәбиәт ғилеме буйынса мәҡәләләр «Ағиҙел», «Бельские просторы», «Ватандаш», «Йәдкәр» («Наследие») журналдарында баҫыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә