Вәкилов Марат Ғәлимйән улы
Вәкилов Марат Ғәлимйән улы (9 декабрь 1950 йыл) — хоҡуҡ белгесе, суд органдары ветераны. 1995—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды судьяһы, 1997—1998 йылдарҙа Юғары Суд рәйесенең енәйәт эштәре буйынса урынбаҫары, 1999—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды рәйесе. Юстицияның 3-сө класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Вәкилов Марат Ғәлимйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 декабрь 1950 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Лағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | юрист, судья |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Әүҙемлек урыны | Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды |
Вазифа биләй | рәйес[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМарат Ғәлимйән улы Вәкилов 1950 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында Зәйнәб һәм Ғәлимйән Вәкиловтарҙың күп балалы ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа.
Лағыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Яҙғы Йорт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй (1968). Спорт менән дуҫ егет үҙе лә төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай.
1968—1970 — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1971—1973 — Лағыр урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.
1973—1978 — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында белем ала. Студент йылдарында уҡыу йортоноң сңғысылар клмандаһы ағзаһы була.
1978—1981 — колхоздарға юридик хеҙмәт күрһәтеү буйынса адвокат.
1981—1985 — Мәләүез районы халыҡ суды судьяһы.
1985—1992 — Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының даими сессияһы судьяһы.
1992—1995 — Белорет-15 ҡалаһы ҡала округы судьяһы.
1995−2007 — Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды судьяһы, рәйес урынбаҫары, БР Юғары Суды рәйесе[1].
2008−2011 — Пермь крайы буйынса Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығы идаралығы етәксеһе.
2011—201? — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары[2].
Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй. Хаҡлы ялда.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән. Улы һәм ҡыҙы бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Могильщик суверенитета» Башкирии ушел в отставку. Сайт «revinform» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
- ↑ Кто есть кто в Республике Башкортостан. Вакилов Марат Галимьянович
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Большая биографическая энциклопедия. Вакилов, Марат Галимьянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
- Вакилов Марат Галимьянович – биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)