Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы

авиация генерал-майоры, хәрби хеҙмәт ветераны

Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы (9 декабрь 1955 йыл) — хәрби хеҙмәт ветераны, авиация генерал-майоры (2003). Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә, Тажикстандағы тыныслыҡ миссияһында һәм Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Рәсәй Геройы (2001).

Сәхәбетдинов Риф Рәйес улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 декабрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Хәрби звание генерал-майор авиации[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы заслуженный военный лётчик Российской Федерации

Биографияһы үҙгәртергә

Риф Рәйес улы Сәхәбетдинов[1] 1955 йылдың 9 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1963—1971 йылдарҙа Риф Рәйес улы Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Келәш ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый.

1973 йылда Өфө ҡалаһының 15-се урта мәктәбен тамамлай. 1973 йылдан Ҡораллы Көстәрҙә. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1977)[2], Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын (1988) тамамлай.

Монголияла, Карпат яны хәрби округында, Төркөстан хәрби округында, Төньяҡ ғәскәр төркөмөндә, Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә, Мәскәү хәрби округында, Тажикстанда, Төньяҡ Кавказ хәрби округында, Ленинград хәрби округында хеҙмәт итә. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, Тажикстанда тыныслыҡ миссияһында, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы операцияла ҡатнаша.

Төньяҡ-Кавказ төбәгендә террорға ҡаршы операция барышында законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы юҡ итеүҙә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, һәм 237 уңышлы хәрби осошо өсөн армия авиацияһы берләшмәһе начальнигы полковник Сәхәбетдинов Риф Рәйес улына «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә.

Хәрби һауа көстәрендә авиация начальнигы — 6 А хәрби һауа көстәренең авиация буйынса һәм һауа һөжүменән һаҡланыу командующийы урынбаҫары булып хеҙмәт итә (Санкт-Петербург ҡалаһы).

2007 йылдан запаста. Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербург ҡалаһында Даими Вәкиле булып эшләй.

Афғанстанда хеҙмәт иткән осорҙа, бер хәрби осош ваҡытында, ярҙам тураһында сигнал ҡабул итә. Ергә ултырғандан һуң, уның вертолет бортына (МИ-24) яраланған 12 хәрби хеҙмәткәрҙе тейәйҙәр. «Артыҡ йөк» булыуға ҡарамаҫтан, «самолет һымаҡ» тиҙлек арттырып һәм тарлауыҡҡа «сумып» осоп китергә ҡарар ҡабул итә. Хәүеф ҙур булыуына ҡарамаҫтан, машинаны һауаға күтәрә һәм яралыларҙы дислокация урынына күсерә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы
  • «Алтын йондоҙ» миҙалы.
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Өсөнсө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • Батырлыҡ ордены
  • 25 миҙал
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы
  • Хәрби лётчик-снайпер

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Герой России Сахабутдинов Риф Раисович :: Герои страны. Дата обращения: 19 март 2013.
  2. В. П. Куницын, В. М. Толкачев. Военный городок: от Усть-Двинского пехотного полка до вертолетного училища. — Сызрань: Ваш Взгляд, 2013. — 256 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-904048-35-8.
  3. Телекомпания "Контраст". "Первым делом - вертолеты!". Документальный фильм "Первым делом - вертолеты!". Телекомпания "Контраст", Россия, 2015 (24 август 2015).

Һылтанмалар үҙгәртергә