Джон Мильтон (ингл. John Milton; 9 декабрь 1608 йыл, Лондон8 ноябрь 1674 йыл, шунда уҡ) — инглиз шағиры, аҡыл эйәһе һәм сәйәси эшмәкәр; сәйәси памфлеттар һәм дини трактаттар авторы.

Джон Мильтон
ингл. John Milton
Тыуған көнө

9 декабрь 1608({{padleft:1608|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][2][3]

Вафат булған көнө

8 ноябрь 1674({{padleft:1674|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][3] (65 йәш)

Ил

 Королевство Англия[d]

Тормош иптәше

Mary Powell[d][4], Elizabeth Minshull[d][4] һәм Katherine Woodcock[d][4]

Автограф

 Джон Мильтон Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Йәш сағы. Беренсе әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Шағирҙың атаһы яғынан олатаһы Ричард Мильтон тураһында билдәле булыуынса, ул Оксфорд янындағы Стэнтон ауылы йомендарынан килеп сыҡҡан, католик булған һәм рекузанттарға һалым түләгән. Уның улы, өлкән Мильтон Джон (1562?—1647), шағирҙың биографы Джон Обри мәғлүмәттәре буйынса Оксфорд университетында уҡыған һәи музыка менән ҡыҙыҡһынған. Атаһынан айырмалы рәүештә ул протестантизмға күсә. 1583 йылда өлкән Мильтон Лондонға күсә, бында нотариусҡа уҡырға инә. 1600 йылда Company of Scriveners[en] ҡабул ителә һәм артабанғы йылдарҙа компанияла ҙур булмаған вазифалар биләй. Шағирҙың әсәһе, Сара Джеффри, иренән яҡынса 10 йылға йәш була. Кесе Джон Мильтон ғаилә Библияһында яҙылғанса, 1608 йылдың 9 декабрендә тыуа. Шулай уҡ улар менән бергә ҙур Лондон йортонда Сараның атаһы, тол ир Эллен Джеффри (Jeffrey Ellen, 1611 йылда вафат була) йәшәй. Өлкән апаһы Анна Мильтондың тыуыу датаһы билдәле түгел. Һуңыраҡ башҡа балалары барлыҡҡа килә: Кристофер (1615 йылдың 3 декабрендә суҡындырыла) һәм тағы ике ҡыҙҙары тыуа, улар сабый саҡта мәрхүмә була[5].

Мильтон бала сағының байтаҡ өлөшөн белем биреүгә бағышлай, сөнки атаһы уны яҡшы итеп уҡытырға теләй. Биш йәштән ете йәшенә тиклем, шәхси уҡытыусы ярҙамы менән, ул инглизсә уҡырға өйрәнә һәм арифметика менән таныша. Уҡытыусыларҙан Томас Янг[en] исемлеһе, Шотландия пресвитерианы ғына билдәле. Янг Мильтонды грек һәм латин классик әҙәбиәтенә өйрәтә. 1615 йылда (йәки 1620 йылда) Мильтон илдең иң яҡшы грамматик мәктәптәренең береһе һаналған Изге Павел мәктәбенә уҡырға инә. Һуңынан Мильтон мәктәпте, уның талантын үҫтергән һәм баһалаған уҡытыусыларын һәм дуҫтарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала[6]. 1623 йылдың ноябрь айында Анна кейәүгә сыға, 1625 йылдың ғинуарында уның беренсе балаһы Джон Филлипс тыуа. Шул уҡ йылда, 16 йәшендә, Мильтон Кембридж университетына уҡырға инә — ҡайһы бер синыфташтарына ҡарағанда һуңыраҡ, әммә яҡшы әҙерлек менән[5]. Курс тамамланғандан һуң ул алты йыл Хортонда (лондон янында) атаһының имениеһында үткәрә, үҙ аллы белем ала һәм белемен камиллаштыра. Бында ул кәмендә дүрт шиғри әҫәр яҙа[7]. Мильтондың был ғүмер осоро 1637—1638 йылдарҙа Италия һәм Франция буйлап сәйәхәт менән тамамлана, унда ул Галилей, Гуго Гроций һәм ул ваҡыттағы башҡа билдәле кешеләр менән таныша. Бөйөк кешеләрҙең күбеһенә ҡапма-ҡаршылыҡта, Мильтон ғүмеренең тәүге яртыһын күңел гармонияһында үткәрә; ғазаптар һәм күңел дауылдары уның өлкән йәшен һәм ҡартлығын һөрөмләй.

Йәш Мильтондың яҡты кәйефенә уның тәүге поэмаларының характеры тап килә:

  • «L’Allegro» («Весёлый») и «Il Penseroso» («Задумчивый»), был әҫәрҙәрендә Мильтон кешене ике ҡапма-ҡаршы кәйефтә һүрәтләй: Унда Мильтон ике ҡапма-ҡаршы кәйефтә кеше һүрәтен төшөрә: шатлыҡлы һәм моңһоу - һәм был кәйефтәр алмашыныу менән, күҙәтеүсе өсөн тәбиғәт буяуҙарын күрһәтә. Ике ҡыҫҡа поэма ла Елизавета осоро лирикаһын характерлаусы һәм Мильтондың үҙендә башҡа осрамаған хис-тойғолар һәм айырым нәзәкәтлелек менән һуғарылған.
  • «Люсидас» («Lycidas»). Поэма идеалләштерелгән ауыл тормошон нескә һүрәтләй, әммә кәйефтәр тәрәнерәк һәм шағирҙың күңелендә йәшеренгән илһөйәрлек тойғоларын таба; революционер-пуритандың фанатизмы бында Петрарка рухындағы меланхолологик шиғриәт менән сәйер үрелеп бара.
  • «Комос» («Comus»). Был ул ваҡытта моданан үтмәгән сағыу драматик пасталдарҙың береһе.

Өлгөргәнлек

үҙгәртергә

1639 йылдан 1660 йылға тиклем Мильтондың тормошонда һәм эшмәкәрлегендә икенсе осор башлана. Италиянан ҡайтып, Лондонда төпләнә, үҙенең энеләрен тәрбиәләй һәм «О воспитании» («Tractate of Education, to Master Samuel Hartlib») трактатын яҙа, ул башлыса биографик ҡыҙыҡһыныу менән һуғарылған һәм Мильтондың иҫкелеккә сирҡаныуын күрһәтә.

1642 йылда ул Мэри Поуэлға өйләнә — был никах быға тиклем булған тыныс йәшәүҙе йорт ғазаптарына һәм матди ауырлыҡтарға әйләндерә. Беренсе йылда уҡ ҡатыны унан китә һәм, кире ҡайтыуҙан баш тартып, уны өмөтһөҙлөккә төшөрә. Ғаилә тормошоноң уңышһыҙ тәжрибәһен бөтөнләй никахҡа йәйелдерә һәм «The Doctrine and Discipline of Divorce» («О разводе») полемик трактатын яҙа.

1652 йылдың башында Мильтон тулыһынса һуҡырая[8]. Джон Обриҙың яҡынса 1681 йылда яҙылған «Minutes of the Life of Mr John Milton» яҙмаларына ярашлы, Мильтон бик яҡшы хәтергә һәм материалды тәртипкә килтереү һәләтенә эйә була, был уға һуҡырлығынан уңайһыҙлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкинлек бирә. Обри яҙмалары шағирҙың көн тәртибен түбәндәгесә һүрәтләй: иртәнге 4:30 сәғәттә уяна, унан һуң секретарь уға килә һәм Йәһүд Библияһын уҡый, Мильтон күпмелер ваҡыт уйланыуҙарға бирелә. Ул иртәнге сәғәт 7-лә эш башлай һәм төшкө ашҡа тиклем әйтеп яҙҙыра, төшкө аштан һуң бөйөк кеше мөхитен эҙләгән төрлө белемле кешеләр ҡушыла[9].

Ҡартайғас, Мильтон ғаиләнең тығыҙ даирәһендә бер үҙе — өсөнсө ҡатыны (беренсеһе һәм икенсеһе үлә) һәм беренсе никахтан өс ҡыҙы араһында ҡала; һуңғыларын ул аңлайышһыҙ телдәрҙә ҡысҡырып уҡырға мәжбүр итә, бының менән уларҙа уға ҡарата тәрән ихтирамһыҙ мөнәсәбәт тыуҙыра. Мильтон өсөн тулыһынса яңғыҙлыҡ — шул уҡ ваҡытта бөйөк ижад осоро ла башлана. Ғүмеренең һуңғы осоро, 1660 йылдан 1674 йылға тиклем, өс бөйөк әҫәр менән билдәләнә: «Юғалған йәннәт» («Paradise Lost»), «Ҡайтарылған ожмах» ("Paradise Regained") һәм «Самсон-көрәшсе» («Samson Agonistes»).

Ҡараштары

үҙгәртергә

Мильтон һәм сәйәсәт

үҙгәртергә

«Индепенденттар» партияһы сафына күсеп, Мильтон сәйәси памфлеттар серияһын көндөң төрлө мәсьәләләренә арнай. Был памфлеттар шағирҙың фетнәсел рухи көсө, уның хыял һәм телмәренең сағыулығы тураһында һөйләй. Уның халыҡ хоҡуҡтарын яҡлауы иң һоҡланғысы баҫма һүҙ өсөн азатлыҡ талабына арналған («Ареопагитика» — «Areopagitica: A Speech for the Liberty of unlicensed Printing to the Parliament of England»).

Ҡалған 24 памфлеттан беренсеһе («О реформации» — «Of Reformation touching Church Discipline in England and the Causes that hitherto have hindered it») 1641 йылда барлыҡҡа килә, ә һуңғыһы — («Скорый и легкий путь к установлению свободной республики» — «A ready and easy way to establish a free Commonwealth») 1660 йылда; шулай итеп, улар инглиз революцияһының бөтә ағымын солғап ала.

Парламент идараһы башланғас, Мильтон латин корреспонденцияһы өсөн хөкүмәт секретары урынын биләй. Мильтондың уның секретарлығы ваҡытында башҡарған башҡа йөкләмәләр иҫәбендә Карл I язалап үлтерелгәндән һуң барлыҡҡа килгән «Образ короля, портрет его священного величества в одиночестве и страданиях» («Eikon Basilike») аноним роялистик памфлетҡа яуап була. Мильтон «Иконоборец» («Eikonoklastes») памфлетын яҙа, унда анонимдың дәлилдәрен бик үткер итеп юҡҡа сығара. Мильтондың башҡа сәйәси һәм дини дошмандары, Салмазий һәм Мор менән бәхәсе әллә ней уңышлы булмай.

1650—1660 йылдарҙа «Mercurius Politicus» журналын сығарған Марчмонт Нэдхэм[10] үҙ быуынының күп абруйлы республика яҙыусылары менән бәйле була, улар иҫәбенә Алгернон Сидни (ингл. Algernon Sidney), Генри Невил (ингл. Henry Nevile), Томас Челонэр, Генри Мартин (ингл. Henry Marten)[11] Һәм Джон Мильтон инә. Мильтон, 1650-се йылдар башында Дәүләт советы секретары булараҡ, Нэдхэмдың нәшриәт эшмәкәрлеген күҙәтә һәм ике ир-егет дуҫтар булып китә[12]

Әгәр Мильтондың һуҡырайыуы уның матди хәленә ауыр йоғонто яһаһаһа, Стюарттарҙы реставрациялау уны бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрә; Мильтон өсөн уның партияһын тар-мар итеү тағы ла ауырыраҡ була.

Фәлсәфәүи һәм дини ҡараштары

үҙгәртергә

1825 йылда De Doctrina Christiana трактатының баҫмаһы Джон Мильтондың дини ҡараштарының үҙ заманының дини нормаларына ни тиклем тап килеүе тураһында һорау ҡуя. Атап әйткәндә, Мильтон антитринитарий йәки ариан булғанмы, юҡмы икәнлеге тикшерелә[13].

«Ареопагитика: Матбуғаттың цензуранан азат булыуы тураһында Англия парламентына һүҙ»

Был Джон Мильтондың цензураға ҡаршы йүнәлтелгән полемик трактаты. «Ареопагитика» һүҙ һәм матбуғат азатлығын яҡлаусы иң йоғонтоло һәм тәьҫирле философик телмәрҙәрҙең береһе һанала.

1644 йылдың 23 ноябрендә Англияла граждандар һуғышының ҡыҙыу мәлендә донъя күргән Ареопагитика атаманы б.э. тиклем V быуатта яҙылған Афина ораторы Исократтың телмәренән үҙләштерә. Исократ кеүек, Мильтон да, памфлет рәүешендә текст яҙып, ултырышта ҡатнашыусыларға шәхсән үҙе мөрәжәғәт итергә йыйынмай, уның сығыуы шағир тарафынан кире ҡағылған баҫтырыуға тыйыуҙы боҙа.

Парламент яҡлы булараҡ, Мильтон, депутаттар тарафынан ҡабул ителгән мәҡәләләрҙең алдан цензураһы тураһындағы 1643 йылғы ҡарарҙы ҡаты тәнҡитләп, классик Грецияла ла, Боронғо Римда ла бындай тәртиптәрҙең булмауын билдәләй.

"Юғалған йәннәт»

үҙгәртергә

«Юғалған йәннәт» матбуғатта 1667 йылда баҫылып сыға.

«Paradise Lost» — кешеләрҙең түбәнселеккә төшөүе тураһында христиандар эпопеяһы. Күк менән тамуҡ көрәшенең психологик картинаһында — «Юғалған йәннәт»тең ҙур әһәмиәте. «Юғалған Йәннәт»тең беренсе йырында Тәңренең еңелгән дошманы үҙенең ҡолауы менән ғорурлана һәм, күккә янауҙар ебәреп, пандемониум төҙөй — бөтә поэмала иң илһамлыһы һәм Байрондың, ғөмүмән, бөтә романтиктар демонизмының тәүге сығанағы була. Был «Юғалған Йәннәт»тең демоник яғының пафосына (һүҙмә-һүҙ мәғәнәһендә) идиллик өлөшө —йәннәттең тәүге кешеләрҙең мөхәббәтен һәм ҡыуылыуҙы шиғри һүрәтләү тап килә. Хис-тойғолар тапшырыуында иҫәпһеҙ-һанһыҙ шиғри матурлыҡтар, шиғыр музыкаллеге, дин эшендә килешмәүсәнлек тураһында һөйләүсе көслө аккордтар XVII быуат эпопеяһына мәңгелек тормош бирә.

"Ҡайтарылған ожмах»

үҙгәртергә

«Ҡайтарылған ожмах» (1671) поэмаһында Ғайса Мәсихтең яуызлыҡ рухы тәьҫирендә ҡотҡоһо тарихын һүрәтләй.

  • Мильтон хөрмәтенә Меркурийҙа кратер аталған
  • «Адвокат дьявола» фильмында Джон Мильтон исеме иблескә ҡарай.
  • Blind Guardian - инглиз шағиры Джон Мильтодың памфлеты, ул унда Карл I язаланыуын аҡлай

Тәржемәләре

үҙгәртергә
 
СССР почта маркаһы, 1958 йыл

Мильтон әҫәрҙәренең рус тәржемәләре:

  • М. А. П. А. (то есть Московской Академии префект Амвросий (Серебренников)), «Потерянный рай» поэма героическая (Москва, 1780; 3-е изд. с приобщением «Возвращенного рая», М., 1803; 6-е изд., М., 1827, с биографией Мильтона, 1828; 7-е изд., М., 1860; перевод с французского);
  • E. П. Люценко, «Потерянный рай» (СПб., 1824); Ф. Загорский, «Потерянный рай» и «Возвращенный рай» (М., 1827; 4-е изд., 1842—1843);
  • E. Жадовская, «Потерянный рай», с приобщением поэмы «Возвращенный рай» (М., 1859; очень неудачный перевод в стихах);
  • А. Зиновьев, «Потерянный рай» (М., 1861);
  • С. Писарев, «Потерянный рай» (СПб., 1871; стихами); «Потерянный рай», с присовокуплением «Возвращенного рая» (М., 1871);
  • А. Шульговская, «Потерянный и возвращенный рай» (СПб., 1878);
  • H. М. Бородин, «Потерянный и Возвращенный рай» (М., 1882; 2-е изд., 1884, перевод с французского);
  • В. Б—ъ, «Потерянный и Возвращенный рай» (М., 1884, перевод с французского); «Потерянный рай», изд. А. Ф. Маркса, с рис. (СПб., 1895); Андреев, «Рождение Христа», гимн (СПб., 1881); «Ареопагитика», речь Мильтона, обращённая к английскому парламенту, 1644 г. («Современное Обозрение», 1868, № 5).
  • О. Н. Чюмина. Потерянный и Возвращенный Рай. Поэмы Д. Мильтона. / В новом стихотворном переводе О. Н. Чюминой (с 50-ю большими рисунками художника Г. Доре). — Санкт-Петербург: Издание А. А. Каспари, 1899 г. (в 1901 году удостоена половинной Пушкинской премии).
  • Арк. Штейнберг, «Потерянный Рай» / Мильтон Дж. Потерянный рай. Стихотворения. Самсон-борец. — М.: Худ. лит., 1976. (Библиотека всемирной литературы. Т. 45.)
  • Арк. Штейнберг, «Потерянный Рай» / Джон Милтон. «Потерянный рай. Возвращённый рай. Другие поэтические произведения». Илл. Г. Доре. — М.: «Наука», «Литературные памятники», 2006.
  • Сергей Александровский, «Возвращённый Рай» / Джон Мильтон. Возвращённый Рай. Перевод с английского. — М.: Время, 2001. — 191 с.: с илл. — (Серия «Триумфы»). ISBN 5-94117-015-7
  • Сергей Александровский, «Возвращённый Рай» / Джон Милтон. «Потерянный рай. Возвращённый рай. Другие поэтические произведения». Илл. Г. Доре. — М.: «Наука», «Литературные памятники», 2006.

1682 йылда «Brief History of Moscovia» баҫылып сыға, был һис шикһеҙ Мильтон компиляцияһы. Ул урыҫ телендә, Ю. В. Толстойҙың мәҡәләһе һәм иҫкәрмәләре менән «Московия Джона Мильтона» (М., 1875) нәшер ителә. Шулай уҡ ҡара: 1874 йылда Рәсәй тарихы һәм боронғолоҡ йәмғиәтендә Толстой доклады[14]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118582607 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. 4,0 4,1 4,2 Kindred Britain
  5. 5,0 5,1 Lewalski, 2000
  6. Lewalski, 2000, pp. 5—8
  7. Джон Мильтон — Кругосвет энциклопедияһынан
  8. Lewalski, 2000, p. 278
  9. Campbell et al., 2007, p. 60
  10. Marchamont Nedham (инг.) // Wikipedia. — 2021-07-21.
  11. Susan Wiseman, Drama and Politics in the English Civil War, Cambridge, Cambridge University Press, 1998; p. 71.
  12. H. Sylvia Anthony: «Mercurius Politicus under Milton» — Journal of the History of Ideas. Том 27 (выпуск 4). Октябрь-Декабрь 1966. Страницы 593—594. doi=10.2307/2708343
  13. Kelley M. Milton and the Trinity // Huntington Library Quarterly. — 1970. — Vol. 33, № 4. — P. 315—320.
  14. Толстой Ю. В. Заметка по поводу статьи господина Полуденского: «Русская история Мильтона» // Чтения в Императорском Обществе истории и древностей Российских, 1874. — Кн. 3. — Отд. 4. — С. 1-24. Дата обращения: 13 апрель 2011. Архивировано 3 ноябрь 2013 года.
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә
  • Beer, Anna. Milton: Poet, Pamphleteer, and Patriot. New York: Bloomsbury Press, 2008.
  • Campbell G., Corns T. N., Hale J.K., Tweedie F. J. Milton and the Manuscript of De Doctrina Christiana. — 2007. — 180 p.
  • Campbell, Gordon and Corns, Thomas. John Milton: Life, Work, and Thought. Oxford: Oxford University Press, 2008.
  • Johnson, «Lives of poets».
  • Lewalski B. K. The Life of John Milton: A Critical Biography Revised Edition. — 2000. — 777 p.
  • Wilson, A. N. The Life of John Milton. Oxford: Oxford University Press, 1983.

Һылтанмалар

үҙгәртергә