Теләш (Мәсетле районы)
Теләш (рус. Теляшево), икенсе исеме Өпәй — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ростов ауыл советына ҡарай, ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 479 кеше [1]. Почта индексы — 452561, ОКАТО коды — 80242845001.
Ауыл | |
Теләш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға нигеҙ һалыусылар өпәй ырыуы башҡорттары. Ниндәй йылда нигеҙ һалыныуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ауыл кешеләре 1700 йыл тип иҫәпләй[2]. Башҡорт энциклопедияһында 18 быуаттың 2‑се яртыһында нигеҙләнгән тип яҙылған[3]. Хөкүмәт тарафынан беренсе тапҡыр 1795 йылда иҫәпкә алыныуы билдәле.
Ауыл исеме
үҙгәртергәТәүге төпләнеүсе Теләкбирҙенең исеме менән аталған, уның улдары Ғәҙелша, Ғәли һәм Зәйнәш Теләшевтәр булып иҫәпкә алынған. Икенсе исеме Өпәй этнонимына бәйле.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 24 км
- Ростов ауыл советы үҙәге.
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 132 км
- Һоя йылғаһы буйында урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны [4],[1] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 581 | 538 | 479 | -59 | -10.97 | ||
Ир-егеттәр | 282 | 260 | 228 | -32 | -12.31 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 299 | 278 | 251 | -27 | -9.71 |
Урамдар
үҙгәртергәУрам исеме [5]:
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәИсемлек Мәсетле районы энциклопедияһына нигеҙләнеп төҙөлдө[6].
- Закиров Сабир Закир улы (12.03.1906 — ??) — хәрби хеҙмәткәр, полк командиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Александр Невский (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
- Закирйәнова Люция Ғәни ҡыҙы (25.02.1948, Ҡорғат) — педагог. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Теләш урта мәктәбе директоры (1978—1990).
- Йоносов Илгиз Тәҡей улы (28.06.1950) — рәссәм, Башҡортостан Республикаһы рәссәдәр союзы ағзаһы (2000).
- Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (06.08.1962), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афғанстанда һәм Абхазияла хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1988), Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1988), миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Мөжипов Рафадик Миҙхәт улы (06.06.1960) — спортсмен. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1982).
- Мөхәмәтйәрова Тәнзилә Сәми ҡыҙы (16.02.1947) — малсы, хеҙмәт алдынғыһы, Мәсетле районының почётлы гражданы. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары менән бүләкләнгән.
- Мөхөтдинов Ринат Сабир улы (28.04.1955) — музыкант, педагог. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ниғмәтәйнов Әнис Хажи улы (13.11.1940) — совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Ростов ауыл советы рәйесе (1975—1984).
- Ризова Рәйлә Әхтәмйән ҡыҙы (09.12.1957—21.06.2005) — китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Сафин Әхкәм Сафый улы (15.05.1924—12.06.1996) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы. Ростов ауыл советы рәйесе (1959—1962, 1964—1972).
- Төхфәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (07.07.1930) — уҡытыусы, ғалим-математик. Техник фәндәре доктры (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР‑ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981).
- Хафизова Ситдиха Ғәзиз ҡыҙы (20.08.1933), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1979), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 8-се съезы (1978), Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының 3-сө съезы (1978) делегаты.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
үҙгәртергә- Ҡыҫыртуй исемле күңел асыу сараһы Теләш ауылында әле лә үткәрелә. Был сара башлыса көҙгө эштәр бөткәс уҙғарыла. Унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, йырҙар йырлап, хәтирәләр һөйләп, буҙа һәм сәй эсеп күңел асалар. Бер-береһенә бүләктәр бирешәләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ YouTube сайтында Видео БЮТ. 2013-08-20 10:32:44. Башҡорттарҙың ҡунаҡсылығы. Мәсетле районы. Теләш ауылы.
- ↑ Теләш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Теләш ауылы
- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000. — 166 c.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Һылтанмалар
үҙгәртергә- YouTube сайтында Видео БЮТ. 2013-08-20 10:32:44. Башҡорттарҙың ҡунаҡсылығы. Мәсетле районы. Теләш ауылы.
- Генеалогия һәм архивтар сайтында мәҡәлә (урыҫса)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |