Хәсән Туфан (27 ноябрь (9 декабрь) 1900 йыл — 10 июнь 1981 йыл) — шағир. 1914—1918 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерте. Айырым әҫәрҙәрендә Башҡортостандың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә дан йырлана. РСФСР Яҙыусылар союзының 1958 йылда Өфөлә үткән Ойоштороу комитеты пленумында, Башҡортостан яҙыусыларының 4—6-сы съездарында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.

Хәсән Туфан
татар. Хәсән Туфан
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Хисбулла Фахриевич Гульзизин-Хазратов-Кусинов
Тыуған көнө 27 ноябрь (10 декабрь) 1900
Тыуған урыны Старая Киреметь[d], Аксубаевская волость[d], Чистопольский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 июнь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Уҡыу йорто Ғәлиә мәҙрәсәһе
Әүҙемлек урыны Өфө, Ахманай[d], Петропавловск[d], Омск, Екатеринбург, Чита, Улан-Удэ, Лысьва[d] һәм Покровка[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Хәсән Туфан Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Хәсән Туфан 1900 йылдың 27 ноябрендә (яңы стиль менән 9 декабрҙә) Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Аҡсубай улусы Иҫке Кәрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә унынсы бала булып тыуа. 1905 йылғы революциянан һуң Иҫке Кәрмәттә мәктәп асыла. Хәсән, был мәктәпкә йөрөү менән бергә, күрше сыуаш ауылындағы мәктәптә бер йыл русса ла уҡый.

1914 йылдың яҙында Хәсән Тобол губернаһының Ахман ауылында яңы ер участкаһы алған ағалары янына китә һәм улар менән бергә ер аҫтында баҡыр колчеданы сығарыу эшенә тотона. Шул уҡ йылды ағалары уны Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрә.

Унда ике йыл уҡығандан һуң, буласаҡ шағир, уҡыуын дауам итеү өсөн аҡса табырға тип, Уралдағы Лысьва заводына эшкә инә.

1918-1923 йылдарҙа Урал һәм Себер мәктәптәрендә уҡыта, үҙаллы рәүештә белемен тәрәнәйтә.

1924 йылда Хәсән Туфан Ҡазанға килә һәм шунда төпләнеп ҡала. Башта Бишбалта биҫтәһендә балалар уҡыта, һуңынан «Совет әҙәбиәте» журналы редакцияһында, радиокомитетта эшләй.

Шағир бында Һаҙый Таҡташ, Ғәҙел Ҡотой, Муса Йәлил, Ғәлимйән Ниғмәти кеүек яҡын дуҫтар таба, үҙенең оло мәхәббәте — актриса Луиза (Ғәйникамал) Сәлиғәскәрованы осрата һәм уның менән тормош ҡора.

Ил күләмендә барған репрессия афаты Х. Туфанды ла ситләп үтмәй: 1940 йылда уны ғәйепһеҙгә ҡулға алалар һәм Ҡазан төрмәһенә ябалар. Уны, «халыҡ дошманы» тип ғәйепләп, атырға хөкөм итәләр, ләкин бер аҙҙан был ҡарарҙы ун йыл төрмә менән алыштыралар. Һуңыраҡ уны Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Ҡазанға ҡайтырға 1956 йылда СССР-ҙың Генераль прокуратураһы тарафынан тулыһынса аҡланғандан һуң ғына рөхсәт итәләр.

1981 йылдың 10 июнендә шағир вафат була.

Ижади эше үҙгәртергә

1924 йылда «Кызыл Татарстан» гәзитендә X. Туфандың беренсе шиғыры баҫыла. Шунан һуң ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул татар поэзияһына рухи байлыҡ яғынан да, форма өлкәһендә лә яңылыҡ алып килгән үҙенсәлекле шағир булып таныла.

Артабанғы осорҙа уның поэзияһы яңы юғарылыҡҡа күтәрелә. Был йылдарҙа яҙған шиғырҙарында («Алға барышлай», «Иртәләр етһә», «Гөлдәр инде япраҡ яралар», «Үҙеңә бүләк итәһе ине», «Сәскә һибелә елдә», «Ағыла ла болот ағыла», «Һиңә», «Ромашкалар», «Тамсылар нимә ти», «Турғай нишләп өндәшмәй», «Әйткән инең», «Ҡайҙа шулай ашығаһың, йөрәк», «Һүҙ ҡушаһы килә талдарға» һ. б.) уның ижады тәрән лирик моңға һәм фәлсәфәүи көйгә байый.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 1966 йылда Хәсән Туфанға «Һайланма әҫәрҙәр»е өсөн Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә