Рәхимов Әхмәт Зәки улы

психолог, педагог

Рәхимов Әхмәт Зәки улы (6 август 1934 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-психологы, педагог. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001).

Рәхимов Әхмәт Зәки улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 август 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө психолог, уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәхимов Әхмәт Зәки улы 1934 йылдың 6 авгусында Башҡортостан АССР-ының Бүздәк районы Киәҙетау ауылында тыуған.

1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[1].

1965 — 1968 йылдарҙа Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау урта мәктәбе директоры вазифаһын үтәй[2].

1968 йылдан Өфөлә Башҡортостан һөнәри техник белем биреү идаралығы методисы булып эшләй.

1969—2015 йылдарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының психодидактика һәм нравология лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан университеттың психодидактика һәм инноватика кафедраһы мөдире, ә 1998—2003 йылдарҙа психология кафедраһы мөдире вазифаларын үтәй[1].

2003—2005 йылдарҙа Баш ҡала гуманитар институтының Өфө филиалында уҡыта.

Бер үк ваҡытта 1987—2006 йылдарҙа «Ижади үҫеш» Башҡортостан республика ассоциацияһы рәйесе, 1992 йылдан «Урҙай» Республика экология‑һауыҡтырыу үҙәге рәйесе булып тора.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

230‑ҙан ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, шул иҫәптән урта мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әхлаҡи тәрбиә буйынса дәреслектәр, авторы[1].

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Формирование творческого мышления школьников : автореф. дис. … канд. психол. наук : 19.00.07. — М., 1993. — 43 с.
  • Психодидактика : пед. акмеология. Пед. технология твор. развития. Учеб. пособие. — 1996. — 207 c. — ISBN 5-88064-022-1
  • Психология семьи: учеб. пособие. — 2-е изд., доп. — Уфа : БашГПУ, 1999. — 132 с. — ISBN 5-88064-031-0
  • Педагогическая акмеология: наука о закономерностях достижения проф. вершины. — Уфа : Башк. гос. пед. ин-т, 1999. — 245 с. — ISBN 5-87978-104-6
  • Концепция подготовки кадров с высшим образованием по специальности — 020400 «Психология». — Уфа : Творчество, 2000. — 39 c. — ISBN 5-88064-047-7
  • Психодидактика творчества: учеб. пособие. — 2-е изд., доп. — Уфа : Б.и., 2002. — 281 с. — ISBN 5-86477-169-4
  • Педагогическая технология творческого развития : метод. пособие по развивающему обучению. — Уфа : Творчество, 2003. — 142 с. — ISBN 5-88064-076-0
  • Психодидактика : теория и практика психол.-пед. инноватики, технологизации и акмеологизации образования. — М. ; Уфа : Творчество, 2003. — 377 с. — ISBN 5-88064-077-9
  • Творческое мышление : психол. теория и технология творч. развития. — Уфа : Творчество, 2005. — 224 с. — ISBN 5-88064-005-1
  • Качество образования : технология творч. развития и качество образования в отзывах учащихся, родителей и учителей. — Уфа : Башгоспедуниверситет, 2006. — 165 с. — ISBN 5-88064-093-0
  • Нравология : учеб.- метод. пособие по нравственному воспитанию. — Казань : Творчество, 2006. — 596 с. — ISBN 5-88064-086-8
  • Психодиагностика нравственных качеств личности : метод. пособие для изучения нравственных качеств детей, учащихся и взрослых. — Уфа : [б. и.], 2007. — 158 с.- ISBN 5-88064-001-9
  • Философия психодидактики. — Уфа, 2008.
  • Психолого-педагогическая энциклопедия: деятельностный подход: посвящ. 80-летию со дня рождения В. В. Давыдова. — Уфа : Башк. гос. пед. ун-т, 2010. — 314 с. — ISBN 978-5-86477-112-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә