Паширов Валентин Дмитриевич

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры

Паширов Валентин Дмитриевич (21 август 1924 йыл — 6 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң)[1].

Паширов Валентин Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Кушнаренко, Кушнаренко районы
Вафат булған көнө 6 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (19 йәш)
Вафат булған урыны Хотов[d], Киево-Святошинский район[d], Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Уҡыу йорто Ҡазан юғары хәрби команда училищеһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Валентин Дмитриевич Паширов 1924 йылдың 21 авгусында Башҡорт АССР‑ының Өфө кантоны Топорнин[2] ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Милләте урыҫ. Мәктәптә 9-сы класты тамамлаған.

1941 йылда Башҡорт АССР-ының Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ҡазан танк училищеһын тамамлай. 1943 йылдан хәрәкәт итеүсе армияла.

Лейтенант В. Д. Паширов 1943 йылдың 6 ноябрендә Киев өлкәһенең Киев-Святошино районы Хотов ауылы өсөн барған алышта батырлыҡ күрһәтә. Ошо алышта батырҙарса һәләк була[3][4]. Хотов ауылында ерләнгән.

Батырлығы

үҙгәртергә

«74-се танк полкының (1-се Украина фронты 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 71-се механизацияланған бригадаһы) „МК-9“ танк взводы командиры комсомолец лейтенант В. Д. Паширов 1943 йылдың 6 ноябрендә Киев өлкәһенең Киев-Святошино районы Хотов ауылы өсөн барған алышта сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, взводтан артыҡ гитлерсыны, ун автомашинаны, ун ут нөктәһен, ике танкты юҡ итә. Уның танкы сафтан сыҡҡан була, әммә ҡыйыу офицер, уны яҡын барғыһыҙ ут нөктәһенә әйләндерә, тағы ла биш сәғәт дауамында һуғыш алып бара, ошо һуғышта батырҙарса һәләк була».

1944 йылдың 10 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы указы менән лейтенант Паширов Валентин Дмитриевичҡа, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән геройлығы һәм батырлығы өсөн, үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

  • Кушнаренко ауылында урам һәм 1-се урта мәктәп Советтар Союзы Геройы В. Д. Паширов исемен йөрөтә, В. Д. Паширов исемендәге мәктәп алдында уға һәйкәл ҡуйылған.
  • Киев өлкәһе Киев-Святошино районының Хотов ауылында батыр кәүҙәһе ятҡан майҙан уның исеме менән аталған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Кушнаренко ауылы
  3. ОБД Мемориал|74915855.
  4. ОБД Мемориал|75541880.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 428, 429).
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 4, л. 9).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1421, л. 2, 28).
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.

Һылтанмалар

үҙгәртергә