Британия империяһы

(Британ империяһы битенән йүнәлтелде)

Британия империяһы (ингл. British Empire) — кеше йәшәгән бөтә континенттарҙа колониялары булған тарихтағы иң ҙур дәүләт[1]. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Берләшкән Короллек иң ҙур майҙанға — яҡынса 34 650 мең км² эйә була[2][3] (Антарктикалағы яҡынса 8,1 млн км² территорияһын иғтибарға алмайынса), ул яҡынса ҡоро ерҙең 22 % алып торған. Империяның дөйөм халҡы яҡынса 480 млн кеше (яҡынса бөтә донъя халҡының дүрттән бер өлөшө). Британия империяһының мираҫы булараҡинглиз теле транспорт һәм сауҙа өлкәһендә донъялағы иң таралған тел булып тора.

Британия империяһы
ингл. British Empire
Флаг Герб
Флаг Герб

Девиз: «фр.:«Dieu et mon droit»
(башҡ. «Хоҙай һәм минең хоҡуғым»

Гимн: Боже, храни Короля[d]

1919 йылдағы Британия империяһы территорияһы
1919 йылдағы Британия империяһы территорияһы

 
 
 
 
 
 
 
1497 — 1949
Баш ҡала

Лондон

Эре ҡалалары

Лондон, Дели, Калькутта, Сидней, Монреаль

Телдәр

инглиз

Аҡса берәмеге

Стерлинг фунты

Майҙаны

34 650 407 км², антарктик территорияларҙы иҫәпкә алмай(1922)

Халҡы

458 000 000 кеше
(Ер халҡының яҡынса 24 %, 1922 йыл)

Идара итеү формаһы

монархия

 Британия империяһы Викимилектә

Британия империяһы ике йөҙ йылдан ашыу үҫкән. Киңәйеү үҫешенең кульминацияһы тип ХХ быуат башы һанала. Был осорҙа Британияның территориялары бөтә континенттарында ла булған, шунлыҡтан уны «бер ваҡытта ҡояш байымаған» империя тип атағандар.

Баҫҡынсылыҡ тәүҙә сауҙа һәм дипломатия менән башлана. Империя бөтә донъя буйлап британ технологияларын, сауҙаһын, инглиз телен һәм идара итеү формаһын таратҡан. Артабан был Берләшкән Короллектең иҡтисади үҫешенә һәм күпселек дәүләттәрҙең сәйәсәтенә йоғонтоһо артыуына булышлыҡ иткән. Колонияларға инглиз теле, Бөйөк Британияныҡына оҡшаған административ һәм хоҡуҡи сиктәр индерелгән. Деколонизация барышында Берләшкән Короллек үҙенең элекке колонияларында парламент демократияһын һәм үҙ хоҡуғы өҫтөнлөгөн урынлаштырырға тырыша. Күпселек колониялар Милләттәр Берләшмәһе психологик планда империяны алыштыра тип һанай.

Британия колониялары Берләшкән Короллектең башлыса иҡтисади мәнфәғәттәренә хеҙмәт иткән. Эмигранттарҙың колонияларында бойондороҡһоҙ иҡтисад төҙөү өсөн инфраструктура булдырылһа ла, Африка һәм Азияның тропик төбәктәре тик сеймал сығанағы булып торған һәм унда инфраструктура бик насар үҫешкән. Бөгөн күп кенә һүлпән үҫешле дәүләттәрҙең (ингл. Less developed countries) иҡтисады нигеҙҙә сеймал һатыу менән көн күрә.

Британия империяһы англосакстарҙың этник айырымлығына, яулап алыусыларҙың өҫтөнлөкле раса булыуына нигеҙләнгән[4][5][6][7]. Британия колонияларының хоҡуҡ нигеҙе булып этник төркөмдәр араһында низағ тыуҙырыу торған һәм был колониаль хакимлыҡты тоторға булышлыҡ иткән. Хәҙерге заманда ла «Бүл һәм хакимлыҡ ит» классик принцибы арҡаһында күп низағтар килеп сыға, мәҫәлән, Төньяҡ Ирландияла, Һиндостанда, Зимбабвела, Суданда, Угандала йәки Ираҡта. Типик миҫал булып 1952—1957 йылдарҙа Кенияла бәләкәй генә ихтилалдар тоҡанып, уларҙың үҫешкән ҡәбиләләр араһында ҡанлы һуғышҡа әүерелеүе тора. Һөҙөмтәлә колонизаторҙар яғынан тик 22 кеше, ә төп ҡәбиләләрҙән 18000-дән алып 30000-гә тиклем кеше һәләк була.

Европалағы биләмәләр (тәүге осор)

үҙгәртергә

Урта быуаттарҙа Англия күбеһенсә утрау дәүләте була, XVI быуатҡа тиклем уның хәрби-диңгеҙ флоты булмаған һәм йыш ҡына континенттан һөжүм итеү объекты булып торған. Англдар һәм сакстар үҙҙәре Британ утрауҙарына Германиянан килгәндәр. Тәүҙә уларҙың хәрби отрядттарын Рим империяһынан азат ителгәндән һуң бриттыларҙың хакимдары саҡырғандар һәм үҙ короллектәрен төҙөгәндәр. 1066 йылда Англияны француз нормандары баҫып ала, уларҙың етәксеһе Вильгельм I яңы нәҫелде нигеҙләй һәм англ-саксон ерҙәрен француз барондары араһында бүлә. Вильгельмдың вариҫтары үҙҙәренең короллегенә 1282 йылда Уэльсты ҡуша һәм 1169 йылда Ирландияны колонизациялай башлай[8]. XVII быуатта Шотландия Англияға тигеҙ хоҡуҡлы дәүләт булараҡ ҡушыла. Европала Англия корольдәре Францияның яртыһын үҙҙәренең ҡулында тотҡандар һәм уның тәхетенә дәғүә иткәндәр, әммә Йөҙ йыллыҡ һуғыш барышында Англия Франциялағы барлыҡ территорияларын юғалта. Был осорҙа илдә Ал һәм Аҡ раузалар араһында һуғыш башлана һәм дәүләт яңынан Тюдор нәҫелен нигеҙләгән Генрих VII менән яулап алына.

«Беренсе британ империяһы» (1583—1783)

үҙгәртергә

Тәүге америка колониялары

үҙгәртергә
 
Америка ярҙарына икенсе һәм һуңғы тапҡыр сәйәхәт ҡылған Джон Каботтың судноһының реконструкцияһы

Христофор Колумбтың уңышлы сәйәхәттәренән һуң, 1496 йылда король Генрих VII Атлантик океанда Азияға юлдарҙы өйрәнеү өсөн Джон Кабот етәкселегендәге экспедиция ойоштора[9]. 1497 йылда Джон Кабот Ньюфаундленд утрауына барып етә һәм быны Азия яры тигән хәбәр алып ҡайта[10]. Әммә уның икенсе һәм шул уҡ ваҡытта һуңғы сәйәхәтенән һуң ул тыуған яғына башҡа әйләнеп ҡайтмай[11].

Бынан һуң Англиянан диңгеҙ сәйәхәттәре оҙаҡҡа туҡтап ҡалалар. XVI быуатта Англияла реформация була, һөҙөмтәлә инглиз-испан ҡаршылыҡтары Англия менән Испания араһындағы асыҡ һуғышҡа килтерә[9]. 1562 йылда британ хөкүмәте Джон Хокинсҡа һәм Фрэнсис Дрейкҡа каперс патенттары биргән, улар көньяҡ диңгеҙҙәрҙә ҡолдар менән сауҙа итеү һәм пиратлыҡ менән шөғәләнгәндәр. Артабан был тәжрибә британ хәрби-диңгеҙ флотын ойоштороу өсөн ҡулланылған[12].

 
Королева Елизавета I

Королева Елизавета I осоронда 1588 йылда «Еңелмәҫ армада» ҡыйратылғандан һуң, Испан империяһы башҡаса Британия империяһы үҫешенә ҡурҡыныс янамаған. 1603 йылда король Яков I тәхеткә ултыра һәм 1604 йылда Испания менән килешеү төҙөй. Бынан һуң диңгеҙ аръяғындағы колониялар ойошторорға юл асыла[13]. XVII быуат башында Төньяҡ Америка һәм Вест-Һиндостанда, һәм тағы ла Азия менән сауҙа итеү өсөн компаниялар (шул иҫәптән 1600 йылда асылған Ост-Һинд компанияһын) төҙөү менән Британия империяһы нигеҙ һалына. XVIII быуат аҙағында булған Американың бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштан һуң ун өс колонияның айырылғанына тиклемге осорҙо «Беренсе британ империяһы» тип атағандар[14].

Америка, Африка һәм ҡолдар менән сауҙа итеү

үҙгәртергә

Британ Вест-Һиндостаны тәүге осорҙа иң мөһим һәм файҙалы инглиз колониялары булып торғандар[15], әммә уға тиклем бер нисә колонизациялау ынтылышы уңышһыҙ үтә. 1604 йылда Британ Гвианаһында колония төҙөүгә ынтылыштар тик ике йыл дауам итә һәм төп мәсьәлә — алтын табып булмағас ул эш уңышһыҙлыҡҡа тарый[16]. Кариб диңгеҙендәге Сент-Люсия (1605) һәм Гренада (1609) колониялары шулай уҡ юҡ була, һуңыраҡ Сент-Китс (1624), Барбадос (1627) и Невис (1628) утрауҙарында урынлашыу уңышлы үтә[17]. Был колонияларҙың уңышлы булыуы, Бразилияла португалдар ҡулланған кеүек шәкәр тростнигын үҫтереү плантациялар барлыҡҡа килеүенә бәйле. Был эш ҡолдар эшенә бәйле булған, уларҙы тәүге осорҙа голланд ҡол һатыусыларынан алғандар, ә голландтар шәкәрҙе алып Европаға һатҡандар[18]. 1651 йылда Англия парламенты инглиз колонңияларҙа тик инглиз караптары ғына сауҙа менән шөғәләнә ала тигән ҡарар сығара. Был Голландия менән бер нисә һуғыштарға килтерә[19]. 1655 йылда Англия Испаниянан Ямайка утрауын тартып ала, ә 1666 йылда Багам утрауҙарын баҫып ала[20].

 
1750 йылда Төньяҡ Америкағы Британ колониялары. 1: Ньюфаундленд; 2: Нова Скотия; 3: Ун өс колония; 4: Бермудтар; 5: Багамдар; 6: Британ Гондурасы; 7: Ямайка; 8: Кесе Антиль утрауҙары

Төньяҡ Америкағы тәүге даими инглиз торағы Джеймстаунға 1607 йылда нигеҙләнгән. Бында тиҙҙән Виргиния исемле колония ойошторолған. Бында шәкәр тростнигы урынына тәмәке һәм башҡа ауыл хужалығы культураларын үҫтергәндәр. 1620 йылда дини эҙәрлектәүҙәрҙән ҡасҡандар, пуритандар Плимут колонияһына нигеҙ һалғандар[21]. Һуңыраҡ дини эҙәрлектәүҙәрҙән ҡасҡандар Төньяҡ Америкалағы төрлө колонияларҙа төйәкләнгәндәр: 1634 йылда католиктар колонияһы булараҡ Мэрилендҡа нигеҙ һалына, 1639 йылда конгрегационалистар — Коннектикут, 1636 йылда Род-Айленд колонияһы Америкала тәүгеләрҙән булып үҙенең дини толерантлығы тураһында иғлан итә. 1663 йылда Каролина провинцияһы ойошторола. Икенсе голланд-инглиз һуғышынан һуң, 1664 йылда Англия Голландиянын Яңы Амстердам колонияһын (исеме Нью-Йорк тип үҙгәртелә) Суринамға алыша[22]. 1681 йылда Уильям Пенн Пенсильвания колонияһына нигеҙ һала.

1670 йылда король Карл II монополиялы сауҙа итеү өсөн Гудзон боғаҙы компанияһына ҙур территория бирә, һуңыраҡ ул Канаданың ҙур өлөшө булып китә ә уның икенсе өлөшө француздарҙың Яңы Францияһы булып тора[23].

1672 йылда Король африка компанияһы ойошторола, ул инглиз Америка колонияларына ҡолдар һатыу хоҡуғын ала[24]. "Беренсе британ империяһы"ның төп иҡтисады булып ҡоллоҡ булған. 1807 йылда ҡолдар менән һатыу тыйылғанға тиклем Британия Африканан 3,5 миллион ҡолдо Америкаға оҙатҡан[25]. Ҡолдар менән һатыу итеү өсөн Көнбайыш Африка буйлап форттар төҙөлгән, мәҫәлән Джеймс (Гамбия), Аккра, Банс. Британ Вест-Һиндостанында негроид расаһы халҡының һаны 1650 йылда 25%-тан 1780 йылда 80 %-ҡа тиклем арта, ә шул уҡ ваҡытта Ун өс колонияла — 10%-тан 40 %-ҡа тиклем (күбеһенсә көньяҡ колонияларҙа)[26].

1695 йылда Шотландия парламенты шәхси компанияларҙың береһенә (The Company of Scotland Trading to Africa and the Indies) Панамала канал төҙөү маҡсаты менән колония ойошторорға хоҡуҡ бирә. Экспедиция 1698 йылда юлға сыға, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый. Күрше Яңы Гранаданың испан колонистары был тораҡты ҡамауға алалар, шул уҡ ваҡытта малярия ныҡ тарала һәм ике йылдан һуң шотланд колонияһы ташланыла. Был проект (Dariush scheme) Шотландия өсөн финанс ҡазаһына әйләнә — ул шотланд капиталының бер сиреген юғалта. Был шотланд үҙ диңгеҙ империяһын төҙөргә ышанысты бөтөрә. 1707 йылда Шотландия һәм Англия ҡушыла һәм Берләшкән Короллек барлыҡҡа килә.

Голландия менән Азияла конкуренция

үҙгәртергә
 
Изге Георг форты, хәҙерге Мадрас (Ченнай) ҡалаһы 1639 йылда.

XVI быуат аҙағында Азия менән португалдарҙың монополиялы сауҙаһына Англия һәм Голландия асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыға.

Үҙгәреү еле

үҙгәртергә
 
Африкалағы деколонизация. 1960-сы йылдар аҙағына ҡарай Родезиянан (хәҙерге Зимбабве) һәм Көньяҡ-Көнбайыш Африканан (хәҙерге Намибия) башҡа бөтә британ колониялары тиерлек бойондороҡһоҙ дәүләттәр булып киткәндәр.

1960 йылдың февралендә британ премьер-министыры Гарольд МакМиллан Көньяҡ Африка Республикаһының Кейптаун ҡалаһында телмәр тота һәм «был континент өҫтөнән үҙгәреү еле иҫә» тип әйтә[27]. МакМиллан Францияның Алжирҙа алып барған һымаҡ колониаль һуғыштан арынырға тырышҡан. Әгәр 1950-се йылдарҙа бойондороҡһоҙлоҡты тик өс кенә колония ала алһа (Судан, Гана һәм Малайзия), 1968 йылға ҡарай Африкалағы бөтә британ колониялары тиерлек бойондороҡһоҙлоҡ алалар. 1979 йылда Родезия (хәҙерге Зимбабве) бойондороҡһоҙ дәүләт булып китә[28].

Урта диңгеҙҙә британдар грек-киприоттар менән башланған партизан һуғышы менән осраша. 1960 йылға ҡарай һуғыш Кипрҙың бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүе менән тамамлана, әммә Берләшкән Короллек ҡарамағында Акротири һәм Декелия хәрби-диңгеҙ базалары ҡала. 1964 йылда Мальта бойондороҡһоҙлоҡ ала.

1958 йылда Вест-Һиндостан Федерацияһы ойошторола, унан 1962 йылға ҡарай Ямайка һәм Тринидад һәм Тобаго айырылып сыға. 1966 йылда Барбадос бойондороҡһоҙлоҡ ала, ә Англияның Кариб диңгеҙендәге ҡалған утрауҙары 1970-се һәм 1980-се йылдарҙа азат ителә. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Британия власы аҫтында Ангилья, Тёркс һәм Кайкос утрауҙары, Британ Виргин утрауҙары[29], Монсеррат һәм Кайман утрауҙары ҡала[30]. 1966 йылда Гайана бойондороҡһоҙлоҡ алһа, ә 1981 йылда — Белиз. Гватемала менән Белиз араһында һаманда территориаль бәхәс сиселмәгән ҡала[31].

1970-се (Фиджи) һәм 1980-се (Вануату) йылдар араһында Тымыҡ океандағы британ биләмәләре азатлыҡ ала. Фиджи, Тувалу, Соломон Утрауҙары, Папуа-Яңы Гвинея Берләшмәнең короллектәре булып торалар.

Империяның ахыры

үҙгәртергә

1980—1981 йылдарға ҡарата, Родезияға, Яңы Гебридтарға һәм Белизға бойондороҡһоҙлоҡ бирелгәндән һуң деколонизация процессы ғәмәлдә тамамлана. Элекке империянан хәҙер инде бөтә донъя буйлап таралған утраулы биләмәләр һәм аванпосттар һаҡланып ҡалған. 1982 йылда Британия Фолкленд утрауҙарына дәғүә иткән Аргентина менән һуғыша[32]. Шул уҡ йылда Канада метрополия менән һуңғы бәйҙәрен өҙә. 1982 йылғы Канада тураһындағы Актты ҡабул иткәндән һуң, Канаданың конституцияһына үҙгәртеүҙәр индерер өсөн башҡаса Британия менән яраштырыу кәрәкмәй[33]. 1986 йылда шундайыраҡ акттар Австралия һәм Яңы Зеландия өсөндә ҡабул ителә[34].

1982 йылдың сентяберендә Британия премьер-министры Маргарет Тэтчер Ҡытайға ул ваҡыттағы иң әһәмиәтле һәм күп кеше йәшәгән колонияһы — Гонконгтың киләсәге тураһыңда һөйләшеүҙәр алып барырға килә[35]. Әммә британ администрацияһын һаҡлай алмайҙар, һәм 1984 йылда Гонконг инглиз-ҡытай берлегендәге ғариза буйынса Ҡытайҙың махсус административ территорияһы булып китә[36]. 1997 йылда Гонконг Ҡытай Халыҡ Республикаһына тантаналы рәүештә ҡайтарыла һәм күптәргә «Империяның ахыры» еткәнен аңлатҡан[33].

Британ империяһының мираҫы

үҙгәртергә
 
Британияның диңгеҙ аръяғындағы территориялары һәм Таж ерҙәре

Хәҙерге заманда Берләшкән Короллек Британ утрауҙарынан ситтә урынлашҡан 14 территорияға хужа булып тора. 2002 йылда улар Британияның диңгеҙ аръяғындағы территориялары статусын алалар. Ҡайһы бер территорияларҙа ваҡытлыса төйәкләнгән хәрби йәки ғилми хеҙмәткәрҙәрҙән башҡа бер кемдә йәшәмәй. Ҡалғандарының төрлө дәрәжәләге үҙидаралығы бар һәм улар халыҡ-ара һәм һаҡланыу өлкәләрендә Бөйөк Британияға буйһонғандар.

Ҡайһы бер Британияның диңгеҙ аръяғындағы территорияларына күрше илдәр дәғүә белдерә: Гибралтарға — Испания; Фолкленд утрауҙарына, Көньяҡ Георгия һәм Көньяҡ Сандвич утрауҙарына — Аргентина; Һинд океанындағы Британия территорияһына — Маврикий һәм Сейшель Утрауҙары. Унан башҡа, Британ антарктик территорияһына Аргентина һәм Чили дәғүә итә, ә ҡайһы дәүләттәр Антарктидаға булған бер кемдең дә дәғүәһен танымайҙар.

Күпселек элекке колониялар Милләттәр Берләшмәһенә инәләр. Берләшмәнең 15 ағзаһы үҙҙәренең дәүләт башлығы тип Англия королеваһын һанайҙар һәм Берләшмәнең короллектәре булып торалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Niall Ferguson. Empire: The Rise and Demise of the British World Order and the Lessons for Global Power. — New York, NY: Basic Books, 2004. — 351 p. — ISBN 0-465-02329-0.
  2. 31878,965 мең км² — 1912—1913 йылдарҙа, антарктик территорияларһыҙ
  3. Британ империяһы Ҙур Совет Энциклопедияһында
  4. Francis Hutchins, The Illusion of Permanence. British Imperialism (Princeton, 1967), S. 133
  5. zitiert Philip Mason, Prospero’s Magic. Some thoughts on Class and Race (London, 1962), S. I
  6. Maurice Collis, Trials in Burma (London, 1953), p. 191, 194f, 207, 21 Iff
  7. Саркисянц М. Английские корни немецкого фашизма От британской к австро-баварской «расе господ»
  8. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — р.7. The Oxford history of the British Empire). — ISBN 0-199-24676-9.
  9. 9,0 9,1 Niall Ferguson. Empire: The Rise and Demise of the British World Order and the Lessons for Global Power. — New York, NY: Basic Books, 2004. — 351 p. — ISBN 0-465-02329-0.
  10. Kenneth Andrews. Trade, Plunder and Settlement: Maritime Enterprise and the Genesis of the British Empire, 1480—1630. — 1. — Cambridge: Cambridge University Press, 1984. — 394 p. — р.45. ISBN 0-521-27698-5.
  11. Niall Ferguson. Empire: The Rise and Demise of the British World Order and the Lessons for Global Power. — New York, NY: Basic Books, 2004. — 351 p. — ISBN 0-465-02329-0.
  12. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — (The Oxford history of the British Empire). — ISBN 0-199-24676-9.
  13. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — (The Oxford history of the British Empire). — р.70. — ISBN 0-199-24676-9.
  14. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — р.34. (The Oxford history of the British Empire). — ISBN 0-199-24676-9.
  15. Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — p.17. ISBN 0-312-16985-X.
  16. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — (The Oxford history of the British Empire). — р.71. ISBN 0-199-24676-9.
  17. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — (The Oxford history of the British Empire). — р.221. ISBN 0-199-24676-9.
  18. Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — р.22—23. — ISBN 0-198-73134-5.
  19. Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — р.32. — ISBN 0-198-73134-5.
  20. Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — р.33. — ISBN 0-198-73134-5.
  21. Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — p.8. ISBN 0-312-16985-X.
  22. Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — р.40. — ISBN 0-198-73134-5.
  23. Canada and the British Empire / Phillip Alfred Buckner. — Oxford: Oxford University Press, 2008. — 294 p. — (The Oxford history of the British Empire companion series). — р.25. — ISBN 0-199-27164-X.
  24. Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — р.37. — ISBN 0-198-73134-5.
  25. Niall Ferguson. Empire: The Rise and Demise of the British World Order and the Lessons for Global Power. — New York, NY: Basic Books, 2004. — 351 p. — р.37. — ISBN 0-465-02329-0.
  26. The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — (The Oxford history of the British Empire). — р.228. ISBN 0-199-24676-9.
  27. Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — p.616. ISBN 0-312-16985-X.
  28. Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — p.620—621. ISBN 0-312-16985-X.
  29. Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — p.428. ISBN 0-198-73134-5.
  30. Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — p.622. ISBN 0-312-16985-X.
  31. Nigel Bolland. Belize: Historical Setting (ингл.). Library of Congress (1992). Дата обращения: 22 ғинуар 2012. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  32. Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — p.624—625. ISBN 0-312-16985-X.
  33. 33,0 33,1 The Twentieth Century / Judith M. Brown, William Roger Louis. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 4. — 800 p. — р. 594. — ISBN 0-199-24679-3.
  34. The Twentieth Century / Judith M. Brown, William Roger Louis. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 4. — 800 p. — р. 689. — ISBN 0-199-24679-3.
  35. Piers Brendon. The Decline and Fall of the British Empire, 1781—1997. — London: Jonathan Cape, 2007. — 640 p. — р. 634. — ISBN 0-224-06222-0.
  36. Piers Brendon. The Decline and Fall of the British Empire, 1781—1997. — London: Jonathan Cape, 2007. — 640 p. — р. 634. — ISBN 0-224-06222-0.
  • Kenneth Andrews. Trade, Plunder and Settlement: Maritime Enterprise and the Genesis of the British Empire, 1480—1630. — 1. — Cambridge: Cambridge University Press, 1984. — 394 p. — ISBN 0-521-27698-5.
  • Alison Games. Migration // The British Atlantic World, 1500—1800 / David Armitage, Michael J. Braddick.. — 1. — New York, NY: Palgrave Macmillan, 2002. — 324 p. — ISBN 0-333-96340-7.
  • Śekhara Bandyopādhyāẏa. From Plassey to Partition: A History of Modern India. — 1. — Himayatnagar: Orient Longman, 2004. — 523 p. — ISBN 8-125-02596-0.
  • Piers Brendon. The Decline and Fall of the British Empire, 1781—1997. — London: Jonathan Cape, 2007. — 640 p. — ISBN 0-224-06222-0.
  • W. R. Brock. Britain and the Dominions. — Cambridge: Cambridge University Press, 2011. — 592 p. — (British Commonwealth Series). — ISBN 1-107-68833-7.
  • The Twentieth Century / Judith M. Brown, William Roger Louis. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 4. — 800 p. — (The Oxford History of the British Empire). — ISBN 0-199-24679-3.
  • Canada and the British Empire / Phillip Alfred Buckner. — Oxford: Oxford University Press, 2008. — 294 p. — (The Oxford history of the British Empire companion series). — ISBN 0-199-27164-X.
  • The Origins of Empire: British Overseas Enterprise to the Close of the Seventeenth Century / Nicholas Canny. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — Vol. 1. — 560 p. — (The Oxford history of the British Empire). — ISBN 0-199-24676-9.
  • Peter Clegg. The UK Caribbean Overseas Territories // Extended statehood in the Caribbean: Paradoxes of quasi colonialism, local autonomy, and extended statehood in the USA, French, Dutch, and British Caribbean / Lammert De Jong, Dirk Kruijt. — Amsterdam: Rozenberg Publishers, 2005. — 206 p. — ISBN 9-051-70686-3.
  • Nigel Dalziel. The Penguin Historical Atlas of the British Empire. — 1. — London: Penguin Books, 2006. — 144 p. — ISBN 0-141-01844-5.
  • Niall Ferguson. Empire: The Rise and Demise of the British World Order and the Lessons for Global Power. — New York, NY: Basic Books, 2004. — 351 p. — ISBN 0-465-02329-0.
  • David Kenneth Fieldhouse. The West and the Third World: Trade, Colonialism, Dependence, and Development. — Oxford: Blackwell Publishing, 1999. — 378 p. — ISBN 0-631-19439-8.
  • Gregory H. Fox. Humanitarian Occupation. — Cambridge: Cambridge University Press, 2008. — 320 p. — ISBN 0-521-85600-0.
  • Martin Gilbert. Churchill and America. — New York, NY: Simon & Schuster, 2005. — 528 p. — ISBN 0-743-29122-0.
  • The Washington Conference, 1921—22: Naval Rivalry, East Asian Stability and the Road to Pearl Harbor / Erik Goldstein, John H. Maurer.. — 1. — London: Routledge, 1994. — 319 p. — ISBN 0-714-64559-1.
  • Encyclopedia of Antislavery and Abolition / Peter P. Hinks, John R. McKivigan, R. Owen Williams. — 1. — Westport, CT: Greenwood Publishing Group, 2007. — 796 p. — (Milestones in African American History). — ISBN 0-313-33142-1.
  • Encyclopedia of the Age of Imperialism, 1800—1914 / Carl Cavanagh Hodge. — Westport, CT: Greenwood Publishing Group, 2008. — 1016 p. — (set in 2 volumes). — ISBN 978-0-313-33404-7.
  • David Crystal. English Worldwide // A History of the English Language / Richard M. Hogg, David Denison.. — 1. — Cambridge: Cambridge University Press, 2006. — 495 p. — ISBN 0-521-66227-3.
  • Peter Hopkirk. The Great Game: On Secret Service in High Asia. — Oxford: Oxford University Press, 2001. — 562 p. — ISBN 0-192-80232-1.
  • Lawrence James. The Rise and Fall of the British Empire. — New York, NY: St. Matrin’s Press, 1995. — 704 p. — ISBN 0-312-16985-X.
  • Trevor Owen Lloyd. The British Empire 1558—1995. — 2. — Oxford: Oxford University Press, 1996. — 455 p. — ISBN 0-198-73134-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә