Бондаренко Илья Евграфович

Бондаренко Илья Евграфович (18 июль 1870 йыл — 21 июль 1947 йыл) — архитектор, архитектура тарихсыһы. 1919—1922 йылдарҙа Октябрь революцияһы исемендәге Өфө пролетариат художество музейын (М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы) ойоштороусы һәм уның тәүге директоры[2].

Бондаренко Илья Евграфович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Илья Евграфович Бондаренко
Тыуған көнө 18 (30) июль 1870
Тыуған урыны Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө архитектор, реставратор
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Цюрихтың Швейцария юғары техник мәктәбе
Әүҙемлек урыны Мәскәү, Иваново һәм Шуя[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Бондаренко Илья Евграфович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Илья Евграфович Бондаренко 1870 йылдың 18 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Өфөгә Полтаванан күсеп килгән[3]. Буласаҡ архитекторҙың атаһы, Евграф Львович, «металл буйынса эшләй», йәғни, көрәктәр, тырмалар, биҙрәләр яһай, һуңынан икенсе гильдия сауҙагәре булып китә. Әсәһе өй хужалығы менән булыша. Баштараҡ атаһы улын сауҙа эшенә ылыҡтырырға хыяллана, әммә Илья ете йәшенән урындағы рәссамдан дәрестәр ала башлай, ә 1880 йылда Өфө классик ирҙәр гимназияһына уҡырға инә. Ошо йылдарҙа ул Өфөгә һөргөндә булған рәссам Н. И. Бобир менән таныша.

 
Бондаренконың тәүге эше. 1890, Мәскәү

Гимназияны тамамлағандан һуң 1887—1891 йылдарҙа Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте училищеһында уҡый архитектор А. С. Каминский класы)[2]. Ошо осорҙа уҡ Бондаренко бер нисә проектта ҡатнаша, үҙе хәтерләүенсә. уның үҫешенә ҙур йоғонто тарихсы Р. Ю. Виппер, Савельев яһайҙар"[4]

1891 йылда училищела уҡыуын ҡалдырып китә, сөнки революцион эшмәкәрлеге өсөн уға ҡулға алыу янай. Тәүҙә Өфөлә йәшенеп йәшәй, һуңынан сит илгә сығып китә. 1894 йылда Цюрихта юғары политехник мәктәбенең[2] архитектура-төҙөлөш факультетын тамамлай. Бында уҡыған саҡта меценат, сауҙагәр И. А. Морозов менән таныша[5][6]>.

Уҡыу тамамланғандан һуң Мәскәүгә ҡайта. 1895—1896 йылдарҙа Ф. О. Шехтель оҫтаханаһында эшләй.

1895 йылдан алып Бондаренко П. И. Щукин исемендәге музейҙа һәм Тарихи музей коллекцияларында урыҫ сәнғәтен өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1896 йылда ул үҙенең архитектура бюроһын аса[3]. 1897—1898 йылдарҙа Мамонтовтың Солодовников театр бинаһын яңынан ҡороп эшләй. [7][8]; Бондаренко яҙған «төньяҡ урыҫ сиркәүе төрө буйынса Бүлеге церковка рубленый башлай»[3]. Архитектурала “неорус” стиленең сағыу вәкиле. 20 быуаттың 10‑сы йылдары Бондаренко проекттары буйынса Мәскәү, С.-Петербург, Зарайск, Иваново-Вознесенск ҡалаларында бер нисә сиркәү һәм граждандар ҡоролмалары төҙөлә. 1914 йылда архитектор Д.П.Осипов менән берлектә, П.П.Рудавский проектына өлөшләтә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереп, Аксаков халыҡ йортон төҙөп бөтөрөү менән шөғөлләнә. Бондаренко эскиздары буйынса рәссам К.В.Пономарёв тамаша залы өсөн панно эшләй[2].

1917 йылда элекке танышы И. А. Морозовтың заказы буйынса Бондаренко туҡыма өҫтөнән бер нисә орнаменталь һүрәт төшөрә; Мәскәү Кремлен тергеҙеү буйынса комиссияны етәкләй. Бондаренконы музейҙар һәм сәнғәт һәм боронғолоҡ ҡомартҡылары эштәре буйынса коллегияға һайлаөҙар. 1919 йылда ул Өфө ҡалаһына китә, унда ул беренсе Өфө театры һәм беренсе музей ойоштора (хәҙер М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы)[9]. 1919—1922 йылдарҙа Өфө губернаһының мәҙәни һәм тарихи хазиналарын һаҡлау һәм уларҙы яңы төҙөлгән музейҙарҙа, китапханаларҙа урынлаштырыу буйынса эштәргә етәкселек итә.

1921 йылда Бондаренко ҡабаттан Мәскәүгә ҡайта. 1922 йылда Тверь урамындағы элекке Инглиз клубы бинаһында «Ҡыҙыл Мәскәү» күргәҙмәһен ойоштора, уның композицициялары базаһында һуңынан Революция музейы ойошторола. Ауыл хужалығы күргәҙмәһен төҙөүҙә ҡатнаша (1923).

1926 йылдан Мәскәүҙәге Тарихи музейҙың баш архитекторы булып эшләй, һуңынан, 1939 йылға тиклем Моссовет һәм Мосэнерго структураларында архитектор булараҡ хеҙмәт итә. Уның эш даирәһе тарихи биналарҙы киңәйтеү һәм үҙгәртеп ҡороу менән бәйле.

1943—1944 йылдарҙа Бондаренко Ваганьков һәм Әрмән зыяраттарында баш архитектор була, бер нисә мемориаль ҡоролмалар һәм ҡәберташтар авторы. Һуғыш ваҡытында әүҙем ағартыу эшен алып бар: . 1942—1946 йылдарҙа ул госпиталдәрҙә ятҡан яралылар өсөн яҡынса 100 лекция уҡый, уларҙың күпселеге Мәскәү архитектураһы тарихына арнала. Оло йәшенә ҡарамаҫтан Бондаренко фашистарҙан азат иткән территорияларға бара, унда емерелгән ҡомартҡыларҙы тикшерә, уларҙы тергеҙеү буйынса кәңәштәр бирә. Тверҙе азат иткәндән һуң ул Юл һарайын тергеҙеүҙә ҡатнаша[7][8].

И. Е. Бондаренко 947 йылдың 21 июлендә Мәскәүҙә вафат була. Яңы Дон зыярпаты колумбариеһында ерләнгән[6].

Хеҙмәттәре һәм баҫмалары

үҙгәртергә

И. Е. Бондаренко — архитектура һәм М. Ф. Казаков, Доменико Жилярдь, А Г. Григорьев ижады буйынса хеҙмәттәр авторы.

  • Мәскәү архитектура һәйкәлдәре: Альбом / сост. И. Е. Бондаренко. — М., 1904—1905
  • Бондаренко И. Е. Остатки Москвы XVII века // Старые годы. — 1909. Архивировано из первоисточника 8 декабрь 2015.
  • Бондаренко И. Е. Подмосковные дворцы XVIII века // Старые годы. — 1911. — № 11. — С. 11—32.
  • Бондаренко И. Е. Горенки // Старые годы. — 1911. — № 12. — С. 69—70.
  • Бондаренко И. Е. Зодчество Москвы восемнадцатого и начала девятнадцатого века // Москва в её прошлом и настоящем. Путеводитель / Под ред. И. П. Машкова. — М., 1913. — С. 1—11.
  • Бондаренко И. Е. Здание Посольского приказа // Сборник статей в честь графини Прасковьи Сергеевны Уваровой. — М., 1916. — С. 98—107.
  • Бондаренко И. Е. Архитектор Осип Иаанович Бове // Московское архитектурное общество. 1914—1916. — М.: Типография Товарищества И. Д. Сытина, 1917. — С. 27—28.
  • Бондаренко И. Е. Здание Малого театра // Московский Малый театр. 1824—1924. — М., 1924. — С. 649—660.
  • Бондаренко И. Е. Архитектор Матвей Фёдорович Казаков. 1738—1813. — М.: Изд-во Всесоюзной Академии архитектуры, 1938. — 56 с. — 10 000 экз.
  • Бондаренко И. Е. В гостях у П. И. Чайковского // Московский журнал. — 2005. — № 10. Архивировано из первоисточника 8 декабрь 2015.
  • Бондаренко И. Е. Художественный облик лавры // Троице-Сергиева лавра. — М.: Индрик, 2007. — С. 59—70. — ISBN 978-5-85759-382-0.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Нащокина М. B. Архитекторы московского модерна. Творческие портреты. — 3-е изд. — М.: Жираф, 2005. — С. 87—94. — 2500 экз. — ISBN 5-89832-043-1.щокина М. B. Архитекторы московского модерна. Творческие портреты. — 3-е изд. — М.: Жираф, 2005. — С. 87—94. — 2500 экз. — ISBN 5-89832-043-1.
  • Московская энциклопедия / С. О. Шмидт. — М.: Издательский центр «Москвоведение», 2007. — Т. I, Лица Москвы. — С. 207. — 639 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-903633-01-2.
  • Зодчие Москвы времени эклектики, модерна и неоклассицизма (1830-е — 1917 годы): илл. биогр. словарь / Гос. науч.-исслед. музей архитектуры им. А. В. Щусева и др. — М.: КРАБиК, 1998. — С. 37—39. — 320 с. — ISBN 5-900395-17-0.
  • Е. А. Игитханова Бондаренко Илья Евграфович // Православная энциклопедия. Том VI. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2003. — С. 8-9. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-010-2
  • Леонидова Т. Архитектор, художник, педагог… (неопр.) (недоступная ссылка). Бельские просторы, № 9 (2004). Дата обращения 11 марта 2013. Архивировано 1 марта 2013 года.
  • Овсянникова Е. Б. Архитектор-художник. Илья Евграфович Бондаренко. 1870—1927 // Краеведы Москвы. — М.: «Книжный сад», 1997. — Т. 3. — С. 227—252.