Хәлитов Ғайса Әхәт улы

Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014 йыл), Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы[2]

Хәлитов Ғайса Әхәт улы (5 декабрь 1962 йыл — педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1981 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 2008 йылдан Бөрйән район хакимиәте хеҙмәткәре. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014). Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы (1997)

Хәлитов Ғайса Әхәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 декабрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы, етәксе
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Ғайса Әхәт улы Хәлитов 1962 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Иҫке Монасип мәктәбендә уҡый.

1981 йылда Күмертау педагогия училищеһын, 2008 йылда БДПУ-ны тамамлай. Хеҙмәт юлын физик культура уҡытыусыһы булып башлай. 1981 йылдан Байназар урта мәктәбе, 1984 йылдан — Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы.

1990 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, физик культура уҡытыусы-ойоштороусыһы. 2007 йылдан «Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» директоры.

2008 йылдан Бөрйән районы хакимиәтендә белгес, 2009 йылда — бүлек етәксеһе урынбаҫары, 2011 йылда — бүлек етәксеһе, 2014 йылдан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе, 2014 йылда — Бөрйән районы хакимиәтендә эштәр идарасыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014)[1]
  • Гер спорты буйынса Халыҡ-ара конфедерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2013).
  • «XXII ҡышҡы Олимпия уйындары һәм Сочи ҡалаһындағы 2014 йылғы XI ҡышҡы Паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә.(2014)[2]
  • «Рәсәйҙең дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Профсоюзына 100 йыл» юбилей билдәһе (2018)
  • «БР мәғариф алдынғыһы» (1997)[3]
  • «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» (2012)[4]
  • БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының «БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының 90 йыллығы» миҙалы (2013)
  • БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының почётлы грамоталары (2013)
  • БР-ҙың Бөрйән районы хакимиәте Почет грамоталары

Матбyғатта үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә