Пестряев Андрей Михайлович

Пестряев Андрей Михайлович (5 декабрь 1969 йыл, Фирғәнә ҡалаһы, Үзбәк ССР-ы) — Рәсәй боксеры. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры. СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы, профессионалдар араһында ике тапҡыр Европа чемпионы, Донъя чемпионы титулына дәғүәсе. Бокс буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991).

Пестряев Андрей Михайлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 декабрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Фәрғәнә, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө боксёр
Спорт төрө Бокс
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1992[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Михайлович Пестряев 1969 йылдың 5 декабрендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә ҡалаһында тыуған. 42-се профессиональ техник училищеһының бокс секцияһы (Стәрлетамаҡ; тренеры М. М. Ғәлләмов), «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең (Өфө; тренеры Р. М. Ғибадуллин) тәрбиәләнеүсеһе. СССР (1991) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992) йыйылма командалары ағзаһы. 2005 йылдан балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Санкт-Петербург)[1], 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе тренер-уҡытыусыһы[2].

Спорт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1991, 67 килограмға тиклемге ауырлыҡта),
  • РСФСР чемпионы (1988, 1991),
  • король Кубогына Халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Швеция, 1992);
  • профессионалдар араһында донъя (2002) һәм Европа (1997, 1999) чемпионы.
  • Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992).

д/ф. Андрей Пестряев. Без страха и упрека. 2006, Черно-белый квадрат. Программа о боксе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә