Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы

Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (5 декабрь 1968 йыл) — географ, энциклопедист, журналист, шағир. 2009 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәт комплексының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022). Журналистар союзы ағзаһы (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).

Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Максим Горький, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө географ, энциклопедист, журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана һәм «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы

Биографияһы

үҙгәртергә

Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллина Башҡорт АССР-ының Архангел районы Максим Горький ауылында 1968 йылдың 5 декабрендә тыуған.

1996 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

2002 йылдан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире булып эшләй.

2004 йылдан «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәт комплексында хеҙмәтен дауам итә, 2009 йылдан нәшриәттең генераль директоры урынбаҫары вазифаһын үтәй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
«Табын» ырыуҙары төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы йыйылышы. Клара Әһлиуллина һулдан беренсе
  • «Табын ырыуҙары берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе[1] (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2018)

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
Әҙәби хеҙмәттәре
  • Моё время : стихи, переводы. Уфа : Башкирская энциклопедия, 2018. 136 с.  (рус.)
  • Мне надо, чтоб меня любили… : стихи / Клара Аглиуллина. — Уфа : Башкирская энциклопедия, 2013. — 143 с. : портр.; 21 см; ISBN 978-5-88185-127-9  (рус.)
  • Письмо в пространство. (2010)  (рус.)
Ғилми хеҙмәттәре
  • Аглиуллина, Клара Ишбулдиновна. Основные результаты и направления деятельности НИК «Башкирская энциклопедия» / К. И. Аглиуллина // Региональные энциклопедии в современной научной инфокоммуникационной системе России : материалы Всероссийской научно-практической конференции с международным участием (Уфа, 29-30 сентября 2016 г.). — Уфа, 2016. — С. 37-40.  (рус.)
  • Аглиуллина, Клара Ишбулдиновна. Организация научных исследований по региональной энциклопедике: из опыта Научно-издательского комплекса «Башкирская энциклопедия» / К. И. Аглиуллина // Книга в информационном обществе = A book in the information society : материалы тринадцатой Международной научной конференции по проблемам книговедения, Москва, 28-30 апреля 2014 года : в 4 ч. Ч. 2. — Москва : Федеральное гос. бюджетное учреждение науки Науч. изд. центр «Наука» Российской акад. наук, 2014. — С. 20-21.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022).
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2015)[2] (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2018)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә