Кәримов Әхим Кәрим улы

Кәримов Әхим Кәрим улы (5 декабрь 1917 йыл — 28 август 2015 йыл) — геохимик, геология-минерология фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Кәримов Әхим Кәрим улы
Тыуған көнө

5 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Аҡтаныш аулы [1]

Вафат булған көнө

28 август 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (97 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

геология, минерология

Наградалары һәм премиялары

|2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Байраҡ ордены |

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхим Кәрим улы Кәримов 1917 йылдың 5 декабрендә Өфө өйәҙе Аҡтаныш ауылында (хеҙерге Татарстандың Аҡтаныш ауылы) күп бабалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда уның ғаиләһе йәшәргә Үзбәкстанға күсеп китә.

1939 йылда Сәмәрҡанд университетының химия факультынын тамамлай. Ошо уҡ йылдың октябрендә Ҡыҙыл армияға алына. Бөйөк Ватан һуғышын Сталинград фронтында танк частарында башлай. Еңеүҙе Берлинда өлкән лейтенант званиеһында ҡаршылай. 1947 йылда демобилизациялана[2].

Хеҙмәт юлын Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай[3].

1947 йылдан өлкән инженер, 1955 йылда өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1951—54 йылдарҙа Ленинградта Бөтә Союз геология‑разведка ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

1959 йылдан башлап Ташкент Нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм эшкәртеү интитутының бүлек мөдире вазифыһында була.

1959 йылдан алып 17 Ташкентта йәшәй, һуңынан Өфөгә ҡайта.

1975 йылдан алып Өфө нефть институтында уҡыта, 1978 йылдан Салауат киске факультетының химия кафедраһы мөдире.

1980—88 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй.

Кәримов Әхим Кәрим улы 2015 йылдың 28 авгусында Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм тәбиғи газдар геологияһы менән бәйле. Кәримов Ә.К. тарафынан Башҡортостандың, Үзбәкстандың нефть һәм газ перспективалары, нефть составы үҙенсәлектәре, нефттә көкөрт барлығын билдәләү методикаһы асыҡлана.

100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Ҡыҙыл Йондоҙ», «Ҡыҙыл Байраҡ» ордендары,
  • «Батырлыҡ өсөн», «Сталинград оборонаһы өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә