Ҡараяр (Ҡариҙел районы)
Ҡараяр (рус. Караяр) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. Ҡараяр ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 751 кеше[3]. Почта индексы — 452374, ОКАТО коды — 80234836001.
Ауыл | |
Ҡараяр рус. Караяр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Султанова Раиса Тимергалиевна[1] |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452374 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡариҙел): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Щучье Озеро): 190 км
Ҡараяр ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә, район үҙәге Ҡариҙел ауылынан көньяҡ-көнсығышына табан 25 километр һәм Щучье Озеро (Пермь крайы) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышына табан 190 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
үҙгәртергәҠараяр топонимы 1896 йылда уҡ билдәле була. Ул саҡта Лесная пристаны янында урынлашҡан Ҡараярҙың 5 йортонда 25 ир-ат йәшәгән.
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергәҠараяр XX быуаттың 50-се йылдарында элекке Ҡараяр пристаны урынында Павловка ГЭС-ын төҙөгәндә, ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә.
2005 йылдан хәҙерге статусына эйә[5].
Әлеге ваҡытта Ҡараяр ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто («Умырзая» халыҡ башҡорт вокаль ансамбле), китапхана, мәсет бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәҠараяр ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 939 | 417 | 522 | 44,4 | 55,6 |
1970 йыл 15 ғинуар | 1126 | 510 | 616 | 45,3 | 54,7 |
1979 йыл 17 ғинуар | 960 | 438 | 522 | 45,6 | 54,4 |
1989 йыл 12 ғинуар | 912 | 433 | 479 | 47,5 | 52,5 |
2002 йыл 9 октябрь | 729 | 328 | 401 | 45,0 | 55,0 |
2010 йыл 14 октябрь | 751 | 339 | 412 | 45,1 | 54,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Шәмсетдинова Ғәлиә Хәкимулла ҡыҙы (6.01.1959), участка дауаханаһы фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре[7].
- Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы (5.12.1961, БАССР-ҙың Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы) — скульптор. 1989 йылда Башҡорт дәүләт пединститутының худграфын тамамлай. 1993 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов, сәйәси эшмәкәр Зәки Вәлиди мемориаль таҡталарының, станковый эштәр серияһы («Отражение», «Из легенды», «Поклоняющийся звёздам») һ. б. авторы. Әҫәрҙәрендә ҙур һәм тоташ скульптура формаһын тәрән аңлауы яҡшы сағыла. «Шәғәле Шаҡман йәйәһе» (1999—2003, мәрмәр, 91×72×32) әҫәре батыр Шәғәле тархандың ҡырағай буйвол мөгөҙҙәренән эшләнгән һәм шуның өсөн мәргән һәм ныҡ тығыҙ легендар йәйәһе тураһындағы риүәйәткә нигеҙләнгән.[8]
Урамдары
үҙгәртергә- Тау урамы — (рус. Горная (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Пионер урамы (рус. Пионерская (улица)
- Ҡыуғын урамы (рус. Сплавная (улица)
- Ҡыя тау урамы (рус. Косогорная (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Революцион урамы (рус. Революционная (улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (преулок)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
Тауҙар:
- Сүлмәктау, Ҡолтау
Йылғалар:
Шишмәләр:
- Әүлиә шишмәһе
Ялан-бесәнлектәр:
Тәбиғәт һәйкәле —
Тарихи һәйкәл —
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 483. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Дыуан кантоны
- Дуван, село // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Силәбе өлкәһе порталы. Араловцы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Администрация СП . Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 3 август 2013 года. 2013 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 483. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Указ от 29 июня 2005 года № УП-262 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник здравоохранения Республики Башкортостан“ работникам здравоохранения Республики Башкортостан», 29 июня 2005 года(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2019)
- ↑ Ҡараяр (Ҡариҙел районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Караяр. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |