Сабитов Рөстәм Нариман улы

Сабитов Рөстәм Нариман улы (5 декабрь 1955 йыл) — башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010), Рәсәй Композиторҙары союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты (2001).

Сабитов Рөстәм Нариман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 декабрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Атаһы Сабитов
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Биографияһы

үҙгәртергә

Рөстәм Нариман улы Сабитов[1] 1955 йылдың 5 декабрендә Өфө ҡалаһында композитор һәм дирижёр Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы ғаиләһендә тыуған. Өфөнөң 3-сө мәктәбендә белем ала.

Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Е. Н. Земцов класы) тамамлай. Унан Рәсәйҙең Ҙур театрында (1981—1983) СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Фуат Мансуров етәкселегендә опера-симфоник оркестр дирижеры сифатында стажировка үтә.

1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында симфоник оркестр дирижеры булып эшләй. Театрҙың бик күп тамашаларында ҡатнаша. Улар араһында: «Моцарт һәм Сальери» (Н. Римский-Корсаков), «Аҡҡош күле» (П. Чайковский), «Пер Гюнт» (Э. Григ), «Ялсы-ханым» (Дж. Перголези), «Вальпургия төнө» (Ш. Гуно), «Сильфида» (Х. Левенсхольд), «Алтын асҡыс сере» (Н. Сабитов), «Бремен музыканттары» (Г. Гладков) һ.б.

2005 йылда Р. Сабитов Рәсәйҙең билдәле композиторҙары Р. Леденев, А. Эшпай, А. Чайковский, Е. Подгайц һ.б. менән «Ун васыятҡа ун ҡараш» («Десять взглядов на десять заповедей») тип аталған үҙенсәлекле ижади проектта ҡатнаша. «Музыкальное обозрение» гәзитенең 15 йыллығына арналған был сарала Р. Сабитов «Йыл музыканты» исеменә лайыҡ була.

Р. Сабитов ун йылдан ашыу Урта махсус музыка мәктәбендә (хәҙер Урта махсус музыка колледжы) композиция һәм камера оркестры класын, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында операға әҙерлек класын алып бара.

Рөстәм Сабитов 15 йыл Башҡортостан Республикаһының композиторҙар союзын етәкләй. 1998 йылдан — Н. Сабитов исемендәге музыкант-башҡарыусылар асыҡ конкурсының художество етәксеһе.

20122013 йылдарҙа Рөстәм Сабитов — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры.

Р. Сабитов студент сағында «Г. Лорка шиғырҙарына биш романс» вокал циклын, М. Кәримдең шиғырҙарына «Мөхәббәт һәм үлем», «Япон шиғриәте» хор циклынан, «Сонайым» һәм «Ҡарабай» башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеп, поэмалар яҙа. Тәүге күләмле симфоник һәм камера сәхнә әҫәрҙәре — оркестр менән скрипка өсөн концерт (диплом эше), көнсығыш риүәйәттәре өҙөктәренән бер бүлекле «Мөхәббәт һәм үлем» балеты (1978).

1998 йылда Рөстәм Нариман улы М.Кәримдең «Прометей» трагедияһына балет яҙа. Ул 1999 йылда концерт башҡарыуында яңғырай. 2001 йылда был әҫәр өсөн Р. Сабитовҡа Рәсәй композиторҙары союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы бирелә. 2009 йылда «Прометей» балеты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла (ҡуйыусы балетмейстер И. Марков). 2010 йылда «Прометей» балетына яҙылған көйҙәр өсөн Рөстәм Сабитов Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Композиторҙың әҫәрҙәре: ҡыллы һәм һуҡма оркестр өсөн «Атайым иҫтәлегенә» поэмаһы (1987), виолончель соло өсөн соната, ике квартет (1978, 1992), оркестр менән скрипка (1980) һәм гобой өсөн (1984) концерттар, камера оркестры, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра өсөн «Симфоник күренештәр» (1992) һәм «Халыҡ стилендә бәләкәй симфония» (1996), «Мөхәббәт һәм үлем» (1979), «Прометей» (1998) балеты, өс симфония (2002, 2005, 2007) һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007)
  • Рәсәй композиторҙары союзының Д. Шостакович исемендәге премия лауреаты (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә