3 сентябрь
көнө
(3 сентября битенән йүнәлтелде)
3 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 246-сы (кәбисә йылында 247-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 119 көн ҡала.
3 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн.
- ДНК-ның үҙенсәлеге асылған көн.
- Бекон көнө.
- Һаҡал көнө (сентябрҙең беренсе шәмбеһе).
- Күкрәксәнең тыуған көнө.
- Австралия: Флаг көнө.
- Катар: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ҡытай: Миллитаристик Японияны еңгән көн.
- Рәсәй Федерацияһы: Терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнө.
- Сан-Марино: Республика нигеҙләнгән көн.
- 1875: Мәскәүҙә хәҙерге Дәүләт тарих музейы бинаһы төҙөлөшөндә тантаналы шарттарҙа тәүге нигеҙ ташы һалына.
- 1880: Петербургта инженер Фёдор Пироцкий Рәсәй империяһындағы (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хатта донъялағы) тәүге электр трамвайын халыҡҡа эшләтеп күрһәтә.
- 1945: Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамлана.
- 1947: Туймазы девон нефтенең тәүге партияһы 183 километрлыҡ «Туймазы — Өфө» магисталь торба үткәргес буйлап Черниковкалағы нефть эшкәртеү заводына килә. Был Урал—Себер төбәгендәге магистраль нефть һәм уның продукттары үткәргестәре системаһын булдырыуға башланғыс һала.
- 1947: Хәҙерге «Транснефть–Урал» йәмғиәте ойошторола.
- 1957: Нефтекама ҡалаһына нигеҙ һалына.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (1920—18.09.1999), ғалим-тау инженеры. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан өлкән инженер, 1965 йылдан лаборатория мөдире, 1983 йылдан — сектор мөдире, 1986 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978) һәм почётлы нефтсеһе (1980). 3-сө дәрәжә Дан (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Фәтихов Рәшит Ғабдулла улы (1945), ғалим-хирург. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (1955), режиссёр, халыҡ-ижады буйынса белгес-консультант, Сибай ҡалаһында сәсәндәр мәктәбе ойоштороусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
- Кустиков Сергей Иванович (1960), уҡытыусы, спортсы, волейбол һәм саңғы спорты тренеры. Саңғы спорты буйынса спорт мастерлығына кандидат (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Симонов Вадим Дмитриевич (1916—16.07.2004), ғалим-химик-технолог. 1960 йылдан «Башнефтехимзаводы» берекмәһенең начальник урынбаҫары, Бөтә союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтына нигеҙ һалыусы һәм 1964—1987 йылдарҙа уның директоры, бер үк ваҡытта 1970—1980 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың почётлы химигы (1974). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры.
- Штабель Альфред Артурович (1926—6.11.2002), рәссам-график, журналист. 1957–1987 йылдарҙа «Һәнәк» журналының художество мөхәррире. 1958 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — Рәссамдар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2002). Йәштәрҙең республика фестивале лауреаты (1957).
- Шәйхетдинов Зәйнулла Ғәйфулла улы (1936—4.07.2001), ғалим-инженер-механик. 1965 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—1989 йылдарҙа авиация двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире, 1982—1986 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1975). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Довлатов Сергей Донатович (1941—24.08.1990), журналист, публицист, яҙыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дәүләтшин Рәйес Имаметдин улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-педиатр. Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, балалар хирургияһы кафедраһы профессоры. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ляхова Нина Павловна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 1963—2003 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 16-сы балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан уҡытыусыларының 8-се (Өфө, 1987) һәм уҡытыусыларҙың Бөтә Рәсәй (Мәскәү, 1987) съездары делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
- Әйүпов Рәшит Фазлырахман улы (1946), ауыл хужалығы ветераны. 1980—1985 һәм 1995—2006 йылдарҙа Ҡалтасы районы «Родина» хужалығы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Ташҡалмаш ауылынан.
- Зөфәр Тимербулатов (1951), партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, журналист, ғалим. 1991—1994 һәм 2000—2004 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат министры. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (2004) һәм Зәйнәб Биишева (2009) исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы (1922—25.03.2003), Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Пирожок Пётр Иванович (1927—11.12.2020), тау инженеры-геолог. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1985—1996 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1995), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Хмельницкий өлкәһе Белогорье районының Семёнов ауылынан.
- Ғилманов Миңлебай Саҙри улы (1927—2017), төҙөүсе. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Күмертау ҡалаһындағы 325-се механикалаштырылған күсмә колоннаның элекке ташсыһы һәм бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Октябрь Революцияһы, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Көсөгән ауылынан.
- Йыһангирова Тәсбиә Сәйет ҡыҙы (1937), почта хеҙмәткәре. Ҡариҙел районы Ҡариҙел почта бүлексәһенең элекке оператор-контролеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Кадиков Зәки Нурихан улы (1937), ауыл хужалығы, совет һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1976 йылдан Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1980—1984 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Рәтүш ауылынан.
- Мөҙәрисов Рим Төхбәй улы (1937), механизатор. 1951 йылдан Благовар районы «Октябрь» колхозы механизаторы, шул иҫәптән 1964—1997 йылдарҙа — сөгөлдөр комбайны машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың 2-се Сулпан ауылынан.
- Ҡоломбәтов Фәрит Йәнбәк улы (1942—29.12.2012), инженер. 1971—1977 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының инженер-контролёры, төҙәтеү оҫтаханаһы мөдире; 1985—1997 йылдарҙа — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Дауытов Ирек Хәмзә улы (1952), табип, педагог. 1984—1986 йылдарҙа Салауат медицина училищеһы уҡытыусыһы, 2000—2003 йылдарҙа — директоры; 1988—2000 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» производство берекмәһе медсанчасының табип-травматологы; 2004 йылдан — ҡала дауаханаһының хирургик профилле көндөҙгө стационары мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
- Вайссвеккер Ольга Петровна (1972), музыкант-балалайкала уйнаусы, педагог. 1994 йылдан Татарстан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары дәүләт ансамбле артисы, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Ҡазан педагогия институты, 1999—2001 йылдарҙа — Ҡазан консерваторияһы, артабан балалар музыка мәктәптәре уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Айһылыу Йәғәфәрова (1948), педагогик хеҙмәт ветераны, башҡорт балалар яҙыусыһы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Ким Әхмәтйәнов (1996) һәм Рәмзилә Хисаметдинова (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бохараева Розалия Фәтих ҡыҙы (1939), педагогик хеҙмәт ветераны, 1982—1997 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Заһиҙуллин Рәшит Ғәзизулла улы (1939), балалар яҙыусыһы. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1695: Пьетро Локателли, Италия скрипкасыһы, композитор.
- 1710: Абраам Трамбле, Швейцария натуралисы.
- 1875: Фердинанд Порше, Австрия автоконструкторы.
- 1895: Николай Адуев, СССР-ҙың сатирик яҙыусыһы, юморист, шиғри пьесалар авторы.
- 1900: Урхо Калева Кекконен, Финляндияның 8-се президенты (1956—1981).
- 1905: Карл Дэвид Андерсон, АҠШ-тың ғалим-физигы, позитронды асыусы, Нобель премияһы лауреаты (1936).
- 1920: Чабука Гранда, Перу йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1950: Евгений Паперный, СССР һәм Украина актёры, Украинаның халыҡ артисы (1992).
- 1955: Стив Джонс, Британияның рок-гитарисы, йырсы, «Sex Pistols» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе.
- 1960: Перри Бэмоунт, Британия музыканты, «The Cure» рок төркөмөнөң элекке ағзаһы.
- 1965: Марина Зудина, актриса, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
- 1965: Чарли Шин (төп исеме Карлос Ирвин Эстевес), АҠШ актёры, сценарист, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
- 1883: Иван Тургенев, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург.
- 1981: Фәтхерахман Әхмәҙиев, үҙешмәкәр татар композиторы. («Йәйҙең матур аяҙ таңдарында», «Чистай вальсы», «Мәңге йәшәйһе килә» һ.б.)
- 1995: Шәриф Бикҡол, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты.