Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы

Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (3 сентябрь 1920 йыл18 сентябрь 1999 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1980).

Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Инженерлыҡ эше
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев 1920 йылдың 3 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан[1].

1951 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1951 йылдан башлап «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, промысла мөдире булып эшләй.

Ишембай нефть техникумында уҡыта[2].

1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында эшләй:

  • 1960 йылдан өлкән инженер вазифаһында эшләй;
  • 1965 йылдан — лаборатория мөдире;
  • 1983 йылдан — сектор мөдире;
  • 1986 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр.

Ғалим 1999 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың термик ысулдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү менән бәйле. Термик ысулдарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген Арлан нефть ятҡылығында һәм Ишембай нефть ятҡылығында өйрәнә.

Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы булып тора.

Баҫмалары үҙгәртергә

  • Применение тепловых методов в добыче нефти, Уфа: Башкнигоиздат, 1967

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)[3]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974)
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978)
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1980)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Подвиг народа
  2. Нефтяные кадры для республики — 24 Августа 2013 2015 йыл 2 июль архивланған.
  3. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 24.04.1985 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Советского района города Уфы»

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Временное руководство по ускоренной методике гидродинамических исследований скважин [Текст] / Гос. производ. объединение «Башнефть». Башк. гос. науч.-исслед. и проектный ин-т нефт. пром-сти. (БашНИПИнефть). Отд. науч.-техн. информации. — Уфа : [б. и.], 1973. — 18 с. : ил.; 20 см. На обороте тит. л.: сост. канд. наук Мустаев Я. А., Бикбаев И. М., Кубагушев Н. Г. и инж. Филончев А. И.

Һылтанмалар үҙгәртергә