Шәйхетдинов Зәйнулла Ғәйфулла улы

инженер-механик, техник фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Шәйхетдинов Зәйнулла Ғәйфулла улы (3 сентябрь 1936 йыл — 4 июль 2001 йыл) — инженер-механик, техник фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Шәйхетдинов Зәйнулла Ғәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 сентябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Наратйылға, Мостафа ауыл Советы, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зәйнулла Ғәйфулла улы Шәйхетдинов 1936 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Наратйылға ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Шәйхетдинов Зәйнулла 1955—1960 йылдарҙа Ҡазан авиация институтында уҡый. Инженер-механик һөнәренә эйә була.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Ҡазан университетында лаборатория мөдире булып хеҙмәт юлын башлай.

Аспирантурала уҡый, диссертация яҡлай, техник фәндәре кндидаты булып китә.

1965 йылда Өфө авиация институтының ул саҡтағы ректоры Рыфат Мәүлитов саҡырыуы буйынса Өфөгә ҡайта.

1969-19989 йылдарҙа Шәйхетдинов Зәйнулла Ғәйфулла улы авиация двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире.

1983—1986 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Шул осорҙа ғәмәлдә кафедраның яңы уҡыу, фәнни һәм матди нигеҙе булдырыла. Авиация двигателдәре факультетының яңы корпусын проектлау буйынса техник задание эшләгән этабында уҡ Зәйнулла Ғәйфулла улы кафедра һәм факультет өсөн заманса матди база: вакуумлы машиналы һәм һауа өрҙөрткөслө 250 атмосфералы ҡеүәтле компрессор станцияһы, түбән һәм юғары баҫымлы газ динамикаһы лабораторияларын булдыра.

Өфө авиация институында (артабан — Өфө дәүләт авиация техник университеты) 1965―2001 йылдарҙа: өлкән уҡытыусынан доцент, профессор дәрәжәләренә күтәрелә.

Фәнни ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре йылылыҡ двигателдәренең (газ турбиналылары — углеводород, ракеталарҙағы — ҡты яғыулыҡта эшләй) эш процестарыы теорияһы һәм уларҙы хисаплау мәсьәләләренә арналған.

Зәйнулла Ғәйфулла улы Шәйхетдинов Өфө авиация институтында ракеталар төҙөү фәнни мәктәбен булдыра. Шәйхетдинов тарафынан ҡаты яғыулыҡтағы ракета двигателдәренең тартыу векторы менән идара итеү системалары, авиация двигателдәре базаһында ер өҫтө энергетика ҡулайламалары һ. б. эшләнгән һәм Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының оборона һәм сәнәғәттең халыҡ хужалығы армаҡтары предприятиеларына индерелгән.

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан, 85 уйлап табыу авторы. 4 фән докторы һәм 40 фән кандидаты әҙерләүгә етәкселек итә. «Авиационная техника» журналы редколлегияһы ағзаһы.

Юғары уҡыу йорттары өсөн нәшер ителгән «Вопросы теории и расчета рабочих процессов тепловых двигателей» йыйынтығының баш редакторы.

2001 йылдың 4 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1986)
  • К. Э. Циолковский, Ю. А. Гагарин, Ф. А. Цандер, С. П. Королёв исемендәге миҙалдар

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Образование выгорание сажи при сжигании углеводородных топлив. М., 1989 (авторҙаш)
  • Технологические теплогазогенераторы для добычи нефти. М., 1991 (авторҙаш)
  • Энергетические системы на базе конвертированных авиационных ГТД для мощных технологических газоразрядных СО2-лазеров. Уфа, 1997 (авторҙаш)


  • Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда/ баш мөхәррир М. Ә. Илһамов. — 7-се том. Х—Я. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2018. — (322 б.) 640 б. ISBN 978-5-88185-145-3 ISBN 978-5-88185-409-6 (т. 7)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә