Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы
Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы (3 сентябрь 1922 йыл — 25 март 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант[1]. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 3 сентябрь 1922 |
Тыуған урыны | Түбәнге Төкөн ауылы, Ҡамышлы ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы |
Вафат булған көнө | 25 март 2003 (80 йәш) |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәлидар Мөҡсин (Максим) улы Хәсәнов 1922 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылында тыуған. 1941 йылдың октябрендә Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа саҡырыла[2]
Хәрби юлы
үҙгәртергәХәрби юлын Воронеж эргәһендәге яуҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында рядовой булып башлай. Унан һуң уларҙы Сталинград янына күсерәләр. Бында яраланып госпиталгә эләгә. Тағын фронт һыҙығына ҡайта. 203-сө уҡсылар дивизияһы 1037-се артиллерия полкының ҡоралдар командиры итеп тәғәйенләнә. Сержант званиеһына лайыҡ була. Еңеү көнөн Чехословакияла ҡаршы ала. 1945 йылда Монголия һәм Ҡытай биләмәләрендә япон ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1946 йылдың 16 декабрендә демобилизациялана[3][4].
Ҡыҫҡаса хәрби юлы[5]
- 10.1941г. — 12.1942г. — 3-сө эскадрон, 313-сө кавалерия полкы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
- 12.1942 й. — 03.1943 й. -Яраланғандан һуң госпиталдә була
- 03.1943 й. — 05.1943 й. — 3-сө запас уҡсылар полкы
- 05.1943 й. — 12.1943 й. — 325-се разведка ротаһы, 244-се уҡсы Запорожье дивизияһы
- 01.1944 й. — 12.1946 й. — 7-се батарея, 3-сө дивизия, 1037-се артиллерия полкы, 203-сө уҡсы Запорожье- Хинган дивизияһы
Ул һуғышҡан фронттар:
- 1942 йыл-Брянск фронты.
- 1943 йыл — Көньяҡ-Көнбайыш фронты.
- 1943—1944 йылдар- 3-сө Украина фронты.
- 1944—1945 йылдар — 2-се Украина фронты.
- 1945 йыл — Байкал аръяғы фронты.
Һуғыштан һуңғы тормошо
үҙгәртергәҺуғыштан һуң Хәлидар Хәсәнов өйләнә. Тормош иптәше Мәрхәбә Абдрахман ҡыҙы менән 5 ул һәм 5 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Фронттан ҡайтҡас ул һуғыш хәтирәләре һәм унан һуңғы ваҡиғалар тураһында үҙенең көндәлеген башлай. Һаҡланған яҙыуҙарҙы уның ейәндәре «В контакте» социаль селтәрендә төркөм булдырып теркәп бара[6]. 2003 йылдың 25 мартында вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[7]1945 й.
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 1985 й.[8]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944, 1945)[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ХАСАНОВ Халидар Муксинович
- ↑ Участник ВОВ Хасанов Х. М. 2021 йыл 29 июнь архивланған.
- ↑ Первый канал. Хасанов Х. М.
- ↑ Мой полк. Хасанов Халидар Муксинович
- ↑ Боевой путь Хасанова Х. М.
- ↑ [ https://vk.com/public150660941 ВК Халидар Хасанов]
- ↑ Хасанов Халидар М. Орден Красной Звезды
- ↑ Награды Хасанова Х. М.
- ↑ Хасанов Халидар М. Медаль «За боевые заслуги»
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ХАСАНОВ Халидар Муксинович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)