Симонов Вадим Дмитриевич

Симонов Вадим Дмитриевич (3 сентябрь 1916 йыл, Киев — 16 июль 2004 йыл, Өфө)— ғалим-химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1984), СССР-ҙың Почётлы химигы (1974). Ленин ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры.

БиографияһыҮҙгәртергә

Вадим Дмитриевич Симонов 1916 йылдың 3 декабрендә Украина ССР-ы Киев ҡалаһында тыуа. Киев индустриаль институтын 1940 йылда тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң Рубежанск химия комбинатында эшләй. 1941 йылда комбинаттың инженер-конструкторы, 1943 йылдан алып цех начальнигы, производство-техника бүлеге начальнигы булып эшләй. 1948 йылда Өфө химия заводының баш инженеры, 1960 йылда «Башнефтехимзаводы» берекмәһе начальнигының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1964-1987 йылдарҙа Бөтә союз Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеү регуляторҙары технологияһы һәм проекты ғилми-тикшеренү институтын нигеҙләүсе һәм ошо институттың директоры. Бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводының цехтарын, Салауат нефть-химия комбинатында аммиак етештереү цехын эксплуатацияға индереү менән етәкселек итә. Уның етәкселеге аҫтында илдә беренсе тапҡыр трихлорэтилен, монохлоруксус кислотаһы, гербицидтар төркөмөнә ҡараған 2,4 дихлорфеноксиуксус кислотаһы етештерелә, байтаҡ пестицидтарҙы эшләү һәм уларҙың төрлө препарат формаларын сығарыу технологиялары производствоға индерелә. Симонов тарафынан ҡайһы бер химик берләшмәләрҙең структура-активлығы бойондороҡлолоғын өйрәнеү методологияһы уйлап табыла һәм биологик актив матдәләрҙе алдан билдәләнгән үҙенсәлектәр менән сығарыу юлдары эҙләнә. 1970-1980 йылдарҙа төп эше менән бер рәттән Өфө нефть институтында студенттар уҡыта. Симонов В. Д. — 100 артыҡ фәнни хеҙмәттең һәм 100 уйлап табыуҙың авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

  • Формирование гипотез в аналитической химии с помощью ЭВМ. М., 1976 (соавт).
  • Сорбиновая кислота. М., 1977 (соавт).
  • Методы получения и реакции 6-замещенных пиридонов-2. М., 1983.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.
  • Энциклопедия Уфимского Государственного нефтяного технического университета.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә